Йәмғиәт
20 Август 2021, 08:18

Туҙан йыйылмаһын тиһәң...

Ниндәй генә йортта йәшәһәң дә, уны тәртиптә тоторға, ваҡытында йыйыштырырға, йыһазға туҙан ҡундырмай һөртөп торорға кәрәк. Хужабикәләргә эштең ҙур өлөшө төшә, улар көн һайын төрлө йыһаз, техника, тәҙрә, өҫтәл өҫтәрен таҙа тотоу өсөн химия сараларын ҡуллана.

Хәҙер өй йыйыштырыу өсөн спрейҙар, универсаль саралар, антистатик щеткалар, һеперткеләр етерлек.

 Йыһаз өҫтөн ике-өс айға туҙан ҡуныуҙан һаҡлаусы сара булыуын апайҙар һәм өлә­сәйҙәребеҙ яҡшы белгән. Улар глицериндың бер нисә там­сыһын микрофибраға тамыҙып, йыһазды эшкәртеп, туҙан ҡунды­рыуҙан һаҡлаған. Химия сараларына ҡарағанда, уның өҫтөнлөктәре күберәк: туҙан йыйылыу процесын оҙайлы ваҡытҡа аҡрынайта, лак менән буялған йыһазды ла уның менән эшкәртергә мөмкин, көҙгө һәм йыһаздарҙы туҙан ҡуныуҙан һаҡлай. Иң мөһиме, сәләмәтлек өсөн глицериндың зыяны юҡ. Уны хатта му­зейҙарҙа экспонаттарҙы ту­ҙандан һаҡлау өсөн файҙа­ланалар, ҡунаҡханаларҙа йы­һаз өҫтөн эшкәртәләр. Бер ниндәй еҫе булмағас, аллергиктар өсөн дә хәүеф тыуҙырмай.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас