Йәмғиәт
25 Август 2021, 06:26

Мишкәлә халыҡ геройына һәйкәл асылды

Мишкә районында “Биш батыр” мемориаль комплексы асылды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

 Мемориаль комплекс дүрт Советтар Союзы Геройына – Мәхмүт Аҡтуғановҡа, Ишмай Ишкининға, Степан Казаковҡа, Егор Орсаевҡа, шулай уҡ халыҡ геройы Ғази (Ғизи) Заһитовҡа арналған. Ғази Заһитовтың тыуыуына быйыл 100 йыл тула. Ул 1945 йылда һөжүм төркөмө менән бергә дошман пулялары аҫтында беренселәрҙән булып Берлин рейхстагына байраҡ ҡаҙаған. Ғази Заһитовҡа һәйкәлдең скульпторы – Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Илдус Закиров.

– Беҙ бөгөн ауыр һуғышты йырып сыҡҡандарҙы, фашизмды еңгән совет халҡын иҫкә алабыҙ. Башҡортостандан 780 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән, яртыһына тиерлек кире әйләнеп ҡайтырға насип булмаған. Тарихты йөҙҙәрҙә иҫләйҙәр, шуға күрә Миңлеғәле Шайморатов, Александр Матросов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Таһир Кусимов, Даян Мурзин һәм башҡа командирҙар һәм яугирҙәр хаҡында хәтер мәңгелек. Ғази Ҡазыхан улы Заһитов та улар рәтенән. Йәш быуынға тап шундай кешеләр хаҡында һөйләргә тейешбеҙ. Яңы быуын ата-бабаларының батырлыҡтарын, илебеҙҙең бөйөклөгөн белеп үҫһен. Батырҙар хаҡындағы хәтер мәңге йөрәктәрҙә булһын. Яу яланында ятып ҡалғандарға мәңгелек дан! – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Батыр Ғази Заһитовтың туғаны Рәмил Заһитов монументты төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

– Бөгөн беҙ шундай шәп һәйкәл асабыҙ. Башҡортостан Башлығына ата-бабаларыбыҙҙың данын мәңгеләштереүгә ихтирам күрһәткәне өсөн рәхмәт! – тине ул.

Тантанала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәр иҫтәлегенә бер минут тын торҙо, аҙаҡ республика етәксеһе һәм мәртәбәле ҡунаҡтар Ғази Заһитов һәйкәленә һәм “Биш батыр” мемориалына сәскәләр һалды.

 

И. МӨХӘМӘТОВ.

Читайте нас