Йәмғиәт
27 Август 2021, 07:57

Бал ҡорттары ла бейей белә

Уңыш йыйыу мәле үҙенсәлектәре.

Бал ҡорттары һут һәм сәскә һеркәһе йыйған үҫемлектәрҙе бал һуты бирә торған үҫемлектәр тип атайҙар. Беҙҙең республикала ҡырағай бал бирә торғандары 280-гә яҡын, шулар араһында 150 төрө бал бирә торған үҫемлектәр булараҡ ғәмәли әһәмиәткә эйә. Тауарлыҡлы бал биргән тип бер нисә тиҫтәһе иҫәпләнә. Бал бирә торған айырым ерҙәрҙең ҡиммәте башлыса баллы үҫемлектәрҙең күплеге һәм сифаты менән билдәләнә.

 

Һут бүленеүгә тәьҫир иткән шарттар

 

Бал биргән үҫемлектәр, сәскә атыу ваҡытына, бал йыйыу үҙенсәлегенә һәм үҫеү урынына ҡарап, кластарға бүленә. Сәскә атыу ваҡыты буйынса яҙғы, йәйге һәм көҙгө бал биргән үҫемлектәр була. Бал йыйыу характеры буйынса һут-һеркә, һут һәм һеркә бирә торған үҫемлектәргә айырыла. Бал ҡорттарына бала ҡортто тәрбиәләү-ашатыу өсөн шулай уҡ һеркә талап ителә, һеркәне тал, бәпембә, саған, һары акация, аҡ тирәк, шулай уҡ ҡайын, уҫаҡ, сәтләүек ҡыуағы, кукуруз, мәк, арыш күпләп бүлә. Һут-һеркә төркөмөнә бал бирә торған бик күп үҫемлектәр: йүкә, ҡарабойҙай, көнбағыш, кәрешкә, эспарцет, люцерна һәм башҡалар инә. Был — бал бирә торған үҫемлектәрҙең иң киң һәм мөһим төркөмө, шуның өсөн дә ул умартасылыҡтың төп аҙыҡ базаһы булып тора.

Бал бирә торған үҫемлектәрҙең сәскә атыу ваҡыты һауа шарттарына бәйле, ул төрлө йылда төрлө­сә була. Төп бал йыйыу осороноң башланыу ваҡытына ҡарап, умартасы бал ҡорто ғаиләләрен үҫтереү мәлен ашыҡтыра йәки, киреһенсә, әкренәйтә ала. Төп бал йыйыуға ҡорттар һанын кәрәгенсә арттырып өлгөрөү, уларҙы бал йыйыуҙа тулы­һынса файҙаланыу өсөн, умартасы ҡорттарҙың эшкә һәләтлелеген һаҡлау күҙлегенән сығып эш итә.

Һут бүленеү процесына һәм уның сифатына һауа шарттары йоғонто яһай, быны артабанғы эштә иҫәпкә алырға кәрәк. һут бүленеүгә һауа температураһы үтә ныҡ тәьҫир итә. Үгәй инә үләне һәм сейә кеүек яҙ иртә сәскә ата торған үҫемлектәр 8 градус йы­лылыҡта һут бирә башлай, муйыл плюс 10 градуста. Температураның артабан күтәрелеүе һут бүленеүҙе көсәйтә. Күпселек үҫемлектәр 22 – 27 градус температурала, 16 градустан түбән температураға ҡарағанда, һутты ике–өс тапҡырға күберәк бүлә. Унан кире күренеш күҙәтелә: температура 27 градустан юғары күтәрелгәндә, һут бүлеп сығарыу кәмей, бөтөнләйгә туҡталып ҡала. һут бүленеү өсөн төндәрҙең йылы булыуы мөһим, ләкин температура­ның тәүлек эсендә тирбәлеп тороуы талап ителә, кире осраҡта үҫемлектәр һут бүлеүҙән туҡтай.

Һут бүленеү процесына һыуыҡ, оҙаҡҡа һуҙылған ямғырҙар, ҡоро­лоҡ, көслө ел һәм май айы ҡырау­ҙары сиктән тыш кире тәьҫир итә һәм, киреһенсә, уртаса дымлылыҡ, ҡыҫҡа ваҡытлы йылы ямғырҙары менән ярайһы ғына йылы көндәр торғанда, һут бүленеп сығыуға һәйбәт була.

Күпселек үҫемлектәр өсөн 60 – 80 процент һауа дымлылығы иң яҡшыһы тип иҫәпләнә. Артыҡ дым­лылыҡ үҫемлектәрҙең вегетатив массаһының ҡотороноп үҫеүенә килтерә, был иһә һут бүлеп сыға­рыу­ҙы кәметә йәки бөтөнләйгә үк туҡтатып ҡуя. Һауа ҡоро булғанда ла шулай уҡ һут бүлеү туҡтала, ә элгәре бүлеп сығарғаны ҡуйыра, бал ҡорттары уны ауырлыҡ менән йыя.

