Йәмғиәт
20 Август 2021, 08:08

Нисек ярарға белмәйем

takprosto.cctakprosto.cc
Фото:takprosto.cc

“Кейәүгә сыҡҡаныма күп тә түгел – ике йыл тулып килә.

Район үҙәгендә йәшәйбеҙ. Ирем эшләй, мин бер йәшлек улыбыҙ менән декрет ялында ултырам. Иремдең тыуған ауылы район үҙәгенән алыҫ түгел – 22 саҡрым. Ҡәйнәм яңғыҙ йәшәгәс, йыш ҡайтырға тырышабыҙ. Иремдең эш сменаһы ял көндәренә тура килһә, ҡәйнәм беҙгә килеп етә. “Ейәнемде һағынам”, – ти. Уныһына ышанам: килһә, бәпесте ҡулынан төшөрмәй, нимәләр генә һатып алып биреп бөтмәне.

 Тик... Шул бер “тик” күңелде ҡыра: ҡәйнәм минең донъя көтөрлөк кеше булыуымда, улына яҡшы ҡатын, ейәненә һәйбәт әсәй икәнлегемдә шикләнеп йонсота.

Ауылыбыҙҙа башлан­ғыс мәктәп кенә булғас, бишенсе кластан ҡалаға китеп, интернатта ятып уҡыным. “Интернат балалары эш рәтен белмәй үҫә” – бына ҡәйнәмдең иң ҙур дәғүәһе. Һәр нәмәгә ҡы­ҫы­ла, һәр ғәмәлде өй­рәтә: һауыт-һаба йыуыу­ҙан башлап, бала тәрбиәләүгә тиклем.

Был юлы килеүенә, баламды илата-илата, ваҡ бәлештәр бе­шер­ҙем. “Ҡайһы кибеттән һатып алдың?” – тип һорап, күңелемде ҡалдырҙы. Үҙем бешерҙем, тиһәм, ышанмай.

Тешемде ҡыҫып түҙеп, ҡаршы һүҙ әйтмәҫкә тырышам. Әммә гел улай дауам итә алмай бит... Нимә эшләргә икән? Урынына ултырт­ҡансы әйтергәме? Әллә йәшәй-йәшәй барыһы ла яйланырмы?”

 

“Башҡортостан”дың “Бәйләнештәге” төркөмөнә Рәйлә исемле ҡатындың ебәргән яҙмаһынан Г. Яҡшығолова әҙерләне.

Читайте нас