Йәмғиәт
23 Август 2021, 12:30

Вәт, исмаһам, оҫта!

Белорет районынан тимер юлсы үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра.

Вәт, исмаһам, оҫта!Вәт, исмаһам, оҫта!
Вәт, исмаһам, оҫта!

Белорет районының Йөйәк ауылында йәшәгән 57 йәшлек Әбүзәр Солтанбәковты күптәр оҫта ҡуллы кеше булараҡ белә. Уның үҙ ҡулдары менән тыуҙырған мөғжизәләрен күреү - үҙе бер тамашаға тиң!

Карап формаһындағы ҡул йыуғыс (умывальник), паровоз-ыҫлау ҡоролмаһы, шашлыҡ бешереү өсөн төрлө формалағы мангалдар булһынмы, әүһәләктәрме - барыһына ла оҫтаның алтын ҡулдары хеҙмәте, күңел йылыһы һалынған.

Йөйәктең алтын ҡуллы оҫтаһы 35 йыл тимер юлында оператор булып эшләй һәм буш ваҡытында күңеле ҡушҡан шөғөл менән булыша.

 

Фото: Ирекле сығанаҡтан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас