

Камил Әхмәҙуллинды студент йылдарынан уҡ беләм. Сабыр холоҡло егетебеҙ Һәйтәк ауылында бик ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Яҙмышын ауылдарҙың үҫеше менән бәйләй. Юғары уҡыу йортон яҡшы билдәләргә тамамлап, киләсәккә матур башланғыс ала.
Дөрөҫ йүнәлеш
Ул заман студенттары – бөтөнләй икенсе шарттарҙа тәрбиәләнгән булдыҡлы белгестәр быуыны. Әйтергә кәрәк, комсомол, пионер ойошмалары шәхестең дөрөҫ йүнәлештә үҫешенә булышлыҡ итә. Эшкә тәғәйенләү комиссияһы әҙер белгесте тыуған яғына – Балтас районына – ебәрә. Ректорат ултырышында факультет деканы өлгөлө студент тураһында яҡшы һүҙҙәр әйтеп, сығышын: “Камил – бар яҡлап та камил кеше ул”, – тип тамамлап ҡуя. Уның баҫалҡы, иптәштәренә ярҙамсыл, иғтибарлы һәм тырыш булыуын күреп, шундай һығымта яһағандыр педагог.
1972 йылдың яҙында Камил Әхмәҙуллин хеҙмәт юлын район башҡарма комитетында капиталь төҙөлөш бүлегенең баш инженеры вазифаһында башлай. Уға райондағы барлыҡ төҙөлөш объекттарының өҙлөкһөҙ һәм сифатлы эшләүен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә. Һүҙ юҡ, етәксенең эшкә һәләтле, булдыҡлы, йүнсел булыуы беренсе аҙымдарҙан күренә. Эргәңдә Закир Әминев кеүек төҙөлөш оҫталары булғанда, күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин, башланғыс трамплинды ла уңышлы уҙаһың.
Камил Әхмәҙуллин был йылдарҙа шуны аңлай: Өфөләге етәкселәр менән эшлекле бәйләнештәр ныҡлы, ышаныслы булырға тейеш. Йәмғиәт төҙөлөшөнөң яҙылмаған ҡанундары беҙ тыуғансы уҡ ҡулланылған һәм ябай ауыл етәксеһенә шул талаптарға эйәрергә тура килә. Партияның район комитеты, Балтас район советы етәкселәре Камил Әхмәҙуллиндың кандидатураһын Хужалыҡ-ара күсмә төҙөлөш ойошмаһының баш инженеры вазифаһына тәҡдим итә. 1975 йылдың яҙында был ваҡиға уның яҙмышында ла хәл иткес була. Шулай итеп, Камилдың 22 йыл ғүмере райондың төҙөлөш майҙанында уҙа.
Баш инженерҙың хеҙмәт бурыстары һанап бөтөргөһөҙ: проект-смета документтарын әҙерләү, уларҙы юғары органдарҙа яҡлау, линиялағы төҙөлөш мастерҙарына эш нормаларын еткереү, объекттарҙы төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеү, ойошманың йыллыҡ планын төҙөү һәм барлыҡ ҡыҙыҡһыныусылар менән бергә ентекләп тикшереү, ойошманың матди-техник базаһын нығытыу, план-техник бүлектең йүнәлешен һәм һөнәри эште ойоштороу һәм башҡалар.
Ышаныслы ярҙамсылар булғанда
Бигерәк тә Мәүдәт Нәбиев, Рәшит Исламов, Альфред Нәбиев, Хәниф Ҡәйүмов, Фәниҙә Борханова, Глүзә Сәләхова, Иван Шакирйәнов менән бергә эшләгән йылдарын онотмай ул. Эйе, уңышлы булды шул йылдар.
Хәнифйән Рәхимйән улы Вәлиев ойошманың етәксеһе булып эшләгән йылдар хәтергә уйылып ҡалған. Бик уңған, оҫта ойоштороусы ине. Ундай кешеләр тарихта тәрән эҙ ҡалдыра. Ул олоно – оло, кесене кесе тип хөрмәт итә, ихлас һөйләшә, фекер уртаҡлаша белде. Холҡонда мин-минлек бер ваҡытта ла булманы. Ихтирамлы булыуҙың шәхси абруйҙың нигеҙе икәнлеген яҡшы аңлай ине ул. Хәнифйән Вәлиев “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнде. Был уның фиҙакәр хеҙмәтенә тейешле баһа булды. Камил Әхмәҙуллин менән оҙаҡ йылдар бергә бер-береһен аңлашып эшләнеләр.
Шул йылдарҙа Штәнде һыйыр малын үрсетеү комплексы төҙөлдө. Район күләмендәге гигант төҙөлөш республика һәм район етәкселәренең даими күҙәтеүендә барҙы. Көндәлек ярҙам эште ҡыҙыу алып барыуға булышлыҡ итте.
