Йәмғиәт
20 Август 2021, 07:25

“Ул һуңғы минутына тиклем бурысын үтәне”

Башҡорт пулеметсыһының батырлығын әле лә онотмайҙар.

Июлдә Липецк өлкәһенең Тербуны районы үҙәгендә алтынсы тапҡыр “1942 йылдағы эҫе йәй” фестивале үтте. Был сара тәүге тапҡыр 2014 йылдың 9 майында Тербунынан 43 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Озерки ауыл биләмәһе янында ойошторолғайны. Тарихсылар белдереүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Тербуны районында үткән алыштар һәм Воронежда булған барлыҡ һаҡланыу, дошманды сигендереү операциялары етерлек өйрәнелмәгән, тейешле баһа алмаған.

Фестивалдә яҡташтарыбыҙ ҡатнашты

 

Тербунынан Воронежға тиклем – туранан 83 саҡрым. Вермахт бу­шаған көстәрҙе Сталинградҡа ташлау өсөн Воронежды шунда уҡ алырға ниәтләнә. Әммә уларҙың юлына тәүгеләрҙән булып 8-се кавалерия корпусы составына ингән 112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһы арҡыры тора. Ҡамауҙан сыҡ­ҡан беҙҙең башҡа частар ҙа ҡаһар­мандарса һуғыша. 30 меңдән ашыу яугир һәм командир Тербуны ерендә мәңгелеккә ятып ҡала.

Немецтар Воронежға 1942 йылдың 6 июлендә үтеп инә. Әммә башҡорт яугирҙәре, дошман юлын быуып, РККА-ға дүрт көн эсендә ҡаланы һаҡлау өсөн хәрби частар туплау мөмкинлеген бирә.

Шул осорҙағы яуҙарҙы иҫкә алыу маҡсатында ойошторолған хәрби-тарихи ваҡиғаларҙы реконструкциялау фестивале йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасы­ларҙы йәлеп итә. Халыҡ туғандары ғүмерен ҡорбан иткән ерҙе күрергә һәм данлы үткәндәребеҙҙе иҫкә алырға килә.

Быйыл сарала Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының 20 ҡала­һынан 35 команда ҡатнашты. Беренсе тапҡыр Тербуны сиктәрендә хәрби алыш реконструкцияһына башҡорт тоҡомло аттар алып барылды. Урындағы халыҡ Урал бөркөттәренең алыштырғыһыҙ ярҙамсыларын күреүгә өлгәште. Аттарҙы күсереп йөрөтөүҙә “Аҡбуҙат” ипподромы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте.

Фестивалдә беҙҙең республиканан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев, “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” ойошмаһы етәксеһе Илдар Шәйәх­мәтов, “Содружество” ойошмаһы рәйесе Борис Малородов, Ауырғазы, Ғафури, Мәләүез, Стәрлебаш һәм Учалы райондарынан вәкилдәр ҡатнашты. Әбйәлил районынан бер ғаилә, 11 кеше, яугир кавалерист туғандарының ҡәберен табыуҙа ярҙам иткән урындағы халыҡҡа рәхмәт белдереү өсөн барҙы.

112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһын төҙөүгә 80 йыл тулыу көнө яҡынлаша. 1942 йылдың 22 мартында иһә дивизияға Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиу­мының Байрағын тапшырғандар. Байраҡһыҙ дивизия хәрби берләшмә тип иҫәпләнмәй һәм ғәмәлдәге Армия составына ла индерелмәй. Республикала 113-сө кавалерия диви­зияһы ла төҙөлә, әммә уны бер аҙҙан кире тарҡаталар.

 

Үҙ теләге менән киткән...

