Йәмғиәт
23 Август 2021, 07:00

Халыҡтың теләге иҫәпкә алынырға тейеш

Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек - төҙөлөргә тейешле объекттар ғына түгел. 

Халыҡтың теләге иҫәпкә алынырға тейешХалыҡтың теләге иҫәпкә алынырға тейеш
Халыҡтың теләге иҫәпкә алынырға тейеш

Башҡортостан әле мөһим ваҡиғаға әҙерләнә. Өс йылдан баш ҡалабыҙ Өфө үҙенең 450 йыллығын билдәләйәсәк. Уға әҙерлек ныҡлап башланды ла. Был турала бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә лә һүҙ булды. Ял көндәре республикабыҙ делегацияһы Түбәнге Новгород ҡалаһының 800 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Радий Хәбиров был сараның файҙалы булыуын һәм Өфөнөң юбилейын нисек үткәреү буйынса идеялар менән байытыуын әйтте.

“Беҙҙең пландар бар, Өфөнөң 450 йыллығына нимә эшләргә теләүебеҙ билдәләнгән. Әммә быларҙың барыһы ла - бер нисә тиҫтә кешенең фекере генә. Иң мөһиме, беҙ өфөләр менән кәңәшләшмәнек. Шуға күрә был хатаны төҙәтергә кәрәк, ҡала хакимиәте менән бергә уйлашығыҙ һәм халыҡтың уй-фекерен белегеҙ. Кешеләрҙең ҡарашына иғтибарлы булырға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе белдереүенсә, был - баш ҡала ғына түгел, республика өсөн дә үтә мөһим ваҡиға. Шуға күрә әҙерлек эшенә бар Башҡортостан халҡы йәлеп ителергә тейеш.

– Өфөнөң 450 йыллығы – яңы объекттар төҙөү генә түгел. Электән килгән проблемаларҙы ла хәл итергә тырышырға кәрәк: ҡайҙалыр юл төҙөргә, ҡайҙалыр ихаталарҙы ремонтларға, фасадтарҙы йүнәтергә. Был - бик ҙур һәм комплекслы эш, эшҡыуарҙар ҙа, федераль һәм республика учреждениелары ла йәлеп ителергә тейеш. Башҡарырға кәрәк саралар бик күп, ул яңы объекттар төҙөүгә генә ҡайтып ҡалмаһын ине, – тине етәксе.

Радий Фәрит улы үҙенең Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға ойоштороу эшен башларға, проект офисы булдырырға һәм даими рәүештә ултырыштар үткәрергә ҡушты.

 

Фото: avtodispetcher.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас