Йәмғиәт
25 Август 2021, 06:31

Башҡортостан – мөһим ваҡиғалар үҙәгендә

Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, һәр саҡтағыса, үткән аҙнаның мөһим ваҡиғаларын барлауҙан башланы. Ә улар бихисап: Евразия ғилми-белем биреү үҙәге һәм ундағы студенттар кампусы төҙөлөшөн хуплау, юниорҙар араһында спорт көрәше чемпионаты, урман янғындары, Өфөнөң юбилейына әҙерлек һәм башҡалар.

 

Баш ҡалабыҙ юбилейы алдынан йәшәрә

 

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин кам­пустың ни өсөн кәрәклеге, унан республикаға ниндәй файҙа көтөлөүе, ғөмүмән, был эштең нимә аңлатыуы һәм нисә һум аҡса тотоноласағы тураһында һөйләне.

– Әлеге ваҡытта иң мөһиме – кеше капиталы өсөн көрәш. Беҙҙең төп бурыс – һәләтле йәштәрҙе йәлеп итер­ҙәй төбәк булыу. Бында үҙебеҙҙең йәштәр, ситтән килгәндәр тураһында һүҙ бара. Төбәк иҡтисадын иҫке сәнәғәт форматынан яңы, киләсәк иҡтисадына күсереү кәрәк, унда белем һәм интеллект иң мөһиме булырға тейеш, – тине ул.

Республикала был проблема электән бар: мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың байтағы Башҡорт­останда ҡалып белем алырға һәм аҙаҡ эшләргә теләмәй. Иң яҡшы, иң һәләтле студенттар үҙебеҙҙә белем алһын өсөн заманса студенттар кампусы төҙөү планлаштырыла ла инде.

Был маҡсатта БДУ-ның бер бинаһы емереләсәк. Ул – әле ташландыҡ хәлдә торған Киров исемендәге завод бинаһы. Шул уҡ ваҡытта ул биләгән ерҙе федераль милектән республика милкенә тапшырыу эше башланған.

Ҡайһы бер кешеләрҙә “кампус нимә ул?” тигән һорау тыуа. Александр Сидякин быға ла аңлатма бирҙе. Кампус – студенттар, аспиранттар һәм уҡы­тыусылар өсөн ятаҡтар, белем биреү урындары һәм социаль объекттар урынлашҡан биләмә. Ябай итеп әйткәндә, ул – студенттар ҡаласығы. Бында төрлө уҡыу йорттарының студенттары һәм уҡытыусылары йәшәй ала, шуға күрә ул вуз-ара тип атала.

Кампусты бик уңайлы урында – баш ҡаланың тарихи үҙәгендә – урынлаштырырға ҡарар ителгән. Дүрт университет студенттары унда йәйәүләп барып етә аласаҡ. Шулай уҡ эргәлә генә мәҙәниәт, ял итеү һәм спорт объекттары буласаҡ.

Александр Сидякин белдереүенсә, проект өс сират менән тормошҡа ашырыла. Тәүгеһе – Сколково IQ-паркы – быйыл сафҡа индереләсәк, үҙәк объект – 2024 йылда, Ағиҙел ярында урынлашҡан өсөнсө сираты 2025 йылда тамамланасаҡ. Төҙө­лөштөң дөйөм хаҡы 18 миллиард һум самаһы.

Башҡортостан әле мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – өс йылдан баш ҡалабыҙ Өфө үҙенең 450 йыллығын билдә­ләйәсәк. Ял көндәрендә республи­кабыҙ делегацияһы Түбәнге Новгород ҡалаһының 800 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә был сараның файҙалы булыуын һәм Өфөнөң юбилейын нисек үткәреү буйынса идеялар менән байытыуын әйтте.

“Беҙҙең пландар бар, Өфөнөң 450 йыллығына нимә эшләргә теләүебеҙ билдәләнгән. Әммә быларҙың барыһы ла – бер нисә тиҫтә кешенең фекере генә. Иң мөһиме, беҙ өфөләр менән кәңәшләшмәнек. Шуға күрә был хатаны төҙәтергә кәрәк, ҡала хакимиәте менән бергә уйлашығыҙ һәм халыҡтың уй-фекерен белегеҙ. Кешеләрҙең ҡарашына иғтибарлы булырға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе белдере­үенсә, был – баш ҡала ғына түгел, республика өсөн дә үтә мөһим ваҡиға. Шуға күрә әҙерлек эшенә бар Башҡортостан халҡы йәлеп ителергә тейеш.

