

Гөлнур ҠЫУАНДЫҠОВА 1996 йылдың 24 ғинуарында Сибай ҡалаһында тыуған. Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан һуң Мәскәү авиация университетын тамамлап, әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университеты магистратураһында белемен камиллаштыра.
Сибайҙа тыуһа ла, бала саҡ йылдары Өфөлә үтә ҡыҙҙың. Гөлнур бәләкәйҙән “Тамыр” балалар вокал студияһында шөғөлләнә, уның составында Төркиәлә халыҡ-ара конкурста ҡатнаша. Мәктәп йылдарында ҡала, республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулай. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан булдырылған “Беҙ – Башҡортостандың киләсәге!” лидерҙар ойошмаһында алдынғылар рәтендә йөрөй.
Илебеҙҙең баш ҡалаһында университетта уҡығанында Гөлнур, “Мәскәү һылыуҡайы” матурлыҡ конкурсында ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булды.
“Ҙур хыялдар менән йәшәргә кәрәк. Тамсы тама-тама ташты яра – мөкиббән бирелгәндә, һис шикһеҙ, маҡсатыңа өлгәшәсәкһең, күңелеңдең сафлығын һаҡлап ҡалыр өсөн дә бар ишектәр асылыр”, – ти Гөлнур үҙенең был тормошҡа ҡарашы тураһында.
“Ниндәй хыялың бар?” тигән һорауға ул: “Донъя кешеһе булыу”, – тип яуапланы.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.
- Рубриканы Айгөл ЙӘМИЛЕВА алып бара.