Йәмғиәт
20 Август 2021, 08:14

ЙОНДОҘНАМӘ (23.08 – 29.08.2021)

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

ҠУҘЫ

Булған аҡсағыҙҙы күсемһеҙ милеккә һалыу өсөн яҡшы осор. Торлаҡ мәсьәләһен дә ыңғай хәл итергә мөмкин. Аҙнаның икенсе яртыһында аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал.

 

БУҒА

Мөхәббәттә лә, ижадта ла уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Тик буш хыялдар менән йәшәмәгеҙ, юҡһа төшөнкөлөккә бирелерһегеҙ. Үҙегеҙгә оҡшаған эш менән шөғөлләнегеҙ, китап уҡығыҙ йә иһә сәйәхәткә сығығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Йондоҙҙар үҙ фекерегеҙҙе ныҡлы яҡларға кәңәш итә. Был арала ялҡаулыҡ тигән төшөнсәне бөтөнләй оноторға тура килер. Эш, мәшәҡәт күбәйеп китер.

 

ҠЫҪАЛА

Аҙна аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Мөһим эш йөк­мәтерҙәр, моғайын. Уның файҙаһын аҙағыраҡ күрерһегеҙ. Матди хәлегеҙ тотороҡһоҙ күренә, аҡсағыҙҙы самалап тотоноғоҙ.

 

АРЫҪЛАН

Ниндәйҙер сетерекле мәсьәләне сисә алырһығыҙ. Күңелегеҙ күтәренке булыр. Был арала уй-ниәттәрегеҙҙе башҡаларға һөй­ләмәү хәйерле, эргәгеҙҙә көн­сөлдәр юҡ түгел.

 

ҠЫҘ

Тыныс аҙна көтөлә. Өҫтәмә аҡса сығанағын табырһығыҙ, яңы тәҡдимдәр алырһығыҙ. Әммә ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә, һәр ғәмәл­дә эске һиҙемләүегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Осор бер аҙ сабырлыҡ талап итер, моғайын. Үткәндәргә йомғаҡ яһап, киләсәккә план ҡороу өсөн уңайлы мәл. Сәфәргә сыҡҡандарҙы сағыу ваҡиғалар, ҙур еңеүҙәр көтә.

 

САЯН

Күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр. Ныҡышмалылыҡ һөҙөмтә­һендә ҡуйған маҡсатығыҙға өлгә­шерһегеҙ. Мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә яңы танышығыҙҙың ярҙамы тейер.

 

УҠСЫ

Күсемһеҙ милек менән шөғөл­ләнеү өсөн уңышлы аҙна. Хис-тойғоларығыҙҙы тәртипкә кил­терегеҙ. 13-14 июлдә дорфалыҡ­ҡа, шик-шөбһәгә юл ҡуймағыҙ, юғиһә өлгә­шелгәндәрҙе юғалтырһығыҙ.

 

ЫЛАҠ

Йондоҙҙар шәхси тормошта уңыш йылмайыр тип фаразлай. Күберәк аралашырға тыры­шығыҙ. Шул осраҡта бәхет үҙен көттөрмәҫ. Аҙнаның тәүге яртыһы матди мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн отошло.

 

ҺЫУҒОЯР

Дәүләт органдарына мөрә­жәғәт итеү, етәкселек менән аралашыу өсөн уңышлы осор. Шәхси мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итерһегеҙ. Финанс йәһәтенән хәлегеҙ яҡшырыр.

 

БАЛЫҠ

Тормошоғоҙ киҫкен боролош яһар. Хәлгә яраҡлашыу өсөн әүҙемлегегеҙҙе арттырырға тура килер. Тырышлығығыҙҙың һө­ҙөмтә­һе оҙаҡ көттөрмәҫ, тейешле баһаһын алырһығыҙ.

Читайте нас