Йәмғиәт
27 Август 2021, 08:08

Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ

Бер урамда ҡәҙимге татыу ғына йәшәп ятҡан бер көндә Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ, юҡ ерҙән сәбәп табып, һүҙҙән-һүҙ сығарып эләгешеп, талашып киткән, ти. Дөрөҫөн әйткәндә, тамаҡтары туҡ, бурыстары юҡлыҡтан килеп сыҡҡан талаш, сапсыш инде. Эшһеҙлек, ғәмһеҙлек берәүҙәрҙең бет-бөрсәләрен ҡуҙғыртып, йән-тәнен йонсота башлай, күрәһең.

Шулай булмаһа, ниңә улар тигеҙ ерҙә түм булып һерәйеп, өҫтөнлөк дауларға, кемдең кем икәнен күрһәтергә булышып китәләр көтмәгәндә? Ана бит, Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ та вайымһыҙлыҡтан кемдең йорт хужаларына яҡыныраҡ булыуын, кемде улар нығыраҡ яратыуын асыҡлар өсөн бит йыртыша башлаған.

– Мин, мин яҡыныраҡ та, кәрәгерәк тә хужаларға. Мин хужаларҙың он, ем, икмәген сысҡандарҙан һаҡлайым, улар менән бер өйҙә йәшәйем, бер өҫтәлдән ашайым, мине хатта бергә алып яталар. Миңә ярар өсөн улар йөнөмдө ыңғайына ғына һыйпап, тауыш биргәнемде көтөп кенә тора. “Мыяу” тип өлгөрмәйем, йомоштарымды үтәр өсөн йүгерешеп йөрөйҙәр. Минһеҙ харап булырҙарын белгән өсөн дә ҡәҙерләйҙәр. Ә һинең көн буйы күҙҙәрең аҡшайып, шайығың ҡойолоп бәйҙә ултырыуыңдан ни файҙа? Төн буйы бушалйоһоҡҡа бауылдауҙан башҡаны белмәйһең, теңкә ҡоротоп, асығауыҙ…

– Һау-һау-һау! Ауыҙыңды ипләп ас, елғыуар! Хәжәтеңде күрһәтермен мин һиңә хәҙер, йөн-мөнөңдө теткеләп, үҙеңде ботарлап ташлаһам! Белмәһәң, белеп ҡуй, йоҡо тоҡсайы, иң кәрәкле, иң ҡәҙерлеһе бында мин, абзыйың! Мин хужаларҙың бар мөлкәтен һинең кеүек мәскәйҙәрҙән һаҡлайым. Ҡәҙерләгәндәре өсөн үҙемә айырым өй эшләп, кәрәгем булғаны өсөн, урамдан ҡасып китмәһен тип, сынйырға бәйләп ҡуялар. Миңә аҙыҡты ла бешереп кенә бирәләр, урамда етәкләп кенә алып йөрөйҙәр. Йөнөмдө тарап, елкәмдән һыйпап, күҙҙәремә ҡарап ҡына торалар. Һау-вау, белмәһәң, белеп ҡуй, хәстрүш, кемдең кәрәк, кемдең ҡәҙерлерәк икәнен, һау-һау – ва-а-а-у!

Өрөшөп, ирешеп бөткәс, бер-береһен тағы ла нығыраҡ кәмһетер өсөн, береһе сыйылдап ыҫылдарға, икенсеһе лауылдап абаларға керешкән. Аҡырышып, талашып еңешә алмағас, сапсышып, ойпалашып арыған да былар, шыпа тымып ҡалғандар, ти. Һәр ҡайһыһы, хәҙер хужалар сығыр ҙа уны яҡлар, тип көтә икән. Бер кем дә сыҡмаған. Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ, хужаларына үсегешеп, урамдан сығып киткән. Йәнәһе, ҡәҙеребеҙҙе белеп, кәрәгебеҙ иҫтәренә төшһә, артыбыҙҙан сығып йүгерерҙәр әле. Шунда кемдең нығыраҡ кәрәклеген, кемдең ҡәҙерлерәк булыуын күрербеҙ, тигән тәмле өмөт сәмләндергән был ике еңмеште.

Күпме йөрөгәндәрҙер самаһыҙ мин-минлектән аҙып, хужаларына үсегеп, үҙҙәренең алмаштырһыҙлығына ышанып инәлтергә теләгән тәкәббер йүләрҙәр, билдәһеҙ. Ләкин, сүплектән нимә тапһа, шуның менән таҡы-тоҡо туҡланып, башҡаларҙан таланып, йөн-мөндәре йолҡҡоланып, ҡолаҡ-молаҡтары йыртҡыланып, ҡайҙа һыйһа, шул тишеккә һыйыныуҙан йонсоп, бетләп йөрөй торғас, хужалары эргәһендәге “ашау – Хоҙайҙан, үлем – байҙан” тормош иҫтәренә төшкән хөрәсәндәр йорттарына ҡайтырға булған.

Таныш ҡапҡаға инһәләр, урамдағы ояла батмустай ялпайып икенсе Маһмай ята, тәҙрә төбөндә, тәтәй кеүек ялтырап, икенсе Мыяу ултыра, ти. Тигеҙ ерҙә түм булып һерәйгән мин-минлек уйламаған ерҙә бар ғына дәрәжәне йәлпәштерә лә ҡуя шул…

Урал МОСТАФИН

Читайте нас