Йәмғиәт
18 Август 2021, 08:08

Миндектең шифаһын белегеҙ

Асҡын районының Яңы Ҡара ауылында үткән “Миндек байрамы”нда Иҫке Мутабаш ауылы ағинәйҙәре ылыҫлы ағастарҙан миндек бәйләү серҙәре менән уртаҡлашты.

 Билдәле булыуынса, күп кенә халыҡтар мунса ингәндә (беҙҙеңсә “яфраҡ”, ҡайһы бер урында “миңлек” тә тиҙәр) миндек ҡуллана. Миндек әҙерләүҙең дә үҙенә күрә йолаһы бар. Йәшәгән урынына ҡарап, уны төрлө ағас япрағынан яһағандар.

Яңы Ҡара ауылында үткән “Миндек байрамы”нда Иҫке Мутабаш ауылы ағинәйҙәре ылыҫлы ағастарҙан миндек бәйләү серҙәре, уларҙың файҙаһы хаҡында мәғлүмәт менән бүлеште. Мәҫәлән, аҡ шыршы (пихта) һәм артыш миндеге һауаны таҙарта, ларингит, бронхит, киҙеүҙән ҡотҡара. Был үҫемлектәр бүлеп сығарған ыҫмала мускулдарҙа ҡан әйләнешен яҡшырта, невроз, невралгик ауыртыуҙарҙан һәм радикулиттан ярҙам итә.

Яңы йыйылған ҡарағай ылыҫы­ның төнәтмәһе бөйөр сирҙәре һәм яман шештән файҙалы икән. Ҡарағай бөрөһө ваннаһы баш ауыртҡанда, нервы көйһөҙлөгө ваҡытында файҙалы.

Ҡарағай ылыҫын көҙөн һәм ҡышын йыйырға кәрәк, сөнки был ваҡытта ул аскорбин кислотаһына, эфир майҙарына бай була.

Сарала шиғри күңелле Ильвера Хәбибуллина шыршы ағасына яҙған мәҙхиәһен дә уҡып ишеттер­ҙе, байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәне.

Наилә ИМАЕВА.

Читайте нас