Йәмғиәт
27 Август 2021, 06:06

Өфөлә йәш һөнәрмәндәрҙең милли чемпионаты финалы бара

Унда илебеҙҙең 76 төбәгенән 1800 кеше ҡатнаша.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоларыАйрат Нурмөхәмәтов фотолары
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотолары

25 августа Өфө ҡалаһында IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы башланды.

Сара баш ҡалабыҙҙың иң күркәм урындарының береһе – “Торатау” конгресс-холы янындағы “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа асылды. Шул иғтибарға лайыҡ, милли беренселек күптән инде Рәсәйҙә иң күләмле ярыштарҙың һәм иң сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Уның илебеҙҙә Фән һәм технологиялар йылына тура килеүе икеләтә отошло.

 IX “Йәш һөнәрмән­дәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалын ойоштороусылар – Рәсәйҙең Мәғариф ми­нистр­лығы, Баш­ҡорт­остан Хөкү­мәте, “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы  (Ворлдскиллс Рәсәй)” автономиялы ком­мер­ция­ға ҡарамаған ойош­маһы, “Стратегик баш­ланғыстар  агентлығы” автономиялы коммер­цияға ҡарамаған ойошмаһы. 

Шул хәтлем күркәм итеп биҙәлгән “Ватан” паркын танырлыҡ та түгел ине. Бөтә ҡорол­малар сағыу­лығы менән иғтибарҙы үҙенә тарта, төндә балҡып тора. Ет­мә­һә, халыҡтың күплеге хайран итте. Амфи­театр­ға бигерәк тә йәш­тәр тулҡын-тулҡын булып ағылды, шулай уҡ ғаиләлеләр ҙә килгән.

– Ҡайҙа-ҡайҙа, ә Өфөлә Ворлдскиллс чемпионаты финалы үтеүен ишетеп ныҡ ҡыуандыҡ, – тип һөйләй уҡытыусы Айгизә Сәлмә­нова. – Әле минең отпуск көндәрем, ауылда  ял итер инем. Шулай булыуға ҡара­маҫтан, Осоргино баҡса­һынан тиҙ генә килеп еттем. Бындай мөмкинлек тағы ҡасан булыр?

Айгизә ханымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан йылдан-йыл танылыу яулай бара. Ул быға хәтлем беҙҙә үткән Фольклориаданы ла, көрәш буйынса донъя чемпионатын да ҡарап барған.

Йәш ғаилә Фирүзә менән Алмас Килдеғошовтар үҙҙәре менән ике балаһын да эйәрткән. Төн етеүенә ҡарамаҫтан, Әнисә менән Таһир­ҙың парктан ҡайтҡыһы килмәй.

Әлбиттә, бында төп геройҙар  илебеҙҙең төрлө төбәктәренең берҙәм командаһы ине. Ҡыҙҙар һәм егеттәр сәхнә түренән аҫҡа – тамашасылар янына төшкәндә барыһы ла ҡунаҡтарҙы дәррәү алҡышланы. Алфавит тәртибендә һәм үҙҙәренең флагтарын күтәреп килеп сыҡтылар.

Артабан йөкмәткеле театрлаш­тырылған тамаша күрһәтелде. Унда баш ҡалабыҙ ҡунаҡтары һәм ярышта ҡатнашыусылар иҫ киткес һәм серле ҡурай моңон тыңлап кинәнде, башҡорт бейеүенә һоҡланыуын йәшермәне, ҡумыҙ тауышын ишетеп “аһ” итте, ҡыҫҡаһы, сығыштар һәммәһенең дә күңеленә хуш килде. Ә сағыу ҙа, килешле лә башҡорт кейемендә сыҡҡан артистарға һоҡланмағандар һирәк булғандыр. Юғарыла осҡан шарҙарҙы ла, салютты ла һәр кем ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла аҙға ғына Ворлдскиллс планетаһында “йәшәп алды”.  

Милли чемпионатты асыу танта­наһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Әйткәндәй, уны алып барыусылар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың IX “Йәш һөнәрмәндәр”-2021 милли чемпионаты финалы ҡатнашыу­сыларына һәм ҡунаҡтарға төбәлгән сәләмен уҡып ишеттерҙе.

Ә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова, йәш һөнәрмәндәргә видеояҙма аша мөрәжәғәт итеп, былай тине:

– Бөгөн ауыр пандемия ахырында һәр беребеҙ һөнәри оҫталыҡтың һәм эштең мөһимлеген һәм ҡәҙерен аңлағандыр. Юғары класлы профессиональ әҙерлек­тәре булған белгестәр һәр саҡ ихтыяж менән файҙалана, эшкә урынлашҡанда ла, эшҡыуар бул­ғанда ла. Бихисап йәштәр йышыраҡ һөнәри белемдең яңы форматын һайлай. Ул донъя стандарттарына һәм иҡтисадтың заман талаптарына яуап бирә. Һүҙ ҙә юҡ, уның үҫешендә катализатор – WorldSkills.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтәһен дә байрам айҡанлы ҡотланы, ярыштарҙа уңыштар теләне.

– Беҙ һеҙҙе ныҡ көттөк, был са­раға етди әҙерләндек һәм һеҙ үҙегеҙҙең оҫталығығыҙҙы камил итеп күрһәтһен өсөн һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыштыҡ. Был чемпионат оло әһәмиәткә эйә. Ул – белгестәрҙең һәм һөнәри белемдең кимәлен күтәреү. Шулай уҡ был иң талантлы һәм амбициялы йәштәр өсөн үҙҙәренең һәләттәрен һынап ҡарау өсөн дә ҙур мөмкинлек. Башҡорт­останға ысын оҫталарҙың килеүе беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Һеҙҙең бында баҫып тороуығыҙ үҙе үк еңеүегеҙ хаҡында һөйләй, сөнки һө­нәр алғанһығыҙ һәм белгес­леккә эйә булғанһығыҙ. Ҡунаҡ­сыл Өфө ҡа­ла­һынан тыуған яҡтарығыҙға юл­лан­ғанда үҙегеҙ менән Башҡорт­остан тураһында тик йылы хәтирә­ләр һәм беҙҙең йөрәктәрҙең йылы­һын ғына алып ҡайтырығыҙға ышанам.

“Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй)” автономиялы коммерцияға ҡара­маған ойошмаһының генераль директоры Роберт Уразов ҡатнашыу­сыларға уңыштар теләне, ә судья­ларҙы ғәҙел баһаларға саҡырҙы.

– Ниһайәт, чемпионатты ошондай форматта үткәрәбеҙ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Роберт Наил улы. – Бер-беребеҙ менән аралашырға, ярышырға, яңы уртаҡ проекттарҙы тупларға мөмкин. Һәр берегеҙ үҙегеҙҙе тик еңеүгә генә көйләһәгеҙ ине. Һеҙ – төбәк һайлау этабында еңеүсе, тимәк, чемпион. Барығыҙға ла йәнә  татыу команда туплауығыҙҙы, тиҫтерҙәрегеҙ менән аралашы­уығыҙҙы теләйем. Тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ әле, ҡайһылай күркәм һәм матур ҡала! Ниндәй йылы мөхит бында! Мин һауа торошо тураһында әйтмәйем, ә республика кешеләрен күҙ уңында тотам. Барыһы ла һеҙгә ихлас йылмайыу менән ҡарай. Алға, WorldSkills!

Роберт Уразов билдәләүенсә, һәр кем ниндәй матур илдә йәшәүе тураһында ла уйланһын ине. Ул өфөләрҙе, бигерәк тә һөнәр һайларға ваҡыт еткән мәктәп уҡыусыларын мотлаҡ милли беренселекте барып ҡарарға әйҙәне. 

Рәсми өлөштән һуң Башҡорт­остандың йыйылма командаһы тантаналы шарттарҙа WorldSkulls Russia флагын күтәрҙе, ә эксперттар ярыштарҙы ғәҙел баһаларға ант бирҙе. Шул иғтибарға лайыҡ: космонавтар Петр Дубров менән Олег Новицкий Халыҡ-ара космик станциянан конкурста ҡатнашыу­сыларҙы видеобәйләнеш аша ҡотланы, уңыштар теләне. Милли беренселекте асыу меңәрләгән дрондың шоуы, танылған йырсы Егор Крид башҡарыуында дәртле йырҙар һәм байрам фейерверкы менән тамамланды.

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Тәүге көндәрҙән үк “Йәш һөнәрмәндәр” паркы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Унда юғары уҡыу йорттарының, һөнәри белем усаҡтарының студенттары һәм мәктәп уҡыусылары төрлө компетенциялар буйынса көс һынаша. Милли беренселектә ҡатнашыу­сылар янында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың булып китеүе һәр береһен алға әйҙәне, дәрт­ләндерҙе. Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбиров IX “Йәш һөнәр­мәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы­ның эшлекле программаһы сиктә­рен­дәге пленар ултырышта Өфөнө WorldSkills Russia финалын үткәреү өсөн йыл да даими май­ҙансыҡ сифатында файҙаланайыҡ тигән тәҡдим индерҙе.

...“Эстетик косметология” ком­петенцияһында береһенән-береһе 15 сибәр ҡыҙ алдынғы булырға тырыша. Төп эксперт Мәҙинә Мырҙаҡаева һөйләүенсә, ҡыҙҙар тирене тәрбиәләү, башҡа массаж эшләү, тырнаҡ матурлау һәм башҡа мәшәҡәттәргә күмелгән. Шулай уҡ “Визаж һәм стилистика” компе­тенцияһында ла ҡыҙҙар ҡыҙыу эшкә тотонған. Бынан тыш “Агрономия”, “Ветеринария”, “Ландшафт дизайны”, “Оҫтахана”, “Флористика” һәм башҡа компетенцияларҙағы ярыштарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтергә мөмкин.  

Ысынлап та, Өфө Рәсәй кимә­лендәге мөһим ваҡиғалар солғаны­шына күмелде. Белгестәр феке­ренсә, был чемпионат республи­кабыҙҙың һәр йәһәттән дә үҫеше өсөн көслө этәргес буласаҡ. Милли беренселектә юғары уҡыу йорттарының һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының студенттары (16 – 25 йәшлек үҫмерҙәр) һәм мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә хәтлемге малай һәм ҡыҙҙар) ҡатнаша.

Мәртәбәле бәйгелә ҡыҙҙар һәм егеттәр 105 һөнәри компетенция (үҫмерҙәр 51 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап ҡарай) буйынса көс һынаша. Компетенциялар ете блокка бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика, шулай уҡ мәғариф йүнәлеше.

Йәш һөнәрмәндәрҙең бәйге­һен­дә Рәсәйҙең 76 төбәгенән вәкилдәр бар, яҡынса 1800 кеше үҙенең кө­сөн һынап ҡарай, шул иҫәптән 600 үҫмер. Бынан тыш, беҙгә ике мең тирәһе эксперт килде. 30 меңдән ашыу тамашасы уны күҙәтер тип көтөлә, алты меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһына һөнәри йүнәлеш майҙанына инеү хоҡуғы бирелгән.

Башҡортостан йыйылма коман­даһында 498 кеше иҫәпләнә, шул иҫәптән 100 белем усағынан 280 ҡатнашыусы һәм 218 эксперт. Яҡташтарыбыҙ 103 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен самалай.

Төп ярыштар майҙансығы “Йәш һөнәрмәндәр” паркында (Өфө ҡа­лаһы, Рубеж урамы, 178 адресы бу­йынса урынлашҡан) ойош­торолған.

Финал ярыштарының эшлекле программаһы “Торатау” конгресс-холында өс көн (26, 27 һәм 28 август) һуҙымында бара. Тематик сессия сиктәрендә эксперттарҙың мәғариф тармағында ҡырҡыу мәсьәләләр тураһында фекер алышыуы күҙ уңында тотола. Сараның пленар өлөшөндә (“Ил кимәлендә WorldSkills йоғонтоһо: чемпионатта ҡатнашҡандан алып милли проектты тормошҡа ашырғанға хәт­лем”) йәш һөнәрмәндәр хәрәкә­те­нең һуңғы туғыҙ йылдағы ҡаҙа­ныштары хаҡында һүҙ барасаҡ.

Быйыл ойоштороусылар түбән­дәге яңылыҡты индергән – V – XI класс уҡыусылары өсөн профориентация майҙансығы асылған.

Шул иғтибарға лайыҡ: йәш һөнәрмәндәрҙең милли беренселеге финалы илебеҙҙә студенттар һәм мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған иң күләмле ярыш. Сара йыл һайын “Мәғариф” милли проектының “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.

Һүҙ ҙә юҡ, иң ҙур делегация Мәскәү ҡалаһынан, исемлектә 411 кеше, 193 кеше 146 компетенция буйынса ярыша.

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалына әҙерлек бик ҡыҙыу барҙы. “Торатау” конгресс-холындағы төрлө эштәр, “Ватан” паркын йыһазлан­дырыу, айырыуса “Йәш һөнәр­мәндәр” паркын ярыш майҙанына яраҡлаштырыу – шуға асыҡ миҫал.

Йәш һөнәрмәндәрҙең милли беренселеге финалында бөтә санитар-эