

Аномаль эҫе көндәр, ерҙең ҡара көйөп ятыуы янғындарға уңайлы шарттар тыуҙырҙы – яңынан-яңы сығанаҡтар ҡабынып ҡына тора.
Һуңғы тәүлектә 109,96 гектарҙа ун янғынды һүндереүгә өлгәшкәндәр. Шул уҡ ваҡытта һигеҙ сығанаҡта, 275 гектар майҙанда, “ҡыҙыл әтәс” ҡотороуын дауам итһә, уларҙың бишәүһе ауыҙлыҡланған. Йәғни Бөрйән урмансылығындағы 77,5 гектар майҙанды ялмаған ике янғынды ҡамауға өлгәшкәндәр, Өфө урмансылығында ике янғын – 40,5 гектар, Әбйәлил урмансылығында бер янғын – 45 гектар. Белорет районындағы Тирлән урмансылығында – 102 гектар, Инйәр урмансылығында – ете гектар, Баймаҡ урмансылығында өс гектар биләмәлә ут ҡотороуын дауам итә.
Аҙна башынан Бөрйән урмансылығына ҡараған Көньяҡ Үҙән участкаһында хәл киҫкенләшкән. Бында бер-бер артлы ут тоҡанып тора. Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, төп сәбәбе – кеше факторы.
“Был урман биләмәһендә ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар, йәш үҫентеләр янған. Юғары температура, көслө ел уттың ҡотороуына булышлыҡ итһә лә, Бөрйән урман хужалығы, Бөрйән урмансылығы, Республика урман янғыны үҙәге белгестәре, Урман хужалығы министрлығы аппараты хеҙмәткәрҙәре, урман участкаһын ҡуртымға алған “Уральский лес” йәмғиәте вәкилдәре тырышлығы менән янғынды ауыҙлыҡлауға өлгәшелде”, – ти урындарҙағы янғындарҙы һүндереүгә етәкселек иткән урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вахитов.
Әлеге ваҡытта утҡа ҡаршы көрәштә ерҙе һөрөү һәм асыҡ сығанаҡтарҙы һүндереү алымы киң ҡулланыла. Венер Вахитов белдереүенсә, янғын ҡуртымға алынған участкала сыҡҡан, уны квадрокоптер ярҙамында күргәндәр. Тәүге көн утты һүндереүҙә яҡындағы Ҡолғана һәм Килдеғол ауылдарынан 30-ға яҡын кеше ярҙамға сыҡҡан. Әле унда тракторҙар ерҙе һөрә, һуңынан ҡеүәтле бульдозер киң минераль һыҙат һыҙа. Халыҡ көрәк һәм ранецтар ярҙамында ҡабынған усаҡтарҙы һүндерә. Шулай уҡ Республика урман янғыны үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килгән. Әйткәндәй, улар быға тиклем Хәйбулла районында ут һүндереүҙә ҡатнашҡан.
Һуңғы тәүлектә Бөрйән урмансылығында биш янғын һүндерелгән, икәүһе ҡамауға алынған. Тыуған ере, тәбиғәте өсөн үҙ өлөшөн индереп, ҡотҡарыу эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандар ярҙамында өлгәшкәндәр был һөҙөмтәгә.
Бер шырпының, бер осҡондоң ҙур янғынға сәбәпсе булыуын онотмағыҙ. Әгәр урман янғанын йәки ут сыҡҡанын күрһәгеҙ, авария хеҙмәттәренә шылтыратығыҙ: Урман һағының бушлай Берҙәм телефоны – 8-800-100-94-00; Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте – 8-347-218-14-14; ҡотҡарыу хеҙмәте – 112; янғын хеҙмәте – 01.
Р. МУСИНА.