

Белорет районының иң ҙурҙарҙан һаналған Сермән ауылында төҙөк һәм күркәм йорттар күп. Ауыл советы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, йәштәр күпләп тыуған ерендә төпләнергә тырыша, урын алып, йорт төҙөргә теләүселәр байтаҡ. Тәү сиратта ер биләмәләре йәш һәм күп балалы ғаиләләргә бүленә. Йыл һайын тиҫтәләп ғаилә өй туйлай.
Ҡояшлы урамында урынлашҡан Ғәлимшиндарҙың йорто ла әллә ҡайҙан нур сәсеп, “бында тырыштар йәшәй” тип әйтеп ултырған кеүек. Таҡтаны кирбес һымаҡ итеп ырып көпләнгән, тирә-яғы гөл-сәскәгә күмелгән бейек, күркәм өй шунда уҡ күҙгә ташлана.
Альбина менән Вәхит Ғәлимшиндар икеһе лә Сермәндә тыуып үҫә. Өс балалы ғаиләлә буй еткергән ҡыҙ мәктәптә яҡшы уҡый, ҡулына аттестат алғас, Белорет металлургия техникумына инеп, иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә.
Вәхит тә өс бала араһында кинйәкәй була. Әсәһе Роза Ғарифйән ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлы үтә. Атаһы Вәли Бәҙәмша улы ғүмере буйы ауыл хужалығы өлкәһендә етәксе урындарҙа эшләй. Вәхит, урта мәктәпте тамамлағас, атаһы юлын һайлап, ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Юғары белемгә эйә булғас, эске эштәр бүлегендә хеҙмәт юлын башлай.
Бер ауылда үҫһәләр ҙә, йәштәр бер-береһен яҡындан белмәгән була. Шулай бер көн клубта осрашып, егет менән ҡыҙ араһында һөйөү осҡондары ҡабына. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, артабанғы яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр.
Вәхиттең ике туған ҡустыһы Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында эшләп йөрөгән була. Йәштәр ҙә шул ҡалаға барып төпләнә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Резеда һәм улдары Илнар донъяға килә. Вәхит эске эштәр бүлегендә, “КамАЗ” заводында ла эшләп ала. Ә ҡустыһы йыһаз эшләү буйынса цех асҡас, шунда күсә. Ғәлимшиндар, мөмкинлек булған һайын, тыуған ауылдарына ҡайтырға атлығып тора.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2007 йылда Вәли Бәҙәмша улы мәрхүм була. Әсәһен яңғыҙын ҡалдырмаҫ өсөн, ҡатыны менән кәңәшләшеп, Вәхит ғаиләһен тыуған ауылына алып ҡайта. 1975 йылда нигеҙ һалынған атай йортона ҙур итеп төкөтмә эшләп ебәрәләр. Бала сағынан оҫта ҡуллы Вәхит төҙөлөштөң күп өлөшөн үҙе башҡара.
Күп тә үтмәй, йомшаҡ йыһаз эшләүҙә ярайһы тәжрибә туплаған йүнсел ир-уҙаман, ихатаһында цех төҙөп, үҙ эшен асырға батырсылыҡ итә. Бөгөн Вәхит Ғәлимшинға сифатлы һәм заманса диван, креслолар эшләтеү өсөн белореттар ғына түгел, күрше райондарҙан да килеп заказ бирәләр.
Өй эсендәге бөтә йыһазды ла ул үҙе яһаған. Йорттарында рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған: һыу, газ үткән, ҡалалағы кеүек бәҙрәф, душ бүлмәләре лә бар. Һәр кемгә айырым бүлмә лә тәғәйенләнгән.
Ғәлимшиндарҙың йортонда – тыныс, йылы мөхит. Килен менән ҡәйнәнең дә бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп йәшәүҙәре күренеп тора.
– 15-се йыл бер ҡыйыҡ аҫтындабыҙ. Аллаға шөкөр, киленемдән дә, улымдан да бер ауыр һүҙ ишеткәнем булманы. Икеһе лә егәрле, хеҙмәт яраталар, бар эште лә кәңәшләшеп, бергәләп башҡаралар, – тип шатлығын йәшермәне Роза Ғарифйән ҡыҙы.
Ғәлимшиндар балаларын тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп, эшкә өйрәтеп тәрбиәләргә тырыша. Ҡыҙҙары ла, улдары ла мәктәптә яҡшы уҡый. Резеда – бөгөн медицина университеты студенты. Илнар 6-сы класҡа бара, йорт-ихата эштәрендә атаһының уң ҡулы ул.
Ғәлимшиндар сәләмәт тормош яҡлы. Вәхит хоккей уйнарға ярата, улында ла был спорт төрөнә һөйөү уятҡан. Йәйҙәрен ғаилә менән республиканың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылырға ла өлгөрә улар.
Тырыш йорт хужаларының ихатаһында ла тәртип, ә баҡсаларында ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫмәй! Өлгөр хужабикә өй эсен дә, баҡса, ихатаны ла гөл-сәскәгә күмгән. Альбина ғаилә бизнесының бухгалтерия эшен дә үҙе алып бара.
– Ҡәйнәмде әсәйем кеүек үк яҡын күрәм. Кәңәштәре менән дә ярҙам итә, тәжрибә лә уртаҡлаша. Эшҡыуарлыҡты башлаған ваҡытта Вәхит менән икебеҙгә, көн-төн тип тормай, эшләргә тура килде. Илнар бәләкәй генә ине, уны күберәге ҡәйнәм ҡараны, – ти Альбина.
Шулай бер-береһен хөрмәт итеп, башҡарған эштәренең һөҙөмтәһен күреп, һәр көнгә шөкөр итеп, тыныс ҡына ғүмер кисерә Ғәлимшиндар.
– Йәш саҡта “Балалар – ул беҙҙең ҡартлыҡ” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөп тә етмәгәнмен. Хаҡ һүҙҙәр. Аллаға шөкөр, өс балабыҙ ҙа йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, атайҙарына оҡшап, улдарыбыҙ эсмәне, тартманы, эш, ғаилә тип йәшәйҙәр. Ейән-ейәнсәрҙәр ҙә һынатмаҫ, тип ышанам.
Ауылда эш юҡ, тип зарланыусыларға ғәжәпләнәм. Ауыл ерендә тырыштар бер ҡасан да буш ултырмай, йүнен эҙләп, аҡсаһын таба. Тормош хәҙер матур, бөтә нәмә кешенең үҙенән тора, – тигән фекерен еткерҙе хөрмәтле ағинәй.
Римма СОЛТАНОВА.