

Тыуған ауылым Наурыҙ матур тәбиғәте генә түгел, тырыш, берҙәм халҡы менән дә күптәргә билдәле. Ауылдаштарым һәр эште күмәкләп, кәңәшләшеп, кәрәк булһа, тиҙ генә өмә ойоштороп эшләргә күнеккән, шуға күрә беҙҙең ауыл биләмәһе тап-таҙа, сүп үләнен дә күрмәҫһең.
Йорттар ҙа көлөп ултырған кеүек. Хатта иҫке генә өйҙәр ҙә буялған, тирә-яғы таҙартылған. Ауылда яҙылмаған ҡағиҙә бар: ата-әсә нигеҙе буш ҡала икән, ситтә йәшәһәләр ҙә, балалары уны ҡарап, төҙөкләндереп тоторға тейеш.
Гөлсинә менән Заһир Фәттәховтар – минең тиҫтерҙәрем. Яйыҡ буйҙарында бергә уйнап үҫтек, бер мәктәптә уҡыныҡ. Өлкән кластарҙа уҡ дуҫлаша инеләр. Мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙ, ҡулына аттестат алғас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын һайланы. Заһир, Афғанстандағы сыуалыштарҙың иң ҡыҙыу мәленә эләгеп, һалдат бурысын иҫән-һау үтәп ҡайтҡас, Өфөләге радиотехника училищеһына уҡырға инде.
Күп тә үтмәй өйләнештеләр, ғаиләләренә йәм өҫтәп, улдары Артур донъяға килде. Дипломлы йәш белгестәрҙе Кирәбе ауылына эшкә йүнәлттеләр.
Башлыса урыҫ милләте йәшәгән ауылда мәктәптә башҡорт теле шул йылдарҙа ғына уҡытыла башлай. Был эште көйләп ебәреү ҡатмарлы булһа ла, йәш уҡытыусы Гөлсинә бирешмәй, бар тырышлығын һалып, һөҙөмтәгә өлгәшә. Үҙ һөнәре буйынса эш булмағас, бала сағынан оҫта ҡуллы Заһир мәктәптә хеҙмәт дәресенән уҡыта.
Ул йылдарҙа Заһир, Гөлсинә менән байрам-ялдарға ҡайтҡандарында ғына күрешә инек. Йорт һатып алып, йәнә бер балаға ғүмер биреп, гөрләтеп донъя көтөүҙәре, һөҙөмтәле эшләүҙәре тураһында кирәбеләрҙән ишетеп, барыһы ла хәбәрҙар булды.
Ситтә нисек кенә һәйбәт булмаһын, тыуған ер һәр ваҡыт үҙенә тарта инде – был хәҡиҡәт. 2011 йылда икеһенә лә эш урыны булғас, Фәттәховтар тыуған ауылға ҡайтып, Заһирҙың ата-әсәһенән ҡалған йортта төпләнде.
Етмешенсе йылдарҙа һалынған йорт, бейек кенә булһа ла, иҫкергәйне, тырыш Гөлсинә менән Заһир уны бер-ике йылда танымаҫлыҡ итеп яңыртты, ҙур итеп төкәтмә эшләне, тәҙрәләрҙе “евро”ға алмаштырҙы, йортто заманса материал менән көпләне. Ҡалалағы кеүек, йортҡа һыу, канализация үткәрҙеләр. Баҡса кәртәһен яңыртып, тимерҙән сүкеп, ҡапҡа эшләгәс, өй бөтөнләй икенсе төҫ алды.
Ә уңған хужабикә йорттоң тышын да, эсен дә гөл-сәскәгә күмде. Баҡсаларында ла ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫмәй уларҙың, хатта беҙҙең яҡтарҙа экзотик һаналған виноград та емеш бирә башлаған.
Оҫта ҡуллы йорт хужаһы ихата эсендә ағастан һырлап төрлө һындар ҙа эшләгән, бәүелсәк, эскәмйәләр ҡуйып, балалар өсөн уйын майҙансығы ла хәстәрләгән.
Балалар тигәндән, Фәттәховтарҙың улы менән ҡыҙы ла, үҙҙәренә оҡшап, сос, егәрле булып буй еткерә. Икеһе лә юғары белем алып, үҙҙәре ғаилә ҡороп, башлы-күҙле булған. Артур – өс бала атаһы, Айгөлдөң ғаиләһендә ике бөркөт ҡанат нығыта.
Заһир менән Гөлсинә үҙҙәре ишле ғаиләләрҙән. Заһирҙың апай-ағайҙары Себер тарафтарында йәшәй. Йәй етһә, барыһы ла атай нигеҙенә йыйыла. Ошоно иҫәпкә алып, Заһир килгән ҡунаҡтар өсөн ихата эсендә бәләкәй генә йәйге өйҙәр ҙә эшләп ҡуйған.
Наурыҙҙа 2015 йылда уҙғарылған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында уларҙың өйө “Өлгөлө йорт” булып танылғайны, былтыр “Зауыҡлы биләмәләр” район конкурсында ла Фәттәховтар призлы урын яуланы.
Хеҙмәт урындарында ла маҡтау ҡаҙанған ауылдаштарым. Заһир Рәшит улы хеҙмәттәштәре менән 21 ауылда телефон бәйләнеше, интернет, IP-телевидение өсөн яуаплы. Үҙ эшен биш бармағы кеүек белгән элемтәсенең эшенән халыҡ та, етәкселек тә ҡәнәғәт. Уның фиҙакәр хеҙмәтен әллә күпме почет грамотаһы, маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй.
Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләп, үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, “Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре” булып таныла. Ике йыл ауылда мәктәп директоры булып эшләгәндән һуң, ойоштороу һәләтенә эйә, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан етәксене күптән түгел Наурыҙ ауыл советы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеләр. Был вазифала ла уның һынатмаҫына шик юҡ.
Халыҡта “Ике уңған йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә” тигән бик аҡыллы әйтем бар. Был һүҙҙәр ошо һүрәтләмә геройҙарына төбәп әйтелгән кеүек. Егәрлеләр генә эштән дә, ғаиләнән дә уңалыр ул...
Римма СОЛТАНОВА.