 

София Янбаева эҙәрмәндәр ярҙамында оҙаҡ йылдар дауамында эҙләнеү һөҙөмтәһендә олатаһы Барый Абдулла улы Ғәбиҙуллиндың һәләк булған урынын табыуға өлгәшә. Барый Абдулла улы 1905 йылда тыуған. Ишембай районының Авангард ауылында (элеккесә Маҡар районының Березовка ауылы) йәшәгән, “Коммуна” (аҙаҡ “Авангард”) колхозы рәйесе булған. Ете балаһын ҡалдырып, үҙ теләге менән Тыуған илде һаҡларға киткән ул. Һуғышта 45 миллиметрлы орудие командиры булған. Тербуны-2 ауылынан өс саҡрымдағы урман ситендә дошман минаһы шартлауы һөҙөмтәһендә ғүмере өҙөлгән.

Барый Абдулла улының батыр­ҙар­са үлеме тураһында яҡташтары былай тип һөйләгән: “Ул яраланды, снарядтан ҡалған соҡорға шыуышып барҙы. Фашистар яҡыныраҡ килә башланы, ә ул немец телендә ни­мәлер әйтте. Уның “коммунист тип әйткәнен аңланыҡ. Улар ҡыуанып һалдатҡа яҡынлаша башланы. Шул мәл шартлау ишеттек, һәм ер тигеҙ­ләнде... Үҙенең балалары хаҡына фашистарҙың ғүмерен дә алып китте”. Батыр яугирҙең һөлдәһен 2017 йылда табып, яңынан ерләгәндәр.

– Шайморатовсылар тураһында китапҡа Озеркилағы туғандар ҡәберлеге инмәгән шикелле. Дан пьедесталында торғанда, Нурдәүләт ауылынан, Тербуны сиктәрендә 1942 йылдың 21 июлендә һәләк булған олатаһы Барый Абдулла улы Ғәбиҙуллиндың ҡәберен күреү өсөн, ныҡышып һеҙҙең делегацияға ҡушылған ҡатынды иҫләйһегеҙҙер. “Һәр үлән, хатта бәләкәй генә сүп тә беҙгә таяныс булырға тейеш. Еңеү өсөн! Балалар ғүмере өсөн!” – был уның яҡташтарына һуңғы мөрәжәғәте булған (Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәр һүҙҙәренән). Ошондай девиз менән күптәр Берлинға барып еткән һәм Тыуған илгә ҡайтҡан. Олатайым 1 декабрҙә йыллыҡ отчет тапшырырға юлланған да кире әйләнеп килмәгән. Атайым Рифҡәткә ҡолон алып ҡайтырға вәғәҙә иткән булған. Һуңынан уны Стәрлетамаҡта тимер юл вокзалында күргәндәр. Яҡташтарына: “Фронтҡа китәм. Колхозды Фәтихаға ҡалдырҙым, уның ҡулынан килә”, – тип әйткән. Ике хаты килгән, һуңғыһында “иҫтәлеккә фотоға төштөк” тип яҙған.

1942 йылда олатайымды ерләй алмағандар, сөнки уны шартлау ваҡытында ер күмгән. Ул, бер туған инәйемдең төшөнә инеп: “Мине ҡулымдағы граната запалы буйынса табығыҙ”, – тип әйткән, имеш. Мин олатайымдың ерләнгән урыны тураһында мәғлүмәтте 2019 йылда Оборона министрлығы сайтында таптым, – тип иҫтәлектәрен уртаҡ­лашты делегация менән Тербуныға барған София Янбаева.

Мемориал янында булғанда София Янбаеваға табылған 17 һалдаттың береһенең ҡулында граната запалы булыуы һәм уны айыра алмауҙары тураһында һөйләйҙәр. Ҡатын, был яңылыҡты ишеткәс, ҡолап китә яҙа, сөнки төшөндә ишеткән һүҙҙәргә тап килә.

Мәғлүм булыуынса, Барый Абдулла улы 13 йәштән ликбезға йөрөгән, һуғышҡа тиклем хәрби курс үткән. Унан яҡшы уҡығаны өсөн немец теле уҡытыусыһы ҡыҙғылт-һары ҡырынғыс һәм көмөш тәмәке һауыты бүләк иткән.

