Йәмғиәт
26 Август 2021, 04:00

Һыңар ишкәк

"Ни өсөн Аллаһ тормошобоҙҙо һәр төрлө ҡайғыларҙан, ауырлыҡтарҙан арындырманы икән? Ҡыуанып-шатланып ҡына йәшәһәксе", – тип хыялланған йәш егет...

Һыңар ишкәкҺыңар ишкәк
Һыңар ишкәк

Бер шәкерт уҡытыусыһы менән кәмәлә йөҙөп китеп бара, ти.

– Аллаһ Тәғәлә беҙҙең барыбыҙҙы ла ярата икәнен беләм. Тик ни өсөн Ул тормошобоҙҙо һәр төрлө ҡайғыларҙан, ауырлыҡтарҙан арындырманы икән? Ҡыуанып-шатланып ҡына йәшәһәксе, – тип фәлсәфә һата башлаған йәш кеше.

Уҡытыусыһы өндәшмәгән, саҡ ҡына уйланып ултырған да кәмәнең бер яғынан ғына ишергә керешкән.

– Нимә эшләйһең ул? Улайтһаң, теге ярға бер нисек тә барып етә алмаясаҡбыҙ бит, ошонда өйөрөлөп тик торасаҡбыҙ, – тип аптырауға ҡалған шәкерт. – Әллә икенсе ҡулың ауырттымы? Ҡайҙа, үҙем ишәйем һуң...

– Ә һин мин уйлағандан зирәгерәк булып сыҡтың...

 

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас