Йәмғиәт
21 Август 2021, 13:30

Әҙерлек – юғары кимәлдә!

"Иртә таңдан "WorldSkills Russia" IX милли беренселеге ойоштороласаҡ майҙанды ҡараным..."

Әҙерлек – юғары кимәлдә!Әҙерлек – юғары кимәлдә!
Әҙерлек – юғары кимәлдә!

Социаль селтәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "WorldSkills Russia" IX милли беренселегенә әҙерлек тураһында былай тип яҙған:

"Иртә таңдан "WorldSkills Russia" IX милли беренселеге ойоштороласаҡ майҙанды ҡараным. Ярышҡа старт бирелгәнгә хәтлем һанаулы ғына көндәр тороп ҡалды, шуға күрә лә бөтә эштәрҙең дә әҙерме-юҡмы икәнен тикшерергә булдым. Дөйөм алғанда, барыһы ла сифатлы эшләнгән, ваҡ техник деталдәрҙе генә еренә еткереп ҡуйырға кәрәк. Уларҙы төҙәтеү тураһында иҫкәрмәләр бирҙем. Дүшәмбе беҙгә "WorldSkills" буйынса баш эксперт киләсәк, ул майҙанды ҡабул итәсәк. Уйлауымса, һәммәһе лә яҡшы буласаҡ".

Андрей Геннадьевич билдәләүенсә, конкурста ҡатнашыусылар бөгөн Башҡортостанға килә башлаған да инде. Уларҙы аккредитациялау өсөн өс урын булдырылған: аэропорт, тимер юл вокзалы һәм Йәш һөнәрмәндәр паркының майҙаны.

– Йәш һөнәрмәндәрҙең беренселеге финалы – иң күләмле сара, – тигән Андрей Назаров. – Компетенциялар буйынса ла, ҡатнашыусыларҙың һаны йәһәтенән дә. Ул хатта донъя чемпионатына ҡарағанда ла күләмлерәк буласаҡ. Был туралап Рәсәй Президенты Владимир Путин да әйтте.

 

Фото: facebook.com

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас