

Яулыҡ
Бишенсе курста уҡығанда яулыҡ ябынып йөрөргә ҡарар иттем. Алдан әйтәм, берәү ҙә мәжбүрләп ябындырманы. Өфөлә инем ул саҡта. Ауылда йәшәгән әсәйемә был хәбәрҙе нисек әйтергә, тип уйланып йөрөнөм-йөрөнөм дә, бар ҡыйыулығымды йыйып, уға шылтыраттым. Хәл-әхүәл һорашҡандан һуң, һүҙ ыңғайында ғына: “Мин яулыҡ ябындым”,‒ тип ысҡындырҙым. “Үҙең хәл иткәнһең икән, үҙ ихтыярыңда”, – тип бар борсолоуымды юйып ташланы ҡәҙерле кешем.
Яулыҡта йөрөүҙең ни тиклем рәхәт, тыныс икәнен яҙып ҡына аңлатып булмай, уны тойорға, кисерергә кәрәк. Хижәп кейә башлағандан һуң, бөтөнлөк, ҡәнәғәтлек алдым мин бүләккә. Өйҙә тейешенсә кейенеп, намаҙ уҡығандан һуң, тышҡа яулыҡһыҙ сығып китеү быға тиклем әллә нисегерәк ине.
Аралашҡан кешеләрем араһынан бер генә ир заты ла яулыҡҡа бәйле иҫкәрмә яһаманы. Мин ихтирам иткән оло башҡорт апайҙарынан ғына: “Был бит ғәрәптәр кейеме!”‒ тигәнерәк һүҙҙәр ишетергә, уларҙың ҡырын ҡарашын тойорға тура килде. “Ҡайҙа эшкә төшәһең? Нисек кейәүгә сығаһың инде?” – тигән һорауҙар менән дә хәлемде алған кешеләр булманы түгел. Шөкөр, диплом алғандан һуң эшкә лә төштөм, кейәүгә лә сыҡтым.
Шөкөр
Өфөнөң бер дауаханаһына барып китергә тура килгәйне. Ҡыҙымды һыға ҡосаҡлап, “булғанына шөкөр” тигән уйҙар менән елеп тигәндәй ҡайттым унан.
Булғанына шөкөр итеүҙе онотоп китәбеҙ шул. Күптәребеҙҙең аяҡ-ҡулы йөрөй, күҙе күрә, ҡолағы ишетә. Ни теләһәк, шуны ашай алабыҙ. Ә дауаханала йәки зыяратта булып ҡайтҡандан һуң ғына башыбыҙға барып етә: беҙ бит һанап бөткөһөҙ күп һый-хөрмәткә, бүләктәргә эйә! Тәнебеҙ ағзалары бер тотҡарлыҡһыҙ эшләп тора. Әммә Аллаһ Тәғәләнең ошо бүләктәрен һанламай, һаман нимәгәлер дәғүә белдереүебеҙҙе, уфтаныуыбыҙҙы, ниндәйҙер матди байлыҡҡа эйә булмауыбыҙға көйәләнеүебеҙҙе дауам итергә ҡуй тимәйбеҙ...
Йөрәкте йомшартыуға дауахана кеүегерәк ерҙәрҙә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе күреү ныҡ булышлыҡ итә. Кемдеңдер башы тотошлай бинт менән уралған, кемделер инвалид креслоһында этеп йөрөтәләр, кемдеңдер палатанан сығырға ла мөмкинлеге юҡ...
Йома
“Китсәле, йома көнөндә иҙән йыуып йөрөйһөңмө!”, “Кер йыуған һыуыңды түкмә, бөгөн йома лабаһа!” Ошондайыраҡ киҫәтеүҙәрҙе, һәр ҡайһығыҙ булмаһа ла, һәр икенсегеҙҙең ишеткәне барҙыр. Мин дә тәүҙә ҡурҡыштан ышана, аптырай, шым ҡала инем. Ни өсөн йомала бер нимәне лә йүнләп эшләп булмағанына.
Мосолмандар өсөн йома ‒ изге көн, байрам. Тик, бөгөн ‒ йома, тип өйҙә йә эштә ҡыл да ҡыбырлатмай ултырырға тигәнме?! Юҡ, әлбиттә. Дин –‒ ул еңеллек (ләкин илке-һалҡылыҡ түгел), таҙалыҡ, бөхтәлек. Бөгөн йома бит әле, тип донъяңды бысраҡҡа батырып ултырыуҙы күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Тик бер нәмә бар шулай ҙа: йома намаҙының ваҡыты яҡынлашыу менән эшеңде, сауҙаңды ваҡытлыса туҡтатып, мәсеткә юлланыу фарыз. Мосолман ирҙәргә. Ҡатын-ҡыҙға, юлсыларға, балаларға фарыз түгел. Әммә янып барған эшем, өйҙә илап ҡалыр балам булмағанда, йәғни ғаиләһеҙ, бушыраҡ, студент саҡтарымда йомаға мәсеткә йөрөгәнемдең бер зарарын да тойманым. Киреһенсә, дин ҡәрҙәштәрең менән, оло ла, йәш тә апай-инәйҙәр менән ихлас күрешеп, аралашып, ғилем туплап, намаҙ уҡып ҡайтыу йәнгә илһам, дәрт кенә өҫтәй ине. Ошо ғәмәлдәр бергә тупланып, йома көн, ысынлап та, ҙур байрамға әүерелә лә инде.
Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙға фарыз түгел тип, ирең йомала саҡта өйҙө пыран-заран килтермәйһең. Эштәреңде теүәлләп, тәмле аштар әҙерләп, намаҙыңды уҡып, ваҡытты матур һәм файҙалы үткәрергә тырышаһың. Йома көнөнә, йома намаҙына ихтирам йөҙөнән.
Ғәҙәттә, кесе йома кис үк күңелдә бер “төймә”гә баҫыла (“Иртәгә –‒ йома!” тигән). Оҙайлы эштәр ҙә, йыуыу-йышыуҙар ҙа уңай ғына алдан тамамлап ҡуйыла.
- Гөлсәсәк МОСТАЕВА.