Йәмғиәт
27 Август 2021, 06:22

“Аттың ниһен маҡтайһың – Бәйгеләрҙә сапмаған...”

“Терра Башҡортостан” ат спорты турниры халҡыбыҙҙың асылына ҡайтыуына булышлыҡ итә.

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ойошторолған “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры хәҙер инде өс йыл рәттән уңышлы үтә. Ул тотош төбәк атһөйәрҙәрен һыбай мендерҙе, сәм, ярыш ҡомары менән ялмап алды. Ғөмүмән, халҡыбыҙ өсөн йылҡысылыҡ, бәйге нимә ул? Ошо йәһәттән һәм тармаҡҡа бәйле башҡа мәсьәләләр буйынса фекерҙәрен уртаҡлашыуҙы, үҙ тормошонан миҫалдар килтереүҙе һорап, Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан тоҡомло аттар тотҡан йүнсел, урындағы мәсеттең имам-хатибы, алты бала атаһы Фидан МӘЖИТОВҡа мөрәжәғәт иттек.

 

Изге Рамаҙан айы бүләге

 

– Бала саҡта атайым өйөбөҙгә тәүге атты алып ҡайтҡанға хәтлем нисек ваҡыт үткәргәнемде, нимә менән ҡыҙыҡһын­ғанымды хәтерләмәйем. Иҫ белгәндән бирле йылҡы малы араһында үҫкән, уларһыҙ бер көн дә тормаған кеүекмен, – тип башланы һүҙен Фидан Тәлғәт улы. – Үҙебеҙҙең ат миңә, кинйә малайға, һирәк эләгә ине, шунлыҡтан тиҫтерҙәрем менән совхоздың һарайына барып, ундағы йылҡы малы менән мәж килә торғайныҡ. Быныһы минеке, тегеһе һинеке, тип “бүлешеп” бөткәйнек. Мәктәптән ҡайтыу менән ферма яғына һыпыртабыҙ. Хужалыҡтың йылҡы өйөрө ҙур ғына булды, шулай ҙа һәр аттың тиерлек шәжәрәһенә хәтлем белә инем. Хатта ҡайһы бер көтөүсе ағайҙарҙың, үҙҙәренә тай өйрәтеп алырға уйлаһа, минән килеп кәңәш һорағаны иҫтә. Ҡайһыһы ниндәй тоҡомдан, ниндәй бейә менән айғырҙың ҡолоно, өйрәтелгән бер туғандары бармы, ярышта йәки йөк тартыуҙа улар үҙҙәрен нисек күрһәткән – бөтәһен дә белдем. Шунлыҡтан миңә “Зоотехник” тигән ҡушамат та тағылды.

Ваҡыт үтте, ә күңелем менән аттан айырыла алманым. Ауыл мәктәбен тамамлап, Баймаҡ интернатына уҡырға киткәндән алып әллә күпме йылдар икенсе тормош менән йәшәп ҡаралды, ләкин “ат ауырыуы”на ҡаршы бер ниндәй ҙә дарыу юҡ. Оҙаҡ ваҡыт күңелдәге шул ҡуҙҙы баҫырға, икенсе эшкә әүрәргә тырыштым – килеп сыҡманы.

Ә бер мәл... Аллаһ Тәғәлә бөтөнләй көтмәгәндә, уйламағанда, изге Рамаҙан айына бүләк яһағандай, мине атлы тормошҡа ҡайтарҙы.

Бер нисә йыл элек йәйгеһен Мораҡ ауылы егеттәре менән урмандан “КамАЗ”ға ағас тейәп сығып килә инек. Ҡараһаҡ, юлдың урта­һында яңы тыуған ҡолон тора. Туҡ­тап, эргәһенә барғайныҡ, ҡасмай ҙа, киреһенсә, эйәреп китергә уйлай. Бейә затынан үҙе. Яҡын-тирәлә башҡа аттар күренмәй. Аптыраныҡ. Ҡолондо йөк машина­һына ултыртып алып китеп булмай ҙа инде. Ҡалдырһаҡ, ҡара урманда хәҙер үк бүре-фәлән тотоп ашая­саҡ. Нимә эшләргә? Теге егеттәргә: “Ярай, мин бының менән тороп ҡалам, һеҙ, ауылға барып, Шәрә­фулла ағайға әйтегеҙ, “УАЗ”-ы менән килһен, шуның өйөрөнән айырылған ҡолондор”, – тинем.

Сәғәттән ашыу көттөм – килеүсе юҡ. Теге ҡолон, мине әсәһе тип уйлайҙыр, төрткөләп, имергә һорай. Бүтән әмәл ҡалмағас, яйлап ауыл яғына ыңғайларға булдым. Ҡолон артымдан бер тотам ҡалмай. Рамаҙан айының беренсе көнө, ныҡ эҫе. Бөрйән менән Баймаҡ райондарын тоташтырған ташлы юлдан китеп барабыҙ, ауылға хәтлем ун биш саҡрым самаһы. Ураҙа башланып ҡына торғас, өйрәнелмәгән, һыуһата, урман эшенән хәл дә бөткән. Юл ситенән бер буш шешә табып алдым, шуға һыу тултырып, ҡолондоң ауыҙына ҡоям да ары атлайбыҙ. Малҡай минән дә нығыраҡ арыны шикелле. Ҡаршыға осраған машиналарҙан ҡайһылары аптырап, кемдәрҙер көлөп ҡарап үтеп китә. Саңға батып, эҫенән әлһерәп, Хужа Насретдин менән ишәге һымаҡ киләбеҙҙер инде.

Ауылға ярайһы уҡ яҡынлаш­ҡанда, машинала ике туған Фәрғәт ағайым килеп туҡтаны. “Ҡайтып етә алмаҫ ул ҡолоноң, әйҙә, берәй нисек эскә индерәйек”, – ти. Ҡо­лондо күтәреп, машинаға артҡы ише­генән инеп ултырғайным, тегем тубығыма башын һалды ла бала һымаҡ йоҡланы ла китте. Шунда күңел төбөнән нисәмә йыл буйы ауыҙлыҡлап тотоп маташҡан атҡа һөйөү хисенең урғылып сыҡҡанын тойҙом...

Табылдыҡ ҡолондо һыйыр һөтө имеҙеп үҫтерҙек. Аллаһ Тәғәлә Рамаҙан айында ошондай бүләк ебәреп, миңә артабан йылҡы малы тота башларға юл күрһәтте кеүек. Яйлап төрлө яҡтарҙан ат ҡараш­тыра башланым. Күрше Баймаҡ районы йылҡысылыҡ буйынса алға киткән бит инде, шуға ҡарашым уларҙа туҡталды. Ҡатнаш ҡанлы булһа ла, берәй спорт аты алып, район ярыштарында ҡатнашып ҡарарға ине иҫәп. Һорашып йөрөгән саҡта эй сәмгә тейҙеләр бит! Үҙебеҙҙең һабантуйҙа яры­шырлығы кәрәк ине, тиһәм, өйөр­ҙәге иң йолҡош аттарҙы тәҡдим итеп ала ла китәләр. Мин бит яҡшыһын эҙләйем, тиһәм, ҡул һелтәп ебәрәләр: “Эй, һеҙҙең Бөрйәнегеҙҙә ошо атҡа береһе лә етә алмай! Мин, быуаҙ бейә йә ҡарт ат менән барып, һеҙҙекеләрҙе ярты әйләнешкә ҡалдырып китәм...”

Тыуған яғымды ныҡ яратҡан кеше булараҡ, был һүҙҙәрҙе кү­ңелемә ауыр алып, шул уҡ ваҡытта: “Күрһәтербеҙ әле үҙе­беҙҙе!” – тип сәмләнеп ҡайттым. Бер аҙҙан Темәстә үткән ҡышҡы ат ярыштарына барып, электән спорт аттары менән шөғөлләнгән Илгиз ҡәрҙәште күреп кәңәшләштем. Ул оҙаҡ көттөрмәне, бер айҙан таҙа инглиз тоҡомло бейә табып алып килде. Шунан башланды тормошомда ярыш аттарына бәйле этап.

