

“Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров WorldSkills Russia – 2021 милли финалының эшлекле программаһының пленар ултырышында ҡатнашты. Уның темаһы – “WorldSkills йоғонтоһо ил масштабында:чемпионатта ҡатнашыуҙан милли проектты тормошҡа ашырыуға тиклем”.
Фекер алышыуҙағы спикерҙар – Рәсәйҙең мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Александр Бугаев, Профессональ оҫталыҡты үҫтереү агентлығының (Ворлдскиллс Россия) генераль директоры Роберт Уразов, Новгород өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Анна Тимофеева, Рәсәй транспорт университеты ректоры Александр Климов, Мәскәү дәүләт белем биреү комплексы директоры Игорь Артемьев. Улар һөнәри оҫталыҡ чемпионаттарын үткәреүҙең йоғонтололоғо, шулай уҡ уларҙың милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға һәм Рәсәйҙең сәнәғәт сәйәсәтенә тәьҫире тураһында фекер алышты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, WorldSkills стандарттары буйынса чемпионаттар үткәреү эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
“Хеҙмәт ресурстарының етешмәүе – бөтә донъя өсөн бөгөнгө иң ҙур һынауҙарҙың береһе, – тине Радий Фәрит улы. – Башҡортостанда беҙ яңы етештереү ҡеүәттәре асыу өсөн инвестицияны әүҙем йәлеп итәбеҙ. Республика предприятиелары аҡрынлап йәнләнә бара һәм бөтә ерҙә лә эшселәр, инженерҙар кәрәк".
Чемпионаттың вариҫлығы тураһында һөйләгәндә республика етәксеһе WorldSkills Russia милли финалдарын йыл һайын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте. Башҡортостандың баш ҡалаһы бының өсөн даими майҙан булырға әҙер.
Фото: glavarb.ru.