Йәмғиәт
20 Август 2021, 07:33

Уларҙы Туймазының дан ғаиләһе тип беләләр

“Милләтебеҙ сәләмәт булһын!”

Әбсәләмовтарҙың ғаилә архивынанӘбсәләмовтарҙың ғаилә архивынан
Фото:Әбсәләмовтарҙың ғаилә архивынан

Гәзитебеҙҙең дуҫтары – баҫмабыҙҙы алдырып уҡыусылар һәм “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙгә яҙылыусылар – яҡшы хәтерләйҙер: социаль селтәрҙә “Күркәм башҡорт ғаиләһе” тигән конкурс уҙғарып, уның еңеүселәрен иғлан итеп, һәр ғаилә менән яҡындан таныштырырға вәғәҙә биргәйнек. Бөгөн һүҙ – Туймазы ҡалаһында йәшәгән дан ғаиләләрҙең береһе Динә менән Рәмзин Әбсәләмовтар хаҡында. Улар көсөргәнешле бәйгелә иҫ киткес ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, лайыҡлы рәүештә өсөнсө урынды яулағайны. Әбсәләмовтар Туймазы яҡтарында халҡыбыҙҙың милли асылына тоғролоҡ һаҡлау, мәҙәниәтебеҙҙе һәм сәнғәтебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән ифрат ҙур эш башҡара. Рәмзин Рәфҡәт улы Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеген уңышлы етәкләй, Динә Рәмил ҡыҙы – ошо уҡ бүлектә методист.

– Рәмзин Рәфҡәт улы, иң тәүҙә, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ һәм ғаиләгеҙ менән яҡындан танышайыҡ.

– Мин сығышым менән Баймаҡ районының Темәс ауылынан. Тыуған ауылымда IX класты тамамлағас, Учалы музыка училищеһының ҡурай класына уҡырға индем. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтында ла уҡыуымды тап ошо йүнәлештә дауам иттем. Бала саҡтан күңел йыр-моңға, бейеүгә тартылды, мәктәптә уҡыған йылдарҙа “Йондоҙ” ансамблендә бейенем, шуға күрә сәнғәт юлын һай­лаясағым алдан уҡ билдәле ине, тиергә мөмкин. Ә ҡурайға килгәндә инде, ул –ғүмерлек юлдашым да, моңдашым да, тип әйтһәм, һис тә арттырыу булмаҫ.

 – Ғаилә ҡороу тарихығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине. Ҡайҙа, ҡасан таныштығыҙ?

– Тормош юлдашым Динә менән бер ауылдан булһаҡ та, алдан бер-беребеҙҙе белмәй инек. Минең былай тип әйтеүемә, бәлки, күптәр аптырар, әммә ысынлап та шулай булды. Беренсенән, Темәс – бик ҙур ауыл, бөтә халыҡты белеп бөтөү мөмкин түгел, икенсенән, кәләшем минән биш йәшкә кесерәк. Йәғни мин туғыҙынсыны тамамлап ауылдан киткәндә, ул дүртенсене генә бөткән булған.

Динә менән беҙ Өфөлә таныштыҡ. Бер мәл шулай урам буйлап китеп барһам, ниндәйҙер машина сигнал бирә. Урман хужалығында водитель булып эшләгән ауылдаш егет килгән икән. “Беҙҙең ауылдан Динә тигән ҡыҙға ата-әсәһе күстәнәс ебәргәйне, һин Өфөнө яҡшыраҡ беләһең, әйҙә, алып барайыҡ әле”, – ти.

Шулай итеп, 1998 йылдың декабрендә буласаҡ кәләшем менән таныштым һәм яңы 1999 йылды бергә ҡаршы алдыҡ. Шул уҡ йылда мине Октябрьский ҡалаһына эшкә ебәрҙеләр, ә Динә, китапхана техникумын тамамлап, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инде. Тойғо­ларыбыҙҙың сафлығын, мөнәсә­бәттәрҙең ныҡлығын ярайһы уҡ һынап, 2001 йылдың алтын көҙөндә гөрләтеп туй үткәрҙек.

 – Балаларығыҙ менән дә яҡынданыраҡ таныштырығыҙ, уларҙың шөғөлдәре, һәләт­тәре...

– Ҡыҙыбыҙ Рушана Октябрьский ҡалаһында тыуҙы. Ул да бәләкәйҙән йыр-моңға тартылды, музыка мәктәбенең фортепиано класын уңышлы тамамланы. Әлеге ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһында ҡылҡумыҙ буйынса белем ала. Рушана – бик һәләтле ҡыҙ, республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, гел “5”-кә өлгәшә.

Уртансыбыҙ Юлай IX класҡа бара. Уның да шөғөлдәре бик күп: музыка мәктәбенең ҡурай класын тамамланы, хоккей, футбол менән мауыға. Бәләкәй сағынан “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Әлеге ваҡытта мәктәптә һәм районда үткән төрлө сараларҙың алып барыусыһы, башҡортса ла, русса ла берҙәй иркен аралаша. Киләсәктә журналист булырға теләй.

Бәләкәсебеҙ Заһир II класты тамамланы. Бик үҙенсәлекле егет ул: ҡурайҙа, фортепианола уйнай, ағаһы кеүек футбол ярата. Заһир математика фәнен үҙ итә һәм һандарҙы, төрлө даталарҙы иҫләүе менән беҙҙе аптыратып ҡуя. Ҡасан ҡайҙа барыуыбыҙҙы көнө, сәғәте менән иҫләй, барлыҡ дуҫтарҙың, туғандарҙың машина, йорт һандарын яттан белә. Уның был һәләтенә үҙебеҙ ҙә, яҡындарыбыҙ ҙа ғәжәпләнеп ҡуябыҙ. Киләсәктә кем булыры әлегә билдәһеҙ, иң мөһиме – балалар һау-сәләмәт, бәхетле яҙмышлы булһын.

 –  Эйе, амин, шулай булһын. Рәмзин Рәфҡәт улы, һеҙ бына арыу уҡ йылдар инде Туймазы ерендә йәшәйһегеҙ. Был төбәк һеҙҙе нисек ҡабул итте? Туймазы халҡы нимәһе менән үҙенсәлекле?

– Бында 17 йыл йәшәйбеҙ. Туймазы ере беҙҙе бик йылы ҡабул итте, был төбәк ныҡ оҡшай. Ҡала үҙе бик матур, таҙа, халҡы тырыш, сәмле, һәр ваҡыт яҡшыраҡ, матурыраҡ йәшәргә ынтыла. Быны ҡалала һәм ауылдарҙа төҙөлгән күркәм йорттарға, төҙөк ихаталарға ҡарап та әйтеп була. Күсеп килгәс, тәүге осорҙа кешеләрҙең күп итеп теплица тотоуына ғәжәпләнгәйнек. Туймазы ҡыяры республикаға ғына түгел, күрше төбәктәргә лә билдәле бит инде. Помидор, еләк, бәшмәк үҫте­реүселәр ҙә бихисап. Ғөмүмән, был төбәктә йүнсел, бөтмөр, уңған халыҡ йәшәй.

 – Һеҙ Туймазы яҡтарында халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү йәһәтенән дә ҙур эштәр башҡараһығыҙ, төрлө саралар, конкурстар үткә­рә­һегеҙ, ошолар хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине.

– Бөгөн беҙҙең районда 60-тан ашыу милләт вәкиле дуҫ, татыу йәшәй, тырышып донъя көтә. Мәҙәни сараларҙы ойошторғанда һәр халыҡтың милли үҙенсә­леген, зауығын, рухи мираҫын иҫәптә тоторға тырышабыҙ. Барлыҡ милләт вәкилдәренә лә үҙ мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән уңайлы шарттар булдырылған.

Халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлауға килгәндә инде, беле­үегеҙсә, беҙҙә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Оҙон көй” төбәк-ара конкурсы гөрләп үтә. Үҙемдең башланғыс менән нигеҙ һалынған саралар тураһында ла әйтеп үтәйем: республиканың һәүәҫкәр ҡурай­сылары араһында ойошторолған “Тылсымлы ҡурай моңо” асыҡ конкурсы һәм район кимәлендәге “Раймантау моңдары” гармунсылар бәйгеһе йылдан-йыл билдә­лерәк була бара. Һуңғы ваҡытта ауылдарҙа гармун тартыусы­ларҙың кәмеүе эсте бошора ине, шуға күрә уларҙы дәртләндереү, гармун моңона яңынан йән өрөү маҡсатында шундай конкурс үткәрергә ниәт иттек.

Тормош юлдашым Динә Рәмил ҡыҙының да проекттары күп кенә. Былтыр, Башҡорт теле йылында, уның инициативаһы менән “Туймазы таланттары” тигән яңы проект башланғайны. Был эште быйыл – Башҡорт тарихы йылында ла дауам итергә булдыҡ. Проекттың төп асылы – башҡорт халҡының милли шөғөлдәренә, йыр-бейеү өлгөлә­ренә арналған клиптар төшөрөү. Әлегә ете клип әҙерләп, тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ, улар интернет селтәрендә бик матур, йылы ҡабул ителде.

Көҙгөлөккә эшебеҙҙең һөҙөм­тәһен йомғаҡлап, ҙур гала-концерт ҡуйырға әҙерләнәбеҙ. Динә­нең тағы бер матур башланғысы – “Таҡмаҡ-батл” конкурсын уҙ­ғарыу, әлегә был эш проект кимәлендә, әммә уны ла мотлаҡ гөрләтеп үткәрә алырбыҙ, тип ышанам. Бына шулай, эштә лә, тормошта ла бергә булып, уртаҡ маҡсаттарға ынтылып йәшәргә тырышабыҙ.

 – Ғаиләлә ниндәй ҡиммәт­тәргә таянаһығыҙ? Ул ныҡлы булһын өсөн ниндәй сифат­тарға эйә булырға кәрәк?

– Ғаилә мөнәсәбәттәрендәге иң мөһим ҡиммәттәрҙең береһе – бер-береңә ышаныс, тип уйлайым. Шулай уҡ йәшлек мөхәб­бәтен һаҡлап, бер һүҙле, уртаҡ ҡарашлы булып йәшәһәң, донъя көтөү еңелерәк. Мин шулай уҡ ғаилә эсендәге хәлдәрҙе, сете­реклерәк мәлдәрҙе ситкә сығар­мау, киреһенсә, икәү-ара аңла­шып хәл итеү яҡлымын. Башҡа кешеләр алдында ҡатынын йәки ирен яманлап һөйләгән кеше­ләрҙе аңламайым. “Өйөңдәге сүпте ситкә сығарма”, ти бит халыҡ әйтеме лә.

Атай менән әсәйгә ҡарап, уларҙан өлгө алып, балалар үҫә. Беҙ ҡыҙыбыҙға һәм улдарыбыҙға матур тәрбиә бирергә, ололарға хөрмәт менән ҡарарға, үҙ-ара дуҫ, татыу булырға өйрәтергә тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта балаларыбыҙҙың милли ҡиммәт­тәрҙе һанлаған, ғөрөф-ғәҙәттә­ребеҙҙе белгән, рухлы быуын булып үҫеүен теләйбеҙ һәм шуға ынтылабыҙ. Аллаға шөкөр, өсө­һөнөң дә теле саф башҡортса асылды, ике телдә лә иркен аралашалар. Әле үк күңелдәрендә башҡорт милләтенән булыуҙары өсөн ғорурлыҡ хисе бар, тип әйтә алам.

 – Гәзит уҡыусыларға теләк­тәрегеҙ.

– Иң тәү сиратта, әлбиттә, һаулыҡ теләйем. Милләтебеҙ һау булһын, сәләмәт тормошҡа ын­тыл­һын. Икенсе теләгем – рухлы, берҙәм булайыҡ! Әгәр туған те­лебеҙ йәшәһен тиһәк, башҡортса баҫмаларға яҙылырға, туған телебеҙҙә китаптар уҡырға һәм үҙ өлгөбөҙгә балаларыбыҙҙы ла эйәртергә тейешбеҙ.

“Башҡортостан” гәзитенә килгәндә инде, уның дуҫтары, уҡыусылары күп булһын, тип теләйем. Һәр ваҡыт халҡыбыҙҙы яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәүсе рухлы баҫма булып ҡалығыҙ!

 – Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Именлек, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!

 

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.

 

Туймазы районы.

Читайте нас