Йәмғиәт
20 Август 2021, 06:34

Флагыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!

Флаг – дәүләт суверенитетының билдәһе булған герб, гимн менән бер рәттә торған мөһим атрибут. Быуаттар төпкөлөнән килгән дәүләтселектең төп символдарының береһе ул. Яуға флаг артынан эйәреп күтәрелгәндәр, Тыуған илде һаҡлағандар. Шуға ла илебеҙҙә йылдан-йыл Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө киң билдәләнә. 

1994 йылдың 20 авгусында Президент Борис Ельцин тарафынан раҫланған “Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө тураһында”ғы Указ буйынса, флаг көнө 22 августа үткәрелә.

Әммә Рәсәй триколоры тарихы 310 йылдан ашыу ваҡыт менән иҫәпләнә. Уға 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған Петр I нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Документҡа ярашлы, төрлө сауҙа судноларында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрергә тейештәр. Туҡыманың өлгөһөн Петр I үҙе төшөргән, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.

 Бөгөнгө Рәсәй флагы төҫтәренә ошондай аңлатма ла бирелә: аҡ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс-ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра.

Дәүләт флагын Федераль Конституция талаптарын боҙоп ҡулланған, шулай уҡ уны мыҫҡыл иткән өсөн, Рәсәйҙең закондар йыйылмаһына ярашлы, яуаплы­лыҡҡа тарттырыу ҡаралған.

Хәҙерге триколор халҡыбыҙҙың ысын символына әйләнде. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән ғилми тикшеренеү беҙҙәге һәр икенсе кешенең дәүләт флагын көндәлек тормошта ҡулланырға әҙер икәнлеген күрһәткән. Социологтар асыҡлауынса, три­колорҙы өйөнә элеп ҡуйырға, шулай уҡ ул төшөрөлгән кейем кейергә теләүселәр йыл һайын арта. Дәүләт флагы көнөндә бөтә ил буйынса байрам саралары үткәрелә.

Гөлназ ҠОТОЕВА, “Башҡортостан ҡыҙы” журна­лының баш мөхәррире:

– Ҡайҙа ғына елберләмәгән беҙҙең флаг! Ябай кеше булһынмы, билдәле спортсы, артист, сәйәсмән йәки яҙыусымы, бейеклектәрҙе яулағас, ҡуйынынан ошо флагты сығарып, еңеүе хаҡында халыҡҡа өндәшһен, шул саҡта күптәрҙең күҙенән йәш бәреп сығыр – сөнки был уның ҡаҙанышы ғына түгел, ә тотош халыҡтың, илдең уңышы тип ҡабул ителә. Ситтә йөрөгәндә флагтың ҡәҙерен нығыраҡ тояһың, сөнки ул илһөйәрлек, ғорурлыҡ, тыуған илгә мөхәббәт тойғоларын көсәйтеп ебәрә.

- Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас