Йәмғиәт
20 Август 2021, 08:23

Дүрт йөҙгә яҡын йәш белгес эш табасаҡ

“Демография” милли проектына ярашлы 2021 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында юғары һәм урта белем биреү йорттарын тамамлаған 365 студент стажировка үтеү хоҡуғына эйә.

 Бының өсөн республика бюджетынан 18,2 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Дәүләт ярҙамына 2021 йылда төп мәғариф программаһы буйынса юғары һәм урта һөнәри белем алған йәш белгестәр дәғүә итә ала. Улар Башҡортостандың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә тейеш.

– Беҙ эш эҙләгән, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында мәшғүллек үҙәктәренә барып етә алмаған тағы ла күберәк сығарылыш студенттарын йәлеп итергә тырышабыҙ. Баш­ҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы республиканың төп юғары уҡыу йорттары менән һигеҙ килешеү төҙөнө. Был мәшғүллек үҙәге менән белем биреү ойошмалары, эш тәҡдим итеүселәр араһындағы бәйләнеште нығытырға ярҙам итә, – ти был программа хаҡында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының эшһеҙҙәргә ярҙам итеү һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү бүлеге етәксеһе Дмитрий Ветошкин.

 Йәш белгестәрҙе стажировкалау алты айға иҫәпләнгән хеҙмәт килешеүе нигеҙендә бойомға ашырыла. Уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң эш урыны таба алмаған, ҡулдарында 2021 йылда уҡыу йортон тамамлағанын раҫлаусы документ булған һәр кем стажировка үтеү хоҡуғына эйә. Әлеге мәлдә мәшғүллек үҙәктәре аша 240 йәш белгес стажировкаға ебәрелгән, 150 эш биреүсе менән 13 миллион һумға килешеүҙәр төҙөлгән.

Үткән 2020 йылда стажировка программаһында 440 йәш белгес ҡатнашҡан. Улар “Башнефтегеофизика”, “Буринтех”, “Искож”, “КумАПП”, “Салауатнефтемаш”, “Шишмә” ойошмаларында тәжрибә туплаған.

 

А. ҒӘБИТОВА.

Читайте нас