 

“Рамзан Ҡадировтың атының ҡолоно миңә эләкте!”

 

Эшҡыуар былтыр таҙа инглиз тоҡомло атын Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында “Аналогичный” призына үткәрелгән бәйгегә өс йәшлек бейәләр араһындағы ярышҡа алып барған.

– Бәйге аттары тота башлар алдынан Баймаҡтың Ҡуянтау ауылында ошо шөғөл оҫталары Снежана һәм Рәмзил Таймаҫовтар менән танышҡайным, – ти ул. – Әлеге ярышта жокей булараҡ Снежана сапты, әммә иң артҡа ҡалды. Шунда аңғарҙым: тәүге килгән­дәрҙең барыһы ла – көньяҡтан: Волгоград өлкәһе, Краснодар, Ставрополь крайҙары... Һәммәһе лә, әйтеүҙәренсә, тыуған ерендәге ипподромдарҙа тәрбиәләнгән, күнектерелгән. “Таҙа инглиз тоҡомло булһа ла, өйҙә үҫтерелгән атың менән бындай ярыштарҙа урын ала алмаясаҡһың, – тинеләр миңә. – Алдан махсус тәрбиә кәрәк...”

Ошондай һабаҡтан һуң Фидан Мәжитов өр-яңынан йәш ат алып, жокей һәм тренер Таймаҫовтарға махсус тәрбиәгә бирергә ҡарар итә. Әмәлгә ҡалғандай, шул мәлдә бер иғлан күрә: Краснодарҙағы “Восход” ат заводында ике көндән аукцион үтә икән.

– Тиҙ арала йыйынып, юлға сыҡтыҡ. Самолет менән таңға барып төштөк. Өлгөрҙөк, – тип ул ваҡиғаны әле лә тулҡынланып иҫкә ала Фидан Тәлғәт улы. – Һәм шунда беҙгә көтөлмәгән бәхет йылмайҙы. Башҡалар тәүге лоттарға аттарҙы алды-алды ла, һуңғыһына, аҡса­лары бөттөмө икән, хаҡты күтәр­мәне лә ҡуйҙылар. Ә был аҙаҡҡыһы – иң шәбе, Рамзан Ҡадировтың таҙа инглиз тоҡомло айғырының ҡолоно! Һәм ул миңә эләкте. Шулайтып, Эвтерияны, тәүге ҡуйылған хаҡты түләп, үҙебеҙгә алып ҡайтып киттек.

Яман холоҡһоҙ, баш бирмәҫ булып сыҡты ул. Йәш бит инде, өйрәтелмәгән. Тәүҙән үк Ҡуянтауҙа Таймаҫовтар ҡарамағына ҡал­дырғайным. Һарайҙа эргәһенә инеп тә булмай. Бер мәл хатта Снежананы иҫәңгерәткәнсе күтәреп һуҡ­ҡан! Һарайға хәҙер каска кейеп ке­нә инеп йөрөйбөҙ, тигәстәр, аптырап, янына барҙым. Бәләһенән баш-аяҡ, алып ҡайтайым да ҡуяйым, йә берәй нимә сығарыр, үҙебеҙҙә ауыл бейәһе булып йөрөр әле, тим. Был һүҙҙәремә Рәмзил йылмайып ҡына ҡуйҙы. Ҡатынының холҡон белгәнгәлер инде. Ысынлап та, бер нисә көндән тағы барыуыма Снежана теге баш бирмәҫкә менеп тә алғайны!

Ошо яҙ Эвтерияны яланға сығарып саптырып ҡараныҡ. Ярыштарға әҙерлеген билдәләгәс, Силәбелә үткән бәйгегә алып барғайныҡ, беренсе килде. Бер аҙҙан Өфөгә “Аҡбуҙат” ипподромына килтерҙек. Бындай урында тәүге тапҡыр сапҡанғамы, өсөнсөгә ҡалды. Июль аҙағында иһә Снежана менән “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирына килдек – Бөрйән районы аттары ҡатнашҡан ваҡытҡа туралап. Унда инде Эвтерия старт башынан алып барыбыҙға тулҡынландырғыс күңел байрамы бүләк итте – үҙе кеүек таҙа инглиз тоҡомло башҡа аттарҙы күпкә артта ҡалдырып, беренсе килеп, Р.М. Хәлилова иҫтәлегенә призды яулап ҡайтты!