Төҙөлөштә тәжрибәле мастер Радим Ғатин прораб итеп тәғәйенләнде. Уға ярҙамға ҙур хеҙмәт юлы үткән мастерҙар Игваз Карамов, Файсал Ғәлиуллин, Нәжип Нурисламов беркетелде. Төҙөлөштөң башынан аҙағына тиклем келәт мөдире итеп Хафаса Сәрүәтдинова билдәләнде. Ундай вазифаға ойошманың етәкселәре, Хафасаның кандидатураһын күрһәтеп, дөрөҫ эшләне. Намыҫлы, уңған, эшһөйәр, ышанысты аҡлай белгән кеше ул.
Комплексты төҙөүгә райондың барлыҡ оҫталары йәлеп ителде. Камил Әхмәҙуллин һәр ваҡыт төҙөлөш уртаһында ҡайнаны. Баш инженер балта оҫталары – III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры Мәғдән Әхәтов, Хажи Саҙрыев, Зөлкиф Бәҙәмшин, Фәйзелхаҡ Ғәлләмов, Мөнир Әхмәтов, Хәлимулла Мортазин индергән өлөшкә ҙур баһа бирҙе. Һәйтәк һәм Балтас кирбес заводтары был көндәрҙә тулы ҡеүәтенә эшләне. Партия ағзалары Нурихан Әхмәтханов һәм Фәүзи Вәлиевтәр эш өсөн янып йәшәне, уларҙың коллективтары уңышлы эшләне. Рәйеф Вәлиев һәм Рәмил Әхмәҙиевтәр көндө төнгә ялғап, экскаваторҙа төҙөлөштө алға әйҙәне. Тәьмин итеү бүлегендә Фәметдин Ғәлиәкбәров һәм Ҡәҙим Хәйҙәровтар һәр ваҡыт юлда булды.
Төҙөлөш йылдам барҙы, кадрҙарҙы һайлап алыуҙа Камил Әхмәҙуллин дөрөҫ йүнәлеш тотто. Халыҡ менән уңышлы эшләүенең нигеҙе – улар менән уртаҡ тел табыу. Кранда эшләгән Наил Талипов, Ринат Әхийәров, Әхсән Фәттәхов, Рөстәм Ғарифуллин, Кәниф Фазлетдинов, Радик Әхмәтдинов коммунистик хеҙмәт үрнәген күрһәтте. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәнидә Вәлиева кадрҙар ҡытлығына юл ҡуйманы, төҙөлөштә 200 кеше эшләгән көндәр нормаға инеп китте. Ташсылар, водителдәр ҙур тырышлыҡ менән, ышанысты аҡлап эшләне. Төҙөүселәрҙе ташыу өҙлөкһөҙ ойошторолдо. Автобус водителдәре Нәсимйән Әхәтов, Фларит Әғзәмов, Хәтмулла Сәлихов, Рәлиф Ғәлимов буран-ямғырлы көндәрҙә лә төҙөүселәрҙе объекттарға ташыны.
Урман мастеры Рәшит Ғәйниев иң ауыр, яуаплы тармаҡты тартты, оҙаҡ йылдар уңышлы етәкселек итте. Уның хеҙмәте маҡтауға ғына лайыҡ. Баш инженер Камил Әхмәҙуллин етерлек күләмдә таҡта материалдары өсөн Үрге Һөйән, Тәтешле, Асҡын урман хужалыҡтарынан квота алыуға өлгәште.
Кадрҙар – уңыш нигеҙе
Камил Әхмәҙуллин – районда “СССР Госстрой” ойошмаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән берҙән-бер етәксе. Ул ике етәксе, 17 инженер-техник хеҙмәткәр, 32 водитель, 13 тракторсы, 30 ташсы, 9 иретеп йәбештереүсе менән һөҙөмтәле эшләне.
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Рәүеф Ғәбделйәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүселәре, мастерҙар Ришат Аҡамов, Мәғдән Ғиләжев, ташсы Мәснәүи Сәләхов, Башҡортостандың атҡаҙанған автомобиль транспорты хеҙмәткәре Мәдехат Карамовтың өлгөлө хеҙмәте менән коллектив хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Районда барлыҡ төҙөлөш объекттарына сеймал ситтән ташыла. Йөк ташыу машиналарында алдынғы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән водителдәрҙе билдәләп китеү дөрөҫ булыр: Әдис Ғәйниәхмәтов, Өлфәт Әйүпов, Рәлиф Ғимранов, Нәүис Исламов, Мәғнәүи Фәридунов, Радик Әхмәтханов, Фәнир Хөсәйенов, Хәнәс Шәйехов, Нәсим Маликов, Фәһимйән Маликов, Ринат Йәнгилдин, Сәхибгәрәй Гәрәев, Тәфҡил Сәхипов, Владимир Бикмурзин, Данир Әхмәтов, Вил Рәжәпов, Фларит Ғәйнетдинов, Радик Йыһаншин, Әхнәф Хәлимов, Илдар һәм Илшат Вәлиевтәр көн дә рейста булды.
20 йыл баш иҡтисадсы булып эшләгән Фәнәүи Ғәлиев етештереүҙең рентабеллелеге өсөн дөрөҫ иҡтисади сәйәсәт алып барҙы. Бөгөн баш иҫәп-хисапсы Хатип Мөхлисовты ла йылы һүҙҙәр менән иҫкә алабыҙ. Иҫәп-хисапсыларҙың һөҙөмтәле эшләүендә уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Анфиса Сәхипова, Флидә Ғәлләмшина, Зилә Хәлимова, Лүзә Кашапова, Әлфинә Вәлиева финанс мәсьәләләрен оҙаҡ йылдар теүәл алып барҙы.
1983 йылдың июнендә Фларит Хөсәйенов инде “МПМК” ойошмаһына етәксе итеп тәғәйенләнде. 1988 йылға тиклем Әхмәҙуллин менән Хөсәйеновтың берҙәмлеге һөҙөмтәһендә район төҙөлөш майҙанына әйләнде. Был осорҙа ҡалҡып сыҡҡан объекттарҙың иң ҙурҙарын һанап китеү уның күләмен күҙ алдына баҫтыра: колхоздарҙа – һыйыр малы өсөн 36 бина, 46 сенаж траншеяһы, 24 һөт һаҡлау блогы, биш МТМ бинаһы, 2500 тоннаға иҫәпләнгән биш картуф һаҡлау келәте. Социаль учреждениелар һәм башҡа бихисап биналар ҙа ҡалҡып сыҡты: 2412 уҡыусыға иҫәпләнгән 14 мәктәп, 18143 квадрат метр торлаҡ, 1640 урынға иҫәпләнгән ете клуб, “Агропромбанк” һәм “Һаҡлыҡ банкы” бүлексәләре, 150 пассажирға иҫәпләнгән автовокзал, ауыл хужалығы идаралығы, хәрби комиссариат, “Мотор” фирмаһы һәм коммуналь хужалыҡ идаралыҡтары, Балтас “Сельэнерго”һының етештереү базаһы, район советы башҡарма комитеты, 150 урынлыҡ поликлиника, 1-се һәм 2-се мәктәптәр, 1500 һанға иҫәпләнгән АТС, 98 машинаға тәғәйенләнгән туғыҙ автомобиль гаражы (район буйынса), универмаг һәм РАЙПО. Ғөмүмән, коллектив ғәйәт күп эш башҡарҙы.
Һөҙөмтәләр буйынса Балтас төҙөлөш ойошмаһының эшенә 1997 йылдың ноябрендә үткәрелгән республика кәңәшмәһендә В.Д. Хромых бик юғары баһа бирҙе.
“Балтас төҙөлөш ойошмаһы йылдан-йыл төҙөлөш тиҙлеген үҫтерә бара. Улар күптән инде тиҙ һәм һөҙөмтәле эшләргә өйрәнде. Коллегаларға балтастарҙың хеҙмәт үрнәген өйрәнергә тәҡдим итәм”, – тине етәксе.
1988–1997 йылдарҙа Камил Әхмәҙуллин Балтас ”МПМК”-һының начальнигы булып эшләне. Был урында ла ул электән килгән матур, файҙалы башланғыстарҙы дауам итте. Бик күп эшсе яңы йорт һалып сыҡты. Йәш ғаиләләргә дөйөм торлаҡтан урын бирелде. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә ташламаларҙан да файҙаландылар. Мал тотоусыларға ай һайын ҡатнаш аҙыҡ биреү ҙә йолаға инде.
Район хакимиәте тәжрибәле етәксе Камил Әхмәҙуллинды Балтас районы хакимиәте башлығының төҙөлөш эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Был йылдар уның биографияһында айырым урын алып тора. Командаға тәүәккәл, маҡсатлы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән, һүҙ кешеһе икәнен тормошта иҫбатлаған белгес өҫтәлде. Башҡаларҙан йәш буйынса ғына түгел, оло хеҙмәт тәжрибәһе менән дә айырылып торҙо ул. Камил Әхмәҙуллин – Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн“ почет билдәһе менән бүләкләнгән. Ике саҡырылыш район советы депутаты ла булды. Яңы вазифала мөһим төҙөлөштәрҙе тормошҡа ашырҙы.
Районда тағы бер ҙур төҙөлөш – район үҙәк дауаханаһының төп корпусы – ҡыҫҡа ваҡытта ҡалҡып сыҡты. Уны асыу тантанаһына Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Зурабовтың килеүе байрамға мәртәбә өҫтәне.
Был яҙма – МПМК тарихының ҡыҫҡа бер өлөшө. Рус телендә яҙылған төп нөсхәһе “Район тарихы” китабына индерелер, тигән өмөттәбеҙ. Район үҫешенә ҙур өлөш индергән ойошмалар һәм унда эшләгән кешеләр тураһында халҡыбыҙға мәғлүмәт еткереү бөгөн көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
- Хәнис ХӘЗИМОВ.
Балтас районы.