Йәмғиәт
20 Август 2021, 14:00

Дуҫлыҡ монументында – Рәсәй флагы!

“Патриот” төбәк хәрәкәтенең әүҙем ағзаларына “Афарин!” тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ.

Дуҫлыҡ монументында – Рәсәй флагы!Дуҫлыҡ монументында – Рәсәй флагы!
Дуҫлыҡ монументында – Рәсәй флагы!

Рәсәй флагы көнө уңайынан Өфөләге Дуҫлыҡ монументы янында флешмоб ойошторолдо. Был тәңгәлдә “Патриот” төбәк хәрәкәтенең әүҙем ағзаларына “Афарин!” тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ.

– Беҙҙең күптәребеҙ өсөн флаг – ул героик еңеү һәм батырлыҡтар символы, – тип һөйләй акцияла ҡатнашҡан Рөстәм Шоров. – Был – беҙҙең тарих, был – “рәсәйле” тигән һүҙ аҫтында төрлө халыҡтарҙың һәм милләттәрҙең берләшеүе һынланышы.

Акцияла ҡатнашыусылар Дуҫлыҡ монументында 40 тирәһе флаг елберҙәтте һәм илһөйәрлек йырҙарын башҡарҙы.

Рәсәйҙең дәүләт флагы көнө илебеҙҙә 22 августа билдәләнә.

 

Фото: Рөстәм Шоров.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас