Йәмғиәт
25 Август 2021, 06:59

Баймаҡта – тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы

Ошо көндәрҙә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә “Тыуған яҡты өйрәнеү: тарих, көнүҙәк проблемалар, үҫеш перспективалары” исемле форум үтте.

 Сарала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урын­баҫары вазифаһын башҡарыусы Айнур Кәримов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина, тарихсылар, тыуған яҡты өйрә­неүселәр, музей хеҙмәткәрҙәре, тарих уҡытыусылары ҡатнашты. Форумды асыҡ тип иғлан итеп, үҙәк китапхана директоры Зилә Мортазина унда ҡатнашыусы­ларҙы сәләмләне һәм һүҙҙе ра­йон хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа бирҙе. Район етәксеһе тыуған яҡты өйрәнеү, уны пропагандалау, илһөйәрҙәр тәр­биәләү мөһим бурыстар икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм форум эшенә уңыштар теләне.

Быйыл 25 июндә “Торатау” конгресс-холында тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең республика форумы үткәйне. Унда респуб­ликаның ауыл-ҡалалары тарихын өйрәнеү, генеалогик һәм археологик ҡомартҡыларҙы тик­шереү һәм популярлаштырыу, тыуған яҡты өйрәнеү эшмә­кәрлегендә музей һәм китапха­наларҙың үтәгән роле һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Айҙар Мәжитов шул форумдағы үҙ тәьҫораттары менән бүлеште.

Өфөлә йәшәгән яҡташыбыҙ, тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт инсти­тутының өлкән ғилми хеҙмәт­кәре, китаптар авторы Марсель Маннапов тарих, тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, был эшкә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан барлығы, эҙләнеү эшен нисек ойоштороп ебәреүе ха­ҡында һөйләне.

Республика тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумында ҡат­нашҡан ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Ирек Бикмәтов сара­ның фәһемле, тәжрибә уртаҡла­шыу йәһәтенән бик уңайлы урын булыуын билдәләне, бөгөн ошон­дай форумдың район ки­мәлендә үтеүен хупланы. Артабан “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы, китаптар авторы Борис Хәйретдинов, Йомаш урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Рәсүл Тимербулатов сығыш яһаны.

Тыуған яҡты өйрәнеү, уны пропагандалау – элек-электән Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китап­ханаһы эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Уның директоры Зилә Мортазина сығышында ошо хаҡта бәйән итте. Сара һуңында китапхана ҡарамағында тыуған яҡты өйрә­неүселәр клубы ойоштороу тәҡдиме индерелде һәм ул бер тауыштан хупланды. Форум Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Хәсәновтың ҡурайҙа “Ялан Йәркәй”ҙе уйнауы менән тамамланды. “Түңәрәк өҫтәл”дә һөйлә­шеү фәһемле, эшлекле шарт­тарҙа үтте, тип билдәләне унда ҡатнашыусылар.

Кәримә УСМАНОВА.

Читайте нас