

Һуңғы ваҡытта районда сәләмәт йәшәүгә һәм спортҡа ҡарата иғтибар арта бара. Мәктәптәрҙә төрлө спорт түңәрәктәре эшләй, йәштәр сәләмәт тормошто үҙ итә.
Милли көрәш үҫешә
Күптән түгел райондың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында райондың 14 мәктәбенә милли көрәш өсөн манекендар, келәмдәр һәм махсус кейемдәр тантаналы шарттарҙа тапшырылды.
Уларҙың барыһы ла Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм “Урал аръяғы йәмәғәт ойошмалары башланғыстары союзы” ярҙамында алынған. Байрам сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.
Тантанала бер төркөм физкультура уҡытыусылары аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.
“Башҡорт ихаталары” ҡалаға йәм өҫтәй
Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Әле ҡалала, “Үҙгәрештәр еле” проектына һәм Бөтә Рәсәй “Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү” конкурсына ярашлы һәм “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы ярҙамында ҙур төҙөлөш эштәре атҡарыла.
“Башҡорт ихаталары” программаһы ҡаланың йөҙөн яҡшыртыуға, уны төҙөкләндереүгә ярҙам итә. Тап ошо программа арҡаһында Баймаҡ икенсе һулыш алды. Ҡасандыр совет осоронда төҙөлгән йорттарҙы, емерелгән ҡоймаларҙы, йәмһеҙләнеп ҡалған ихаталарҙы төҙөкләндереүҙә уның әһәмиәте ғәйәт ҙур. Рәшәткә менән уратып алынған баҡсаларҙа тәртипһеҙ рәүештә йәйелеп үҫкән ағастар ҡаланың йөҙөн биҙәмәй, әлбиттә.
Үткән йылда ҡаланың Юбилей урамындағы 3-сө һәм Әлибаев урамындағы 53-сө “а”, 57-се күп ҡатлы йорт ихаталары төҙөкләндерелде. Был маҡсатта 14 миллион һум аҡса тотонолдо. Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 36 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уның ярҙамында Әлибаев урамының 49-сы, Юбилей урамының 2-се һәм 4-се, Тыныслыҡ урамының 17-се, 19-сы, 21-се, 23-сө күп ҡатлы йорттары ихаталары төҙөкләндереләсәк. Әйткәндәй, Әлибаев һәм Тыныслыҡ урамындағы барлыҡ төҙөкләндереү эштәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса эшләнә. Былтыр Баймаҡта эш сәфәрендә булған сағында төбәк етәксеһе ошо урындарҙы ҡарап, ихаталарҙы төҙөкләндереү кәрәклеген белдергәйне.
Баймаҡ ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгән тағы ла бер “Башҡорт ихатаһы” күптән түгел файҙаланыуға тапшырылды. Әлибаев урамының 49-сы йортонда йәшәгән халыҡ үҙҙәренең ихаталарының шул тиклем күркәм һәм матур булырын көтмәгәндер ҙә. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, күркәм һәм төҙөк ихата, ял урындары, ысынлап та, бындағы кешеләргә ҙур бүләк! Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та уларҙың шатлығын уртаҡлашты.
Ҡунаҡтар “Башҡорт ихаталары” программаһының халыҡ өсөн эшләүен, яңы төҙөлгән объекттарға, уйын һәм ял майҙансыҡтарына хужаларса ҡараш талап ителеүен билдәләне. Һәр нәмәне үҙ мөлкәтең кеүек ҡәҙерләп файҙаланғанда ғына уның оҙаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт итәсәге бер кемгә лә сер түгел.
Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев белдереүенсә, “Башҡорт ихаталары” программаһы киләһе йылда ла дауам итәсәк. Артабан ҡаланың дүрт ихатаһын төҙөкләндереү ҡарала. Әлибаев урамының 55-се, Салауат Юлаев проспектының 1-се һәм 1-се “а”, Еңеү урамының 1-се, 3-сө һәм 3-сө “а”, 7-се күп ҡатлы йорттары янында үҙгәрештәр көтөлә. Шундай уҡ ҙур төҙөкләндереү эштәре Есенин урамының 1-се, 3-сө, 5-се, 7-се, Чекмарев урамының 24-се, 36-сы, 38-се, Тыныслыҡ урамының 25-се йорттары биләмәһендә лә башҡарыласаҡ.
Был йорттарҙа йәшәгән халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелгән. Уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлгән проекттар әҙер. Ҡыш тамамланыу менән төҙөлөш эштәре башланасаҡ. Тимәк, Баймаҡ ҡалаһы урамдары ғына түгел, йорт ихаталары ла төҙөкләндереләсәк. Иң мөһиме – унда йәшәгән кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ.
- Кәримә УСМАНОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