Үҫемлектәр тарафынан һут бүлеүҙә тупраҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Әгәр ҙә тупраҡ үҫемлектең үҫеүенә булышлыҡ итһә, ул яҡшы үҫешәсәк, һутты ла күберәк бүлеп сығарасаҡ. Шулай, ҡандала үләне, кәрешкә, люцерна эзбизға бай һелтеле тупраҡта күберәк һут бүлеп сығара, ә ҡара көртмәле һәм бөрлөгән әсе тупраҡты ярата.

 

Мул бал һуты бирә торған үҫемлектәр

 

Умартасылыҡта бал бирә торған үҫемлектәрҙең һут про­дуктлы­лы­ғын билдәләү ғәҙәте бар. Был иһә – бал бирә торған ерҙәрҙең бер гектарынан ҡорттар тарафынан йыйылған бөтә һуттың күләмен билдәләү. Мәҫәлән, һәр гектар тотош йүкәлек массивынан – 500 килограмдан алып бер тоннаға тиклем, Башҡортостанда уртаса 600 килограмм һут йыйыла. Ҡарабой­ҙайҙың һәр гектары 70–90 килограмм бал бирә, был культураны эшкәртеү агротехникаһы юғары булғанда, ошо уҡ майҙандан 120 – 140 килограмға тиклем бал алырға мөмкин, көнбағыштан 30 – 40 килограмм, ҡандала үләне (һары һәм аҡ) һәр гектарҙан 200 – 300 килограмм, айырым осраҡта 400 – 500 килограмға тиклем бал бирә. Әгәр ҙә йүкәне урмандың бал бирә тор­ған “батшаһы” тип атаһалар, ҡан­дала үләнен дала, ялан үҫем­лектә­ренең “батшаһы”на инде­рәләр.

Тимербулат Мәсәлимовтың 1991 йылда Башҡортостан китап нәшриәте тарафынан урыҫса баҫып сығарылған “Донник” (“Ҡандала үләне”) исемле китабында, бына тигән бал бирә торған үҫемлек булараҡ, был культура яҡшы яҡтыртыла. Автор, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты, бик мауыҡ­тырғыс итеп ҡандала үләненең бөтә өҫтөнлөктәрен, тупраҡтың уңдырышлылығын нисек яҡшыр­тыуын, дарыу һәм сифатлы бал бирә торған үлән булыуын асып бирә.

Һеҙ быны беләһегеҙме?..

 

* 40 миллиграмм һут һыйҙыра торған бөрләтәүен тултырыу өсөн бал ҡорто бер осоуҙа 200-ҙән кәм булмаған көнбағыш йәки эспарцет йә горчица сәскәһенә, 15–20 баҡса культуралары сәскәһенә, 130–150 ужым рапсына йәки кориандр, йә сырмалсыҡ сәскәһенә ҡунаҡларға тейеш.

* Күпселек үҫемлектәрҙең татлы һутының составында өс төр шәкәр – сахароза, глюкоза һәм фруктоза бар. Улар төрлө үҫем­лектә төрлөсә миҡдарҙа була. Ҡорттар күп глюкозалы (көнбағыш, гәрсис, тиле шалҡан һәм баш­ҡалар) татлы һуттан эшкәрткән бал тиҙерәк ҡомоға. Әгәр ҙә татлы һутта фруктоза күберәк булһа (аҡ һәм һары акация, ашай торған каштан, арса), бал аҡрыныраҡ ҡомоға.

* Бик күп үҫемлек бер үк ваҡытта һут һәм һеркә бүлә. Ләкин шундай үҫемлектәр ҙә бар, уларҙан ҡорттар бары тик һеркә генә йыя. Ундайҙарға сәтләүек ҡыуағы, мәк, гөлйемеш, люпин, кукуруз һәм башҡалар инә.

* Әгәр ҙә умарталыҡтан алыҫ булмаған ерҙә аҙыҡ сығанағы тапһа, ҡорт умарта эсендә, кәрәҙ­ҙәр өҫтөндә “өйөрөлөп бейей”. Ә ҡорттоң ҡорһағы менән “ҡыйшан­лаған” бейеүе алыҫыраҡ аралыҡта урынлашҡан баллы үҫемлек йәки һеркә тураһында сигнал бирә.

 

Төп бал йыйыу осоро

 

Төп бал йыйыу осоро – ул ҙур майҙандарҙа бал бирә торған ҡиммәтле үҫемлектәрҙең сәскә атыу мәле. Ошо саҡта ҡорттар үҙ­ҙә­рен һаҡлыҡ аҙыҡ менән тәьмин итә, ә умарталыҡ тауарлыҡлы бал бирә.

Төп бал йыйыу осоро килеп етеүен фенологик күҙәтеүҙәр ярҙамында, үлсәүҙәге умарта күр­һәткестәре һәм ҡорттарҙың үҙҙә­ренең тәртибе буйынса билдә­ләйҙәр. Ә үлсәүҙәге умарта бөтә яҡтан да ап-асыҡ булған япма аҫтына үлсәгескә ҡуйылған, көслө ҡорттарҙан торған ғаиләле умарта ул. Уны көн һайын кисен, бөтә бал ҡорттары ла ғаиләгә әйләнеп ҡайтҡас, үлсәйҙәр һәм тәүлек артымды билдәләйҙәр.

Ҡорттарҙың осоу радиусында (ике – өс саҡрым) ниндәйҙер билдәле үҫемлектәр (мәҫәлән, эспарцет, ҡарабойҙай, йүкә, көнба­ғыш һәм башҡалар) була. Бал бирә торған ошо үҫемлектәрҙең күпләп сәскә атыуы һәм ҡорттарҙың сәс­кәләргә осоуы бал йыйыу осороноң килеп еткәнен фаразларға мөм­кинлек бирә. Үлсәүҙәге умарта һут ташыуҙың киҫкен (тәүлеккә ике килограмдан да ауырыраҡҡа) артыуын күрһәтә.

Ҡорттарҙың тәртибе шаҡтай үҙгәрә. Улар тыныс булып китә, хатта рамды умартанан алыуға ла иғтибар итмәйҙәр. Ҡайһы саҡта умартаны битлек кеймәйенсә лә ҡарап була. Көндөҙ генә түгел, кисен һәм төндәрен дә умарталыҡта, бер тигеҙ генә булып, берҙәм геүләү ишетелеп тора: был иһә бал ҡорттары ояны әүҙем елләтә, яңы килтерелгән һуттан һыуҙы айырыуын аңлата.

Ошо осорҙа ҡорттарҙы мөмкин тиклем аҙыраҡ тынысһыҙларға кәрәк. Һәр бер ҡағылыу ҡорт ғаиләһенең ҡуҙғыуына килтерә һәм эшкә һәләтлелеген кәметә. Ҡорт­тарҙы һуңғы кәрәкле сиктә генә тикшереү һәм бөтә эштәрҙе көндөң икенсе яртыһында ғына башҡарыу тәҡдим ителә (етмәһә, һеҙҙең, эш башлаған йәш умартасылар, ҡорт­тарығыҙҙың һаны ла самалы ғына бит). Ошолай эш иткәндә, ҡорттар төнөн тыныслана һәм иртән үк бал йыйыуҙы әүҙем башлай.

Бал йыйыу башланғас та, кәрәк булған осраҡта ояны өҫтәп киңәй­тергә (корпустар йәки ҡоро балауыҙ һуҙылған мага­зиндар ҡуйырға), әгәр ҙә элегерәк эшләнмәгән булһа, ҡорт үрсемдәрен яңынан төркөм­дәргә айырырға, йәғни өлгөргән көплө үрсемдәрҙе ояның өҫтөнә, ә асыҡ үрсемде аҫҡа, ояға ҡуйырға һәм йәш ҡорттарҙың ярайһы ғына өлөшөн үрсем тәрбиәләүҙән бушатырға, уларҙы һут йыйыу һәм эшкәртеү эшенә ҡушырға кәрәк. Бының өсөн инә ҡорттоң йомортҡа һалыуын сикләйҙәр (ул эш ҡыҫҡа ғына ваҡытта көслө бал йыйыу осороноң башланып китеүе алдынан, оҙаҡҡа һуҙылған осорҙоң икенсе яртыһы ваҡытында эшләнә).

Бал йыйыу башланыр алдынан умартасы оянан тиҙ ҡомоғоусы баллы рамдарҙы (был бал өйәңке һәм әүернә сәскәле үҫемлектәрҙән, мәҫәлән, ҡыҙыл талдан, рапстан, тиле шалҡандан һ.б. йыйыла) ала. Умартанан иҫке баллы былтырғы (улар тороп ҡалған булһа), рәшә баллы рамдарҙы ла ала. Бындай бал алдағы ҡыш өсөн аҙыҡҡа яраҡлы түгел. Уны ашап ҡышлаған хәлдә ҡорттар үтә ныҡ сырхаулай, эстәре китә йәки үлеп үк ҡуя. Бындай баллы рамдарҙы кәрәҙҙәрҙә кәпләп ҡуйылған үрсемдәр булған осраҡта ла бал ҡыуғыстан һурҙы­рып алалар. Асыҡ үрсемдәре бул­ған кәрәҙҙәрҙән балды һурҙырып алыу рөхсәт ителмәй, сөнки бала ҡорт, ҡарышлауыҡтар ҡойолоп төшө­үе ихтимал.

 

- Рафиҡ НОҒОМАНОВ.

Читайте нас