

Республика Волга буйы федераль округында йәштәр һаны буйынса беренсе урынды биләй. Был турала Хөкүмәттең 2021 йылдың тәүге яртыһы һөҙөмтәләренә арналған ултырышында әйтелде. Ултырышты Премьер-министр А.Г. Назаров алып барҙы.
Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов әйткәненсә, республикала, үткән осор һөҙөмтәләренә ҡарағанда, 2 миллионлап кеше физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Был 3 йәштән 79 йәшкә тиклемге кешеләрҙең 49,6 процентын тәшкил итә. Башҡортостан “Спорт көрәше – мәктәптәргә” федераль программаһының пилот майҙаны булып тора. Проект 62 дөйөм белем биреү мәктәбендә тормошҡа ашырыла башлаған. 2024 йылға тиклем уларҙың һаны 200-гә етергә тейеш.
Ауылда спортты үҫтереү өсөн “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Уның буйынса 600 мең һумлыҡ түләүҙәрҙе әлегә 20 тренер алған. Бынан тыш, “Спорт – тормош нормаһы” республика проектына ярашлы 14 муниципалитетҡа бюджеттан 75,4 миллион һумлыҡ ярҙам бүленгән.
Республикала дәүләт йәштәр сәйәсәтен бойомға ашырыуҙағы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – талантлы йәштәргә, йәштәр башланғыстарына, ирекмәнлек хәрәкәтенә ярҙам, йәш быуынға гражданлыҡ-илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, улар араһында кире күренештәрҙе кәметеү.
Бөгөнгә Башҡортостан йәштәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе, ә Рәсәйҙең 85 субъекты араһында етенсе урында тора – 1 миллион 107 мең 717 кеше.
130 меңдән ашыу йәш кеше төрлө проекттарҙа һәм программаларҙа ҡатнашҡан. Социаль яҡтан әүҙем йәштәр 10 миллион һумлыҡ 17 грант отҡан.
Вице-премьер Ирек Сәғитов ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә айырым туҡталды. Үткән ярты йыллыҡта 6439 янғын теркәлгән, был, 2020 йылдағы ошо осор менән сағыштырғанда, 207-гә кәмерәк. Һыуға батыуҙан ҡотҡарылғандар һаны ике тапҡырға тиерлек артҡан.
Янғындан ҡотҡарыу технологиялары камиллаша, техник яҡтан тәьмин итеү яҡшыра, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү менән идара итеү ҙә йылдамыраҡ була бара, тип билдәләнде ултырышта.
Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров республикала янғындарға бәйле хәлде ныҡлы күҙәтеүҙә тоторға кушты.
– Һеҙҙең өсөн бөгөнгә ошонан да мөһимерәк бурыс юҡ. Граждандарҙың хәүефһеҙлеге, янғынды кешеләр йәшәгән ерҙәргә килтереп еткермәү – ошо мәсьәлә менән көнө-төнө шөғөлләнергә кәрәк, – тип билдәләне ул.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru