Йәмғиәт
25 Август 2021, 06:58

Сермәндә Ҡатай йыйыны үтте

Белорет районының Сермән ауылында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына һәм Башҡорт тарихы йылына арналған “Иҙел башы” этнофорумы үтте. Ул инде унынсы тапҡыр уҙған Ҡатай йәштәре йыйыны сиктәрендә ойошторолдо. Был форум башҡорт халҡының боронғо һәм күп һанлы ырыуы вәкилдәренең осрашыу майҙансығы ла булып тора.

Сараға республикабыҙҙың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан, күрше  төбәктәрҙән мәртәбәле ҡунаҡтар, Ҡатай ырыуының билдәле шәхестәре йыйылды. Майҙан хужаһы – Сермән ауылы биләмәһе (башлығы – Айытбай Әйүпов) – сараға яуаплы әҙерләнгән.

Форум сиктәрендә иртәндән Заһир Исмәғилев исемендәге социаль үҙәк бинаһында “Ҡатай һылыуы” конкурсы башланды. Уның шарттары ҡатмарлы ине: ҡыҙҙар үҙҙәренең хужалыҡтағы оҫталығын күрһәтеү менән генә сикләнмәне, интеллектуаль бәйгелә лә көс һынашты – тамырҙары, ырыу тарихы буйынса белемдәрен, шулай уҡ йыр-бейеүгә маһирлығын сағылдырҙы. Конкурс һөҙөмтәһе йыйындың төп өлөшөндә иғлан ителде.

Форум сиктәрендә Тамьян-Ҡатай улысы старшинаһы Ғимран Нухов йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ астылар. Сермән тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Рәмзиә Мамедова старшинаның тормош юлы тураһында һөйләне. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәре мемориалына сәскә һалыу ойошторолдо.  

Сара барышында “Бәләкәй ватан мәҙәниәте” конкурсында еңгәне өсөн Инйәр ауылындағы мәҙәниәт йортона “Ford Tranzit” микроавтобусы бүләк ителде. Хәҙер Белорет районы коллективтары Иҙел башының мәҙәниәтен сағылдырып, республика һәм Бөтә Рәсәй сараларында әүҙем ҡатнашасаҡ.

Этнофорум спорт ярыштарына, мәҙәни сараларға бай булды, халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтелде. Әйтергә кәрәк, “Ҡатай батыры” (еңеүсеһе – Межгорье ҡалаһынан Дим Сөләймәнов), “Ҡатайбикә” (еңеүсеһе – Йөйәктән Гөлсирә Салауатова), “Ҡатай һылыуы” (еңеүсеһе – Сермәндән Аделина Мағазова) кеүек конкурстар сараның биҙәге булды. Ҡатайса көрәште – “Ауҙарыш” бәйгеһен – халыҡ яратып ҡараны. Унда Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Илфат Нәҙербаев еңде.

Мырҙағол батыр хөрмәтенә уҙғарылған “Мәргән уҡсы” бәйгеһендә ир-егеттәр араһында – Баймаҡтан Хөрмәт Таһиров, ҡатын-ҡыҙҙар араһында – Учалынан Лиана Ихсанова, балалар араһында Учалынан Батыр Хәйретдинов еңеүсе булды.

Шулай уҡ Сермән ауылының тай боксы клубы һәм Инйәр ауылының “Батыр” көрәшселәр клубы спортсылары үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте. Урындағы оҫталар башҡорт биҙәүестәрен эшләү, шәжәрә төҙөү һәм башҡалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Сарала иң әүҙем ҡатай вәкилдәренә, ойоштороусыларға Ҡатай маҡтау һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Форум башҡорт эстрадаһы артистарының сағыу сығышы менән тамамланды.

Ҡатай йәштәренең киләһе йыйыны Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында үтәсәк.

Рәмзиә МАМЕДОВА, Сермән тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире:

– Ғимран Нухов 1900 – 1917 йылдарҙа 36 ауыл ингән Тамьян-Ҡатай улысы старшинаһы булған. Ул күп яҡшы эштәр башҡарған, бигерәк тә Сермән ауылы өсөн. Уның ваҡытында 15 урынлыҡ дауахана, рус-башҡорт училищеһы асыла, улыс һәм земство идаралығы төҙөлә. Ғимран Нухов власть алдында ла яҡшылар иҫәбендә булған. 1913 йылда Сермәндә Романовтарҙың династияһына 300 йыл тулыу айҡанлы байрам ойошторолоуы һәм унда Мәскәүҙән батша вәкиле килеүе ошо хаҡта һөйләй. Иҫтәлекле таҡтаташ 1900 йылда төҙөлгән улыс идаралығы йортонда эленеп тора. Октябрь революцияһынан һуң был бинала балалар приюты асыла. Унда Башҡортостандың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, яҙыусы Мөхитдин Тажи тәрбиәләнә.

 

Андрей ИВАНЮТА, Белорет районы хакимиәте башлығы:

– Ҡатайҙарҙың әүҙемлегенә көнләшергә мөмкин. Минең уйлауымса, иң татыу башҡорт ырыуы, башҡаларға уларҙан үрнәк алырға кәрәк. Аңлайбыҙ: беҙҙең көс – берҙәмлектә, татыулыҡта һәм бер-береңә ярҙам итеүҙә.

 

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА,  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итте. Барлыҡ республика буйынса ырыуҙар йыйыны, шәжәрә байрамдары үтә. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең халыҡтың, илебеҙҙең тарихын күсереп алырға маташыуҙар йышайҙы. Шуға ла йәштәр үткәнен белергә һәм үҙенең тамырҙарын һаҡларға тейеш. Ҡатайҙар иң әүҙемдәрҙән, быйыл унынсы тапҡыр йыйыла. Был йәһәттән ырыу башлығы Ранис Алтынбаевтың әүҙемлеген билдәләү мөһим.

 

Ранис АЛТЫНБАЕВ, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары, Ҡатай ырыуы башлығы:

– Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны йыл һайын төрлө райондарҙа үткәрелә. 2019 йылда Ҡыйғыла булды, һуңынан эстафета балаҡатайҙарға тапшырылды. Пандемияға бәйле былтыр йыйын онлайн-форматта үтте, быйыл иһә уны ойоштороу сираты Сермән ауылына эләкте. Шуны билдәләргә кәрәк: беҙ үҙебеҙҙең осрашыуҙарҙа “Таш күтәреү”, “Ҡатайҙарса көрәш” кеүек бәйгеләрҙе тергеҙҙек. Элек батырҙар ауыр таштарҙы күтәреп көс һынашҡан. Ҡатайса көрәштә һыбайлылар үҙ-ара көрәшеп, аттан бер-береһен төртөп төшөрә. Бик ҡыҙыҡлы спорт уйындары.

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас