

Республика Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эш даирәһе “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында “Башҡортостан Республикаһы законына, Башҡортостан Хөкүмәте Регламентына, Хөкүмәт Аппаратындағы эш башҡарыу буйынса инструкцияға ярашлы алып барыла.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәренә бәйле эш буйынса кәрәкле мәғлүмәт Интернет селтәрендә республика Хөкүмәтенең рәсми порталында урынлаштырыла. Граждандар мөрәжәғәттәргә яһалған анализ, контакт реквизиттары, шулай уҡ Хөкүмәткә Интернет-мөрәжәғәт формаһы менән таныша ала.
Отчет осоронда Башҡортостан Хөкүмәтенә 6 952 мөрәжәғәт килгән, шуларҙың 950-һе – Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән, 2580-е –Рәсәй Президенты Хакимиәтенән, 48-е – Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһынан, 273-ө – Рәсәй Хөкүмәте Аппаратынан мөрәжәғәттәрҙе хәл итеү өсөн компетенциялар буйынса ебәрелгән. Граждандарҙан һәм ойошмаларҙаан 3101 мөрәжәғәт алынған. Дәүләт власының юғары органдарынан 327 һорау килгән.
2021 йылдың тәүге яртыһында килгән мөрәжәғәттәрҙә авторҙар 7306 һорау биргән, шуның иң күбеһе – 2265 һорау (31%) торлаҡ-коммуналь өлкәгә ҡағыла. 1684-е (23%) – иҡтисадҡа, 1663-ө (22,8%) – социаль өлкәгә, 1286-һы (17,6%) – дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәткә, 408-е (5,6%) оборона, хәүефһеҙлек һәм законлылыҡ мәсьәләләренә ҡағыла. Айырыуса түбәндәге һорауҙар йыш яңғырай:
- торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү (етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙе айырым билдәләргә кәрәк);
- граждандарҙың өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыуы, өлөшләтә төҙөлөш өлкәһендә дәүләт контроле һәм күҙәтеүе;
- урамдарҙа асфальт япмаһының сифатһыҙ булыуы, ауыл ерҙәренә илткән юлдарҙы ремонтлау һәм асфальтлау кәрәклеге, ҡышҡы осорҙа юлдарҙы таҙартыуҙың насар ойошторолоуы;
- ҡала һәм ҡасабаларҙы төҙөкләндереү, йорт эргәләрен йәшелләндереү, балалар майҙансыҡтарын урынлаштырыу;
- һыу һәм электр менән тәьмин итеүҙә, сүп-сар сығарыуҙа өҙөклөктәрҙе бөтөрөү, халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү, яңы һыу үткәргестәр төҙөү кәрәклеге;
- тирә-яҡ мөхитте һәм атмосфера һауаһын һаҡлау;
- күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау, идарасы компанияларҙың эшләмәүе, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр менән риза булмау, дөйөм милекте тәртиптә тотмау, коммуналь хеҙмәттәрҙең тейешле кимәлдә күрһәтелмәүе;
- медицина ярҙамы күрһәтеү, вакцинация, халыҡтың төрлө категорияларына түләүҙәр, ауырыуҙан һуң реабилитация һәм коронавирус инфекцияһына бәйле башҡа һорауҙар;
- ауыр тормош хәленә юлыҡҡан кешеләргә матди ярҙам күрһәтеү.
Мөрәжәғәттәр тейешле тәртиптә ҡаралған. Граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарҙың бер өлөшө ыңғай хәл ителгән, ҡалғандары буйынса квалификациялы аңлатма һәм тәҡдимдәр ебәрелгән.
Күренеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең күпселеге Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Сибай ҡалалары һәм Өфө, Мәләүез, Туймазы, Ишембай, Белорет, Әбйәлил, Иглин, Учалы райондары халҡынан килгән.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.