 

“Терра Башҡортостан” ҙур мөмкинлектәр асты

 

– Ғөмүмән, республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән йыл да уҙғарылған “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры­ның төбәгебеҙ өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, – ти Фидан Тәлғәт улы. – Донъяла халыҡтар күп, әммә һәр береһенең аты юҡ бит. Башҡорттоҡо бар, үткәне данлы, тик ул һуңғы йылдарҙа “үлем хәлендә” тиерлек ине. Ошо “Терра Башҡортостан” турниры уны ысынлап күрһәтә, күтәрә башланы. Эйе, башҡорт аты ярыш өсөн түгел. Ул үҙ тиҙлеге менән саба, шул уҡ ваҡытта башҡа өҫтөнлөктәре бихисап: көслө, бүтәндәргә ҡарағанда сыҙамлыраҡ, сатлама һыуыҡтарға ла бирешмәй, ҡышын тибендә йөрөй, ите күп һәм файҙалы... Бына ошо милли байлығыбыҙҙы киң танытыуҙың, үҫтереүҙең иң һөҙөм­тәле сараларының береһе ул “Терра Башҡортостан”. Аҡмулла: “Ат­тың ниһен маҡтайһың – бәйгеләрҙә сапмаған”, – тигән кеүек, башҡорт тоҡомон танытыуҙың да иң яҡшы ысулы – уны шулай ярыштарҙа күрһәтеү.

Был турнирҙың программаһын шул ҡәҙәр йәтеш, киң йөкмәткеле итеп эшләгәндәр. Унда, моғайын, башҡорт аттары ғына сапһа, бигүк ҡыҙыҡ булмаҫ ине кеүек. Төрлө халыҡтарҙың таҙа тоҡомлолары, юртаҡтар һ.б. айырым ярышҡас, тамашасылар алдында тулы картина асыла. Ауылдарҙан бәйгегә барғандар шуларҙың барыһын да яҡындан күрә, сағыштыра, өйрәнә. Жокейҙар араһында малайҙарҙың күплеген күҙ уңында тотҡанда, был айырыуса шәп: уларға бәләкәйҙән үк шөғөлөнә киңерәк ҡарау, төрлө һабаҡ алыу мөмкинлеге асылды. Ошо йәйҙәге турнир этабына, мәҫәлән, Кавказ яғынан донъя кимәлендә билдәле ат тренерҙары Сәйед Шаптуҡаев (Чечнялағы “Әхмәт” ат спорты комплексынан), Хәмзә Түләбаевтар килгән ине. Шундай һөнәр оҫталары менән осрашыу, кәңәш-фекерҙәрен ишетеү үҙе бер дәрес бит.

Эйе, “Терра Башҡортостан” һәр яҡлап үҫтерә. “Аҡбуҙат”ҡа барып сабышып ҡайтыу бигерәк тә йәш быуынға ҙур ынтылыш бирә, дәрт­тәрен арттыра. Рухи һәм һөнәри үҫеш мәктәбе ул был турнир. Тик ошо бәйгеселәр, еңеүселәр менән артабан да шөғөлләнһендәр ине. Өфөгә барып ярышып, бүләк алып ҡайттың да бөттө түгел. “Аҡбуҙат” ипподромы ҡарамағында жокейҙар, тренерҙар мәктәбе эшләһә, тотош республика өсөн өҫтөнлөк булыр ине. Юғиһә күпме бала, бәләкәйҙән ат менән ҡыҙыҡһынып буй еткерә лә, был йүнәлеш төрлө яҡлап дәртләндерелмәгәс, шөғөлөн ташлай. Төбәгебеҙҙә ат спортын комплекслы үҫтереү бихисап кешене, айырыуса ауылдыҡыларҙы эшле лә, ашлы ла итер, күңел ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер, рухи күсәги­леш­лелекте лә нығытыр ине. Мәҫәлән, Ҡаҙағстанда ат спортының иллегә яҡын төрө үҫтерелә, тиҙәр. Беҙ ҙә, ин шәә Аллаһ, шундай үҫеш кимә­ленә сығырбыҙ: быға республи­кабыҙҙа ныҡлы нигеҙ һалынды, ул – “Терра Башҡортостан”.

“Аҡбуҙат” ипподромы белгес­тәренең башҡорт атының таҙа тоҡомон тергеҙеү йәһәтенән баш­ҡарған эше ыңғай һөҙөмтә бирә башланы ла инде. Эйе, әле ҡайһы бер райондарҙың турнирҙа ҡатна­шыу мөмкинлеге юҡ. Ни өсөн тигәндә, таҙа тоҡомло башҡорт аты таба алмайҙар. Ә ипподромда был йәһәттән ныҡ тикшерәләр, стандарттарға аҙ ғына тура килмәһә лә, ҡатнаша алмайһың. Тоҡомдар ҡушылып бөткән шул. Хәҙер, ҙур иғтибар йүнәлтелгәс, был проблема, һис шикһеҙ, яйға һалына башлар.

 

Беҙҙә ат тренерҙары, жокейҙар етешмәй

 

Фидан Тәлғәт улының әйте­үенсә, ысынлап та, төбәгебеҙҙә профессиональ жокейҙарҙың, ат тренерҙарының етешмәүе – ҙур проблема. Ҡайһы бер яҡтарҙа ярыштарҙа сабыуға ғына ялланып аҡса эшләп, бай йәшәгәндәр бар. Жокейҙан бигерәк тренерға мох­тажлыҡ ҙур.

– Был эш үтә яуаплы, ауыр. Әйтәләр бит, уҡытыусы булып тыуырға кәрәк, тип. Был һүҙҙәр атты өйрәтеүсегә лә тап-таман. Уға хатта ҡыйыныраҡ та. Уҡыусы бит һөйләшә, әйтергә теләгәнен әйтә, кисерештәрен еткерә, ә аттың теле юҡ. Уны аңлау өсөн холҡон, психологияһын тәрән белергә, тимәк, бәләкәйҙән ошо шөғөл менән мәшғүл булырға, мал араһында үҫергә кәрәк, – ти эшҡыуар. – Ат ярыштырыу, спорттың башҡа төрҙәренә ҡарағанда, күпкә яуап­лыраҡ та. Мәҫәлән, футболсыны, хоккейсыны алайыҡ. Улар, әгәр теләһә, ялҡһа йә ауырыһа, тубы менән сәкәнен һелтәй ҙә китә лә бара. Ә атты, йән эйәһен, ташлау мөмкин түгел. Бер бәйләндең икән – ғүмерлеккә.

Беҙҙә әле ат тренеры һөнәре үҫешмәгән. Алда әйтелгәнсә, мәк­тәп юҡ. Кемдәрҙең тәжрибәһе бар, улар йәштәргә шуны ҡалдыра килә. Ауылдарҙа “ат өйрәтеү” тигән белем күп осраҡта был малды ауыҙ­лыҡлап, сыбыртҡылап, ҡур­ҡытып еңеп алыуға, баш баҫып йөк тарт­ҡан ирекһеҙгә әйлән­де­реүгә ҡайтып ҡала. Ҡайһы берәү­ҙәрҙең һатып алған ярыш аттарына ла шундай “тәрбиә” бирергә ты­рыш­­ҡанына шаһит булдым. Менеп ултыра килеп, әҙерлекһеҙ килеш йыраҡ араға саптырып, шәп ат­тарҙы эшлектән сығарыу осраҡ­тары ла бар. Уларҙы бит айырым программалар буйынса ғына өйрәтәләр.

Снежана менән Рәмзил Тайма­ҫовтарға килгәндә, улар икеһе лә бәләкәйҙән ат араһында. “Аҡбу­ҙат”та танышҡандар. Рәмзил – Хәйбулла егете, атаһы ғүмер буйы ат менән шөғөлләнгәнлектән, бәләкәйҙән был эште белеп үҫкән. Өфөгә уҡырға килгәс тә “Аҡбуҙат”ҡа гел барып йөрөгән. Снежана иһә – Татарстандың Әлмәт ҡалаһы ҡыҙы. Ҡазан ипподромында эшләгән, унан Өфөнөкөнә күскән. Әле Ҡуянтауҙа аттар ҡарау, өйрәтеү менән мәшғүлдәр. Снежана – жокей-тренер. Рәмзил юртаҡтар менән шөғөлләнә, аттарҙы дағалай, укол һала. Үҙ шөғөлөн мөкиббән яратҡан оҫталар.

Һәр эшкә лә кеше ауырлыҡтар аша үтә-үтә өйрәнә. Фидан Мәжитов та шулай. Йылҡы малы тота башлағас та бихисап һынау килә уға. Эвтериянан тыш, башҡа аттары ла бар, уларҙың барыһына ла айырым тәрбиә кәрәк. Тимәк, өйрәнәһе лә өйрәнәһе.

– Хансүбиҙәй ҡушаматлы айғы­рымды әрәм итеп ҡуйҙым, – ти ул. – Уны бер нисә йыл элек Егорск ҡалаһынан алып ҡайтҡайным. Пятигорскиҙа икенсе урынды яула­ған. Бында килтергәс, Баймаҡта ике тапҡыр беренселекте алды. Үҙебеҙҙең ауылда һабантуйҙа ла ярыштырып ҡарайым әле, тип иҫәр һымаҡ яланға алып төшөп, бәкәлен һындырып ҡуйҙым. Бындай махсус әҙерлекһеҙ ерҙә кеше бәйге аттарын саптырамы инде? Беҙҙең асфальтһыҙ юлдан машина менән юғары тиҙлектә елдерһәң, тәгәрмәстәрең түҙмәйәсәк бит – шуның һымаҡ инде. Хансүбиҙәй ҙур ярыштарҙа еңеп йөрөй торған ат ине. Хәйер, аяғы һынһа ла, бирешмәне: әле үҙемдең өйөрҙә айғыр булып йөрөй – был да һәйбәт инде. Ике ҡолоно бар хәҙер.

Ошондай хәлдәр – профессиональ ат тренерҙары кәрәклеккә бер дәлил. Әлбиттә, үҙем дә был эште атҡара алыр инем, тип уйлайым, тик уның өсөн бар тормошоңдо, көсөңдө тик шул шөғөлгә арнау талап ителә. Ныҡлы өйрәнгәнсе әллә күпме ваҡыт кәрәк булыуы ихтимал. Ә мин әлегә улайта алмайым – ғаиләмде ҡарарға, алты баламды үҫтерергә кәрәк. Киләсәктә, Аллаһ насип итһә, ныҡлап тренерлыҡҡа тотонорға йәки, теләһәләр, ул-ҡыҙҙарымды шул һөнәргә уҡытырға уй бар.

Махсус аҙыҡты ҡайҙан алалар?

 

Ярыш аттарына жокейҙар, тренерҙар етешмәүенән тыш, беҙҙә бындай йылҡы малын дөрөҫ туҡландырыу өсөн махсус аҙыҡ, ҡатнашмалар ҙа юҡ.

– Уларҙы Мәскәүҙән заказ менән алдырам, – ти Фидан Тәлғәт улы. – Ә баш ҡалаға бындай аҙыҡ төрҙәре Франциялағы “Динавена” заводынан килтерелә. Илдәге күп ипподромдар ошо хеҙмәттән файҙалана. Аҙыҡ-ҡатнашмалары һәйбәт, юғары сифатлы. Йыл миҙгелдәренә, аттың хәл-торошона, көсөргәнешенә һәм башҡаларға ҡарап, белгестәр төрлөһөн тәҡдим итә. Франциянан килтереп һатыу эше менән Мәскәүҙәге “Казаков” ат заводы шөғөлләнә.

Эйе, ошо сығымдар ҙа ҡушыл­ғас, ниңә ҡул һелтәп кенә ҡуй­майһың, ябай йөк аты ғына тотоп йәшәргә лә була бит, тип кәңәш биргәндәр бар. Һәр төрлө ауыр­лыҡтар осраясағын алдан белдем, ниндәйҙер кимәлдә әҙер инем. Әйтеүемсә, йылҡы малына һөйөү, шулай уҡ тыуған яғым өсөн сәм килтерҙе мине был шөғөлгә. Һәр атым – үҙ балам кеүек. Мин генә түгел, тотош ғаиләм ярата хәҙер йылҡы малын.

Элек-электән атына ҡарап хужаһына баһа биргәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Баш­ҡорт кавалерия дивизияһы алған дан – беҙҙең аттар менән яугир­ҙәрҙең берлектәге ҡаһарманлығы сағылышы. Ошондай оҫталы­ғы­быҙҙы, милли ҡиммәтебеҙҙе “һа­райға бикләп” тотайыҡмы ни һаман? Алда әйтеүемсә, “Терра Башҡортостан” был “бик”те асып, халҡыбыҙҙы ла, аттарыбыҙҙы ла асылына ҡайтара башланы. Юғиһә, минеңсә, үҙебеҙ ҙә һыйырҙан ҡалған ҡыу бесән менән ҡәнәғәтләнеп көн күргән ығыш, ғәмһеҙ, ҡыуғанды көткән йөк атына әйләнеп бара инек һымаҡ.

Аҙыҡ ҡатнашмалары тигәндән, ҡайһы бер яҡтарҙа ярыштарҙа малға “допинг” биреү проблемаһы ла бар икән. Бәйге атын шулайтып әрәм итәләр: ул ике-өс йыл тәүге урындарҙы яулап, хужаһына дан килтереп йөрөй ҙә ҡапыл эшлектән сыға. Ә һәр ипподромдың да “допинг”ка тикшереү үткәреү өсөн тейешле ҡорамалдар алырға аҡсаһы юҡ.

 

Беҙҙең Осҡон башҡа тоҡомлоларҙы уҙып китергә тейеш!

 

Тоҡомона ҡарап, әлбиттә, аттар­ҙың холҡо бер-береһенән ныҡ айырыла. Фидан Тәлғәт улы әйтеүенсә, мәҫәлән, теге табылдыҡ ҡолон  Осҡон ҡатын-ҡыҙҙы һанға һуғып бармай.

– Башҡорт аты бит ул. Иркә­ләтеүҙәргә лә һынамсыл ҡарай. Уға ныҡлы ир ҡулы кәрәк, – ти хужа. – Өлкән улым Ханнан, уның тренеры булараҡ, Осҡон менән быйыл ҡыш сатлама һыуыҡта Бөрйән районы үҙәгенә һыбай барып ярышып, алдынғы урын алып ҡайтты. Белеүегеҙсә, беҙҙә бындай саралар йыш уҙғарылып тора. Мин дә былтыр арҙаҡлы яҡташыбыҙ Исмәғил Ғәбитов ярты быуат элек башлаған, уның призына йыл да үткәрелгән юртаҡтар бәйгеһендә беренсе урынға сыҡтым. Унда Тень ҡушаматлы (үҙебеҙсә Йондоҙ тип йөрөтәбеҙ) американ тоҡомло бейәм менән барғайным. Был ярышҡа Бөрйән районы хакимиәте айырыуса ҙур иғтибар бирә, бүләктәре лә шәп. Урындағы ат тотоусылар, бигерәк тә йәш быуын өсөн бик әһәмиәтле сара ул. Быйыл район һабантуйында иһә Храброе сердце ҡушаматлы атым (баш­ҡортса Ҡарлуғас тип яҙҙырттым) менән беренсе урын алып ҡайттым. Шулай уҡ шәп ул, махсус тренер табып, ныҡлап шөғөлләнгәндә, ҙурыраҡ уңыштар ҡаҙанасағына ышанам.

Эйе, аттарҙың холҡо төрлө. Осҡондоң яратыуға иҫе китмәһә, инглиз, американ тоҡомлолар бигерәк наҙлы. Ҡатыным Таңһылыу менән ҡыҙым Сажиҙә һыйпаһа, хатта арттарынан ҡалмай эйәреп, һырынып бер булалар. Айырыуса Эвтерия, ярыш майҙанында баш бирмәҫ ҡырағайға әйләнһә лә, ябай тормошта бесәйҙәй иркәгә әүерелә лә ҡуя. Шуға ла, сит тоҡомло аттарға ҡатын-ҡыҙ тренер нығыраҡ ҡулайҙыр, тип уйлап ҡуям. Сажиҙәнең киләсәктә ошо эш менән шөғөлләнергә теләге бар, Ҡуянтауҙа торған Эвтерияны һағынып, минең менән бергә барып күреп ҡайта. Кем белә, бәлки, киләсәктә, Аллаһ насип итһә, жокей йә тренер булып китер. Икенсе улым Хансура төрлө китаптарҙан, интернеттан ат тәрбиәләүгә бәйле мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү менән мәшғүл. Ҡатмарлы һорауҙарға ла яуап бирә ала. Өсөнсө улым Сөләймән иһә – башҡорт аттары яҡлы. Бер мәл яуланған кубоктар араһына пластилиндан эшләп, тағы берәүҙе ҡуйып ҡуйған. “Кемдеке ул?” – тип һораған булдым. “Осҡондоҡо!” – ти. Ханнан ағаһы өйрәткән башҡорт атының инглиз, американ тоҡомлоларҙың барыһын да уҙып китеүен теләп ҡаңғыра шулай.

Тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнә алырмын, тип уйлайым. Бөтә аттарымдың документтары бар, уларҙың ҡолондарын һатыуҙы ойоштороу мөмкин булыр ине. Ләкин бының өсөн, әлбиттә, алдан аттарҙы ярыштарға йөрөтөп танытыу, категорияларын күтәреү кәрәк. Ә ул эш әлеге лә баяғы махсус тренерҙарға, оҫта жокейҙарға ҡайтып ҡала.

Әйткәндәй, аттан ярышып ҡына файҙа алам тиһәң, Ҡаҙағстан яғын­дағы бәйгеләрҙә ҡатнашырға мөм­кин. Бер-ике йыл элек интернеттан ҡарап, хайран ҡалып ултырғайным: беҙҙең Темәс ауылынан бер бейә­не ҡаҙаҡтарға 500 мең һумға ғына һатып ебәргәйнеләр, ул унда һигеҙ ярышта еңгән һәм яңы хужаларына алты автомобиль, Нурсолтан ҡалаһынан ике бүлмәле фатир, аҡсалата бүләк килтергән. Бер йәй эсендә! Тик мин ундай матди файҙа тураһында уйламаҫҡа тырышам. Ҡаҙаҡтар яғына ҡатын-ҡыҙ жокейҙы сығарыуы ла ҡурҡыныс. Килер бер көн, үҙебеҙҙең республикала ла уларҙағы кеүек бәйгеләр уҙғарыла башлар, тигән ышаныстамын. Һәр нәмәнең – үҙ ваҡыты.

 

*  *  *

 

“Аттың маңлайына бәрәкәт бәйләнгән”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәләм. Мосолман ир-егетенең йылҡы малы тотоуы – сөннәт. Ошо аманатҡа ярашлы, һуңғы йылдарҙа күптәр ат алырға тырыша. Изге башланғыс төрлө яҡлап хупланып, “Терра Башҡортостан” кеүек күңелгә ҡанат ҡуйһа, йылҡы малы маңлайына бәйләнгән бәрәкәт киләсәккә юлды яҡтыртып барыр. Фидан Тәлғәт улы әйтмешләй, “башҡорт аты” ғына түгел, “атлы башҡорт” төшөнсәһе лә киң ҡулланылышҡа инеп, халҡыбыҙҙың асылын сағыу килеш һаҡлар.

 

- Дилбәр ИШМОРАТОВА.

 

Бөрйән районы.

Читайте нас