Йәмғиәт
25 Августа 2021, 07:12

Шундай ғаилә бар Яуымбайҙа

Шундайҙар була – баш баҫып эшләй ҙә эшләйҙәр, кеше-маҙар аша ни ҡуптарғандарын ишетмәһәң, Аллаһтан башҡа берәү ғәмәлдәрен күрмәй...

Яуымбайҙан Ғиззәтуллиндар тураһында һүҙем. Дөрөҫөрәге, ғаилә башлығы Фаяз Бирғәле улы хаҡында.

 Ошо егетте береһе-бер гәзиткә яҙмай, ул бит йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, яҙығыҙ әле Фаязды, тип мөрәжәғәт итте ауыл аҡһаҡалы Сәйет ағай. Фаяздың һәпте-юҡ эштәрен һанап, уның шәплегенә инандырҙы.

“Ҡуй әле, – тип ыңһарҙаны Фаязыбыҙ, – әләйһәң, бик көсләшкәсһегеҙ, ҡыҙҙар байрамға ҡайтып, ғаиләбеҙ бергә йыйылғас”, – тип шарт ҡуйҙы.

Ниһайәт, беҙ Яуымбайҙа. Төп нигеҙ булғас, ҡырҙағы туғандары килгән. Медицина университетында уҡыусы ҡыҙҙар – онлайн-дәрестә. Төпсөк Зилиә генә түрбашта әсәһе тирәһендә бөтөрөлә. Бирғәле ағай ҙа – улы менән килене ҡарамағында.

Фаяз менән Мәһәҙей ауылы ҡыҙы Гөлназ – икеһе лә уҡытыусылар. Географ-биолог Фаяз – әүҙем йәмәғәтсе лә. Нисә йыл инде ауылдың старостаһы йөгөн тарта. Гөлназ Зиннур ҡыҙы башланғыс кластарҙа белем бирә. Ғаилә башлығы инде мәктәптә сирек быуат эшләй, Гөлназ – 23 йыл.

Өлкән ҡыҙҙары Вилиә Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетында дүртенсе курста уҡый. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, ике тапҡыр – район хакимиәте башлығы, бер тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты булыуға өлгәшкән. Саранскиҙа үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында биология фәненән призлы урын яулаған, республика, район кимәлендәге предмет олимпиадаларында гел 1-2-се урындарҙы бирмәгән ҡыҙ. Апаһы уҡыған вуздың педиатрия бүлегенең өсөнсө курсында уҡып йөрөгән Дилиәнең аттестатында – гел “бишле”. Ул, эҙәрмәнлек эштәре менән ихлас шөғөлләнеп, гел генә призлы урындар яулап йөрөгән. Әле туған мәктәбенең юғары класында уҡыусы Зилиә лә биология фәнен ярата, уның да уңыштары байтаҡ.

2019 йылда Фаяз Бирғәле улы үҙнәшер юлы менән “Яуымбайҙың хәтер китабы”н сығарған. Ауылдың тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышын туплаған китап 200 данала нәшерләнеп, шунда уҡ таратылған, һатып алынып бөткән. Эҙәрмән уҡытыусы был китапҡа ауылының тарихын ғына түгел, арҙаҡлы шәхестәре, социаль-мәҙәни, хужалыҡ объекттары, күп балалы әсәйҙәр, абруйлы ауылдаштар, Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, эске ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар тураһында бай мәғлүмәт туплаған.

“Был китапҡа материалдарҙы 2005 йылда йыя башлағайным, 2019 йылда китап итеп баҫтырҙым. Шул осорҙа тәбиғәт объекттары ныҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Мәҫәлән, йәй ташын оҙаҡ эҙләнек. Элек бит, ямғыр яумаһа, әбейҙәр шул йәй ташын әйләндереп һалған. Ташөйҙөң аръяғында ятҡан ташты Рәшиҙә Латипова апай күрһәтте. Уның бер яғы – йәшел, икенсе яғында – ҡояш һымаҡ һүрәт. Әле, кешеләр белеп, тәләфләп ташламаһын тип, ул ташты тамғаламаныҡ.

Ҡарасура тарихы менән ҡыҙыҡһынып, уның рухына 2016 йылда ғаиләбеҙ исеменән ҡорбан салдырып, Ҡарайғырҙа халыҡҡа ашаттыҡ, унан Мөжәүир Назаров, Заһир Ҡарасурин менән ҡәберенә таш беркеттек. Шәхси эшҡыуарҙар, фермерҙар ярҙам итте. Икенсе йылына обелиск эргәһендә Миңлебай Вәлитовҡа һәйкәл ҡуйҙыҡ. Мин эште ойошторҙом, Вәлитовтар аҡса йыйып бирҙе.

Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә Ҡарасура йәйләүен табып, ике яҡ башына яҙыулы таштар ҡуйып, йәйләү сиктәрен билдәләнек. Бында Рөстәм Исмәғилев, Заһир Ҡарасурин ярҙам итте. Ташты Ҡолғананан барып алдыҡ. Таштар ҡуйылғанда Башҡортостан телевидениеһы килде.

2019 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрҙек. Китап ошо байрамға ҡарай сыҡты. Район энциклопедияһы өсөн материал яҙып бирҙем. Зилиә ҡыҙым менән Көньяҡ Уралда йәшәүсе 300 ҡошто тикшерҙек, билдәләнек. Атайым менән мәктәп тарихын яҙҙыҡ.

Тау башында торған “Яуымбай” яҙыуын ҡуйырға эшҡыуарҙар аҡсалата ярҙам итте. Кәшәф ағай Шәрипов тимерҙәрҙе ҡырҡтырҙы, Мөнир ағай иретеп йәбештерҙе, мин Белореттан 30 мең һумлыҡ тимер йүнләп алдым. Аттар һүрәте төшөрөлгән баннерҙы, зыярат эргәһендәге “Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлеләрҙең ҡәберен бел!” баннерын шәхсән үҙем эшләтеп ҡуйҙым. Теүәлләнгән эштәр ҙә, башҡараһы эштәр ҙә бихисап”, – ти икән Фаяз – ул раҫ.

25 йыл стажлы уҡытыусы, ошо йылдар арауығында өҙлөкһөҙ инспектор, байтаҡ йылдар ауыл старостаһы, ғаилә башлығы, ауыл терәге, эҙәрмән, тарихсы, ижадсы... Бер кешегә күп тә булып киткән һымаҡ. Тик Фаяз Бирғәле улына түгел. Мәсеткә ярҙам итергә лә өлгөрә: аҙан ҡысҡыртыу өсөн әллә нисә тауыш көсәйткес, люстра, саң һурҙырғыс алып биргән, донъяһын да бынамын итеп көтә, ғаиләлә – тернәксел баш, мәктәптә – алдынғы уҡытыусы (2016 йылдан – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы). “Ауылым” тип йәшәгән шәхес, “ғаиләм” тип өҙөлгән атай, “киләсәгем” тип йәшәгән ир-уҙаман ул. Ундайҙар күберәк булһа, йәшәйешебеҙ матур, тарихыбыҙ хәтерҙә, киләсәгебеҙ өмөтлө булыр, ин шәә Аллаһ. Шулай була күрһен!

 

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

 

Бөрйән районы.

Читайте нас