

Мишкә районы үҙәгендә полилингваль гимназия асырға йыйыналар. Уның сиктәрендә мари телен төптән өйрәнеү мөмкинлеге буласаҡ.
Был хаҡта Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашҡанда әйтеп үтте.
- Башҡортостанда дүрт полилингваль мәктәп эшләп килә: икәүһе Өфөлә, берәүһе Стәрлетамаҡта, берәүһе Нефтекамала. Был мәктәптәрҙең өсәүһе – башҡорт, берәүһе – татар теленә баҫым яһай. Ә һеҙҙә төҙөләсәк гимназияла мари, рус, инглиз телендә белем бирәсәктәр, – тине ул.
Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников республика етәксеһен муниципалитет үҫешенә булышлыҡ иткән алдынғы проектар менән таныштырҙы. Улар рәтендә – Мишкә ауылындағы 2-се һанлы мәктәп бинаһы янында тағы бер бина төҙөү. Мәктәптә 600-ҙән ашыу бала уҡый, был ҡәҙимге һандан ике тапҡырға юғарыраҡ. 250 балаға тәғәйенләнгән ике ҡатлы бина төҙөү был мәсьәләне хәл итәсәк. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы.
Тағы ла бер проект – ул район үҙәге янында аҡҡан Инәк йылға буйын төҙөкләндереү. Киләсәктә бында мәҙәни саралар үткәрергә теләйҙәр. Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә был объектты 2022-2023 йылда финанслау мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Мишкә районында хәл итеүҙе талап иткән тағы ла бер мәсьәлә – ул Мишкә ауылындағы Мәҙәниәт йортон ремонтлау, уның алдындағы майҙанды төҙөкләндереү.
Радий Хәбиров был башланғысты ла күтәреп сыҡты.
Фото: https://glavarb.ru