Яугирҙең ҡатыны Фәтиха Ғилман ҡыҙы Ғәбиҙуллина (Аҡаева) һуғыш йылдарында колхоз рәйесе булған. Уны “тимер Фәтиха” тип йөрөткәндәр. 1952 йылда вафат булып, Авангардта ерләнгән.

 

Пулеметсының яңғыҙ ҡәбере

 

Тербунынан 15 саҡрымда Урицкое ауылы урынлашҡан, ә унан биш саҡрым ситтәрәк Даниловка булған. Хәҙер был ауыл юҡ, әммә Олым йылғаһының текә ярында Башҡорт кавалерия дивизияһынан булған билдәһеҙ пулеметсының яңғыҙ ҡәбере тора. Яугир 1942 йылдың июлендә, үҙе яраланһа ла, пулеметтан ут асып, иптәштәренә ярҙам итә. Тылға үтеп ингән дошман һалдаты уға арттан кинжал менән сәнсә. Төндә һалдат аңына килә һәм ауылға шыуышып бара, унда уны бер ҡатын йәшерә. Быны күргәс, күршеһе иртәнсәк фашистарға барып ошаҡлай.

Ҡыйыу ҡатынды ике бәләкәй балаһы менән атып үлтерәләр, ә яралы пулеметсыны йылға буйына алып барып һорау ала башлайҙар. Башҡорт яугире бойороҡ һүҙҙәренән тыш рус телен белмәгәс, дошмандар уны, бер ниндәй мәғлүмәт ала алмаясаҡтарын аңлап, яр буйында язалап үлтерә.

Рус православие сиркәүе ҡәбер­ҙе төҙөкләндереп, әле тәрбиәләп тора.

Тербунынан көнбайышҡа табан 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Борки ауылында Гитлер ғәскәре беҙҙең оборона сиген үтә алмаған һәм окопта алыш алып барырға мәжбүр булған.

Беҙҙең делегация оборона һыҙа­тындағы һәйкәл янында Башҡорт­остандан яҡташтар иҫтәлегенә Ҡырым ҡарағайҙарын ултыртты. Унда һуғыш барған арауыҡтар һәм йүнәлештәр күрһәтелгән – был башҡорт атлыларына үҙҙәренән әллә нисә тапҡыр күп булған дошманға ниндәй шарттарҙа алышырға тура килгәнен күрһәтә.

Быйыл декабрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөлөүгә 80 йыл тула, шулай уҡ Тербуны оборона һыҙығында (элек – Курск өлкәһе) ҡыйыу, ҡаһармандарса һуғышып, данын таратҡан тәүге алыштарына ла 80 йыл була.

Ҡыҙыл Армияның 1942 йылдың йәйендә Тербуныла һәләк булған 30 мең яугиренең һәм команди­рының 15 проценты 8-се кавалерия корпусына тура килә, ә унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла ингән.

Был яу яландарында бик күп башҡорт батырҙары ятып ҡалған. Тыныс тормоштан тартып алынған ябай ир-егет фашистың заманса ҡоралланған ғәскәренә, танктарына ҡылыс менән ҡаршы торған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур юғалтыуҙар хаҡы менән...

“Тербуны районында яугирҙәрҙе ерләгән урындар һәм һәйкәлдәр бар. Урицкое ауылы уртаһында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ҡыҙыл Армия һалдаттарына һәм шул төбәк кешеләренә һәйкәл ҡуйылған.

Башҡорт пулеметсыһы ерләнгән ҡәбер янында республика йәмәғәт ойошмалары ярҙамында хәрби ҡәберлек булдырылһын ине”, – тигән теләк белдерҙе фестивалдә ҡатнаш­ҡан йәмәғәт эшмәкәрҙәре Нурислам Ҡалмантаев, Борис Малородов һәм София Янбаева.

 

- Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас