

Әлбиттә, йәшәү дәүерендә кеше аңы камиллаштырған көнкүреш шарттары, тормош тәжрибәләрен үҙләштереп, фән, ғилем үҫеше hөҙөмтәләрен көнкүрештә ҡулланып, донъя халыҡтары файҙаланған уңайлыҡтарҙан баш тартыу ахмаҡлыҡ булыр ине. Ләкин глобалләшеү, интеграция барышында кешеләр, халыҡтар бер-береhенән яҡшы ғәҙәттәр, юғары үҫешкән технологиялар, алдынғы тәжрибә, яңы эш ысулдары үҙләштереү менән бер рәттән, үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәрен юғалта бара.
Бер милләт вәкилдәренең дә үҙ-ара мөнәсәбәттәре примитивлаша бара. Мәҫәлән, әүәлерәк беҙҙең атай-олатайҙар осрашҡанда (“кәбәнде урап сыҡҡан һайын”) ике ҡул биреп күрешеп, яҡын кешеләре менән хатта ярым ҡосаҡлашып, арҡаһынан һөйөп, хәл-әхүәлен белешеп, осраған кешегә үҙенең ихтирамын, ышанысын күрhәтер ине, сөнки hәр кем үҙенә лә шундай ихтирамлы мөғәмәлә, итәғәтлек булдырыуҙарын теләне. Осрашҡанда hаулыҡ hорашып, хәл белешмәй китеү тәрбиәhеҙлек, өлкәндәр менән иҫәнләшмәү әҙәпhеҙлек тип иҫәпләнде.
“Һаумыhығыҙ!” – был яғымлы, мәрхәмәтле, игелекле сәләмләүгә башҡорт халҡына ғына хас йомшаҡлыҡ, татыулыҡ, туғанлыҡ тойғолары hалынған. Yкенескә ҡаршы, улай яҡын күреп иҫәнләшеү “моданан” сығып бара. Ни тиклем милләттәр йөҙhөҙ, кеше кешегә ҡәҙерhеҙ була барған һайын, хас та манекендар кеүек йәшәйбеҙ, йәмәғәт. Күптәр иғтибарhыҙ ғына “привет”, “сәләм” тигән ауаздар менән сикләнә. Ысынлап та, ауаздар ғына, сөнки ул хәл белешеү түгел, ә ябай, примитив бер ритуалды үтәү.
Аңлы рәүештәме, аңhыҙмы, насармы, яҡшымы икәнен уйлап та тормай, башҡалар кеүек булғыбыҙ килә. Ошо ябай ғына миҫал ситтән үҙләштерелгән ғәҙәт, холоҡтар үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ни тиклем тәрән тәьҫир итеүен күрhәтә. Ул яйлап милләтте генә түгел, бер тоҡом, нәҫел ағзаларын бер-береhенән айырып тарҡата, hыуындыра, алыҫлаштыра. Күҙ йәшереү, күҙ буяу көслө. Тиҙҙән роботтар кеүек, “пип” тип кенә тәбрикләшербеҙ, сөнки телефон аша hөйләшеү, видео аша күрешеүгә күнеккәнбеҙ hәм ифрат ҡәнәғәтбеҙ. Уңай бит: алдашырға ла, мутлашырға ла була.
Был осраҡта, япон халҡының милли традицияларына тоғролоғона hоҡланырлыҡ. Башҡа илдәрҙә, ерҙәрҙә ниндәй генә үҙгәрештәр бармаhын, улар осрашҡанда hаман да үҙҙәренә генә хас тыйнаҡлыҡ менән баш эйеп тәбрикләшә, бер-береhенә иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсыл. Балаларына бигерәк тә hаҡсыл, йомшаҡ, ололарына иҫ киткес итәғәтле мөнәсәбәт hаҡлайҙар, шуға күрәлер ҙә бер-береhенә таяныс, ышаныслы булғандары өсөн, япон халҡы үлемесле ҡыйралыш, һәләкәттәрҙе берҙәм hәм лайыҡлы кисерә белә.
Башҡорт халҡы борондан башҡаларҙан ситләшеп йәшәмәгән, күршеләре, башҡа милләт халыҡтары менән hәр ваҡыт тығыҙ сауҙа-иҡтисади бәйләнештә торған, ләкин, ятҡа ярайым тип, үҙ асылына хыянат итмәгән. Бөгөн дә халҡыбыҙ өсөн интеграция, глобалләшеүҙең ыңғай яҡтары бәхәсhеҙ hәм байтаҡ, ләкин хәүефле hөҙөмтәләре телебеҙҙе боҙоп hөйләшеүҙә, боҙоҡ ғәҙәттәрҙә, тотанаҡhыҙ тәртиптә, хәрәм менән хәләлде бутауҙа, мәғәнәhеҙ, маҡсатhыҙ йәшәүҙә асыҡ күренә.
Ҡан берлеген, тел берлеген онотоп, рухи берҙәмлегенән яҙған халыҡ башҡалар тарафынан йотолоуға дусар булыусан. “Теле көсhөҙләнгән халыҡтың рухиәте менән бер рәттән, йәшәү дәирәhе лә ҡыҫырыҡлана”, – тигән аҡыл эйәhе Ломоносов. Ниңә яттарға ярап, яттарға оҡшап, бер-береhен танымаған “ҡырҡ ата балаhы” булып йәшәгәндәргә эйәреү көслө икән, ғәжәп! Быуындарҙа тамырҙары менән тарихи ерҙәренә ереккәндәрҙең бөгөн дала ҡамғағы кеүек ҡайҙа hуғылырға белмәй йөрөгәнен күргән дошмандары ҡыуаныр инде.
Белеүебеҙсә, “Демократия – дәүләткә идара итеүҙең иң насар ысулы”, – тигән үҙ ваҡытында У. Черчиль. Минеңсә, хатта, бер ҡасан да, бер илдә лә дәүләт идаралығында абсолют демократия булғаны юҡ һәм булыуы мөмкин дә түгел, сөнки һәр идаралыҡ – ҙурмы ул, бәләкәйме – барыбер авторитар идаралыҡта ғына үҙен һаҡлай ала. Ә үҙен власта һәм власты үҙ ҡулында һаҡлау – һәр идарасы өсөн иң мөһим маҡсат! Үҙ урынын һаҡлар өсөн ул “төймәнән дә дөйә” яһаясағы билдәле. Шул маҡсатта “киң аҙымдар менән” примитивлашыуҙы ла алға барыу тип күрһәтәсәк…
Урал МОСТАФИН.