

“Бөрйән тауҙарынан төтөн күтәрелә һаман. Еҫе лә арыу һиҙелә – әллә урманда танауға һеңеп ҡалған да сыҡмай, әллә төптәрәк – күңелдә үк ултыра. Мөһиме шул: үртле урындар күпселектә ян-яҡлап ҡамалған, хәлдең ныҡ олоға олғашыу хәүефе әҙ. Ут – ауырыу кеүек бит: тоҡанғанда ғына ҡапыл, ә бөтөүе өсөн ваҡыт байтаҡҡа күберәк кәрәк”, – тигәйнем инде социаль селтәрҙәрҙә.
Әле килеп күргән-ишеткәнем менән саҡ ҡына ентеклерәк уртаҡлашайым. Район хакимиәте, ауылдар хакимиәттәре, яуаплы башҡа органдар утҡа ҡаршы көрәште яҡшы ойошторған. Албырғап ҡалыу, сәбәләнеү юҡ. Урман араһында тыуып-үҫкән кешенең эште белеп, таҫыллы башҡарыуы бар. Былтыр Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында янғын һүндерешкәнемдә әйткәндәре кеүек, тәбиғәттең аяҡҡа баҫырына өмөтләнеү, унан да бигерәк беҙҙе, ирекмәндәрҙе, өмөтләндереү бар. Бөрйәндәрҙең үҙҙәренең генә түгел, минең ишеләрҙең дә, үҙ транспортында, йәйге ялында, әллә ҡайҙарҙан килеп, эскерһеҙ ярҙам ҡылыуы бар. Төп эште техника башҡарһа – мәҫәлән, бульдозерҙар, кәпәс осмалы текә тау тимәй, һөрөп, дөрләп килгән ут диуарын туҡтатһа ла, уның ҡара яҡтан йәшел яҡҡа сыҡмауын тәьмин итеү бурысы – беҙҙә. Ирекмәндәрҙе күреү күңелде тынысландыра – тимәк, илһөйәрлегебеҙ ныҡ әле.
Электән килгән баяғы тәжрибә – ерҙе тәрән сик яһап һөрөү ысынлап та файҙалы икән: ашарына ҡалмаған ялҡындың ауыҙы тиҙ ябыла. Утҡа ҡаршы ут ебәреү ҙә ҡулланыла. Тош-тош урындар күпмелер төтәп ята, әлбиттә, ләкин хәүеф етди кәмей. Ел генә ҡупмаһын, ялҡындың етеҙ тейен һымаҡ өҫтән һикереүе яман икәне мәғлүм. Ямғыр яуып ебәрһә ҡана ла һуң!.. Серек ағас, түңгәктәрҙән, ҡыу япраҡ, мүк ҡатламынан арынған ер ул саҡта иркен тын алып ебәрә, үлән шундуҡ ҡалҡа, тигәнде ишетеп ҡыуанылды.
Шулай ҙа һәләк булған ағастарҙы, айырыуса һәйбәт ҡарағайҙарҙы күреүҙән йән әсей. УАЗ һөйләһәң әҙәм ышанмаҫ юлһыҙ ерҙә үкергән-һелкенгәндә уның тәҙрәһе түгел, күренештәр үҙҙәре сатнаҡтай тойола. Тағы шулай ямғыр инәлтһә, ут һөжүме дауам итһә, юлаҡтар һаман киңәйә барыр, киренән йәбешмәҫ кеүектәй.
Ана, бер ҡайын бульдозер этеүенән тамыры менән йолҡонған да ситләтеп буй ятҡан. Минеңсә, ул быға үҙе лә булышлыҡ ҡылған, ҡарағайҙар янмаһын тип үҙ-үҙен ҡорбан иткән.
Шул сик буйы һыҙығы аша йәйәүләп Үҙән буйына төшәбеҙ. Һайыҡҡа-а-н йылға, бәләкәй автомобилдәргә тиклем еңел кисә үҙен. Һыу буйы булһа ла, бер серәкәй ҙә, себен дә күренмәй. “Янып бөткәндәр!” – тиеүселәр булыр, быны уҡығас. Улай уйламайым, улай булыуына ышанғы килмәй. Бәлки, тәбиғәткә ярҙамға ташланғандарҙы оронсоҡламаҫҡа теләйҙәрҙер. Ғөмүмән дә “Бөрйәндә серәкәй юҡ кимәлендә” тиеүселәр араһында үҙем дә бармын. Сайыр еҫен үҙ итмәй, тигән фекер ҙә әйтелгәйне бер.
Оҙаҡҡараҡ һуҙылды тауҙарҙағы был яу, эҙемтәләре аяныслы булмаһын – ошо фекер ҡайнай мейелә.
Рәсүл СӘҒИТОВ, журналист һәм яҙыусы.