– Өфөнөң 450 йыллығы  яңы объекттар төҙөү генә түгел. Электән килгән проблемаларҙы ла хәл итергә тырышырға кәрәк: ҡайҙалыр юл төҙөргә, ҡайҙалыр ихаталарҙы ремонтларға, фасадтарҙы йүнәтергә. Был – бик ҙур һәм комплекслы эш, эшҡыуарҙар ҙа, федераль һәм республика учреждениелары ла йәлеп ителергә тейеш. Башҡарырға кәрәк саралар бик күп, ул яңы объекттар төҙөүгә генә ҡайтып ҡалмаһын ине, – тине төбәк Башлығы.

Радий Фәрит улы Хаки­ми­ә­т етәксеһе Александр Сидякинға ойош­тороу эшен башларға, проект офи­сы булдырырға һәм даими рәүеш­тә ултырыштар үткәрергә ҡушты.

 

Балалар ҙа сирләй шул

 

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлдәр әле һаман ҡатмарлы булып ҡала. Көндәлек мәшәҡәттәр күп булһа ла, был тема бер ҡасан да көн үҙәгенән төшөп ҡалмай. Әле көн һайын 300-гә яҡын кешелә сир табыла, 10-12 кеше вафат булып тора. Һуңғы һандар менән һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урын­баҫары Азат Рәхмәтуллин таныштырҙы.

Тәүҙәрәк “коронавирус менән балалар сирләмәй” ти инек. Әммә хәҙер сирҙе улар ҙа йоҡтора һәм ауыр кисерә. Министр урынбаҫары белде­реүенсә, әлеге ваҡытта 23 бала коронавирус менән дауаханала ята.

Өлкәндәргә килгәндә, дүрт мең кеше дауаханаларҙа ята, шуның 2500-ө – 60 йәштән өлкәндәр. Дөйөм алғанда, пандемия башланыу менән был вирус 54639 кешелә асыҡланды. Һуңғы тәүлектә – 297 кешелә.

Башҡортостанда халыҡты коронавирустан вакцинациялау ҙа әүҙем дауам итә. Тулыһынса прививканы 916 мең кеше һалдырған, уның беренсе компонентын 1 миллион 104 мең кеше яһатҡан.

– Әле запаста 200 меңдән ашыу доза вакцина бар. 1,1 миллионды эшләнек. Беҙгә тағы 800 мең кешене вакцинацияларға кәрәк. Кешегә бының ни тиклем кәрәк икәнлеген аңлатырға мөһим, – тине Радий Хәбиров.

 

Быйылғы ҡоролоҡ 2010 йылдыҡынан ҡурҡынысыраҡ

 

Башҡортостандағы быйылғы аномаль эҫелек ауыл хужалығы тармағы өсөн эҙһеҙ үтмәне, әлбиттә. Мул уңышҡа өмөт итеп булырмы, юҡмы? Был турала вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрах­манов һөйләне. Уның белдереүенсә, ошо көндәрҙә бөтә республика буйынса ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә. Был турала документтар әҙерләнгән.

– Быйылғы аномаль эҫелек арҡа­һында хәлдәр 2010 йылдағы ҡоро­лоҡҡа ҡарағанда күпкә насарыраҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ҡоролоҡтан 624 хужалыҡтың 616 мең гектар майҙаны зыян күргән, шул иҫәптән 332 мең гектарҙа уңыш юҡҡа сыҡҡан, – тине Илшат Фәзрахманов.

Уңыш йыйыу эштәре быйыл 16-18 көнгә алдараҡ башланғайны. Бөгөнгә ҡарата республикала 1 миллион 266 мең гектар майҙандан (82 процент) 1 миллион 727 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған. Шуның 339 мең гектары –  ужым игене, уның гектар ҡеүәте 16,2 центнер тәшкил иткән, 548 мең тонна һуғылған. Ужым бойҙайы – 168 мең гектарҙа (гектар ҡеүәте – 17,5 центнер), ужым арышы (гек­тар ҡеүәте – 15 центнер) 166 мең гектарҙа йыйылған.

Һигеҙ район был эште 90-дан ашыу процентҡа тамамлаған, ә Илеш районы яҙғы игенде һәм иген культураларын йыйып бөткән. Уңыш йыйыу тиҙлеге буйынса Әлшәй (94,5 процент), Дәүләкән (94,4 процент), Туймазы (94,2 процент), Миәкә (94,1 процент), Борай (93,5 процент), Стәр­лебаш (93,4 процент), Ҡырмыҫҡалы (90 процент) райондары алдынғы урындарҙа.

Уңыш кимәле буйынса лидерҙар булып Ҡырмыҫҡалы (гектар ҡеүәте – 25 центнер), Ауырғазы (24,6 центнер), Саҡмағош (22 центнер), Стәрлетамаҡ (18,6 центнер) тора. Аҙна аҙағына тиклем иген йыйылып бөтөр, тип күҙаллана.

Радий Хәбиров ауыл хужалығы тармағы эшсәндәренә ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ла уңышлы эшләүҙәре өсөн рәхмәт әйтте.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 40 район һәм бер ҡала округы биләмәһендә ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Шулай уҡ, янғынға бәйле хәл ҡатмарлы булыу сәбәпле, махсус янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә.

“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәре буйынса, эҫелек һаман кәмемәй. 21-енән 27 авгусҡа тиклем күп райондарҙа янғын хәүефе юғары килеш һаҡлана.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Урман хужалығы министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәргә тәбиғәт янғындарын һүндергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Аҙна аҙағында һауа температураһы түбәнәйер тип вәғәҙәләйҙәр, ямғырҙар башланыр тип көтәбеҙ. Был аҙнаны үткәреп ебәрергә кәрәк. Барыһы ла яҡшы булыр, – тине ул.

Артабан Радий Фәрит улы муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итте.

– Кемдер ауыл эсенә янғын инеүенә юл ҡуя икән, тимәк, ул эшен башҡара алмай. Беҙ бөтә мәсьәләләр буйынса ла даими бәйләнештә. Техника кәрәк булһа, ебәрәсәкбеҙ. Башҡа нәмә кәрәк булһа ла, алдан әйтегеҙ. Уттың ауылдар эсенә инеүен көтмәгеҙ, быға юл ҡуйырға ярамай, – тине республика етәксеһе.

 

Беҙҙе йәнә мөһим сара көтә

 

Башҡортостан ил кимәлендәге мөһим ваҡиға алдында тора: был аҙнала беҙҙә IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты башлана. Кәңәшмәлә Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөс­тәм Моратов сығыш яһап, ошо тура­ла ентекләберәк һөйләне. Уның белде­реүенсә, был чемпионат – төбәктең үҫеше өсөн тағы бер етди этәргес.

Вице-премьер белдереүенсә, конкурстар һәм эшлекле саралар барлыҡ эпидемиологик талаптарҙы үтәп ойоштороласаҡ. Һәр павильонда һәм залда дезинфекторҙар ҡуйылған, ингән урында һәр кемгә шәхси һаҡланыу саралары биреләсәк, бөтә майҙансыҡта ла битлек режимын үтәү контролдә тотоласаҡ. Клининг компаниялары көн һайын биләмәне санитар эшкәртеп торасаҡ.

Бөтә ерҙә лә температура контроле ҡаралған, бейдждар 72 сәғәт алдан эшләнгән ПЦР-тест булғанда ғына биреләсәк. Әгәр кемдеңдер анализ мөҙҙәте үтһә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәр нөктәлә экспресс-тест ойоштора.

– Чемпионат мәлендә кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – төп бурыс. Шуға күрә майҙандарҙа медицина һәм янғынға ҡаршы хеҙмәттәр эше ойошторолған, йәмәғәт тәртибе контролдә тотоласаҡ, кинологтар ҙа эшләйәсәк, – тине Рөстәм Моратов.

Бөгөнгә ҡарата өс меңдән ашыу ҡатнашыусы Өфөгә килеп тә еткән һәм урынлашҡан. Улар өсөн 60 ҡунаҡхана, отель һәм төрлө категориялы апартаменттар һайланған. Кешеләрҙе 200-ҙән ашыу автобус йөрөтәсәк. Чемпионатта 37 төбәктән 1100 ирекмән эшләй, улар ярышыусыларға һәм ҡунаҡтарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәк.

Ярыштар 105 компетенция буйынса үтәсәк, уларҙың 93-ө Йәш профессионалдар паркында урынлаша. Бында 87 мең квадрат метр майҙанда ярыштар ойоштороласаҡ. Бынан тыш, БСК технопаркы һәм Пилотһыҙ осоу аппараттары павильоны эшләйәсәк. Төп биләмәнән тыш, саралар “Мега” һәм “Декатлон” сауҙа үҙәктәре алдында ла үтәсәк.

Башҡортостандың йыйылма командаһы финалда 102 компетенция буйынса көс һынашасаҡ. Командаға 498 кеше инә, уларҙың 280-е – конкурсанттар һәм 218 эксперт.

Чемпионат 25 августа 20.00 сәғәттә “Торатау” конгресс-холы амфитеатрында асыласаҡ. Уның программаһы бик бай һәм төрлө. 29 августа мөһим сара ошо уҡ урында ябыласаҡ.

Кәңәшмәлә ауылдарға интернет үткәреү, “Башҡортостан тауары” брендын үҫтереү темаларына ла ентекле һөйләшеүҙәр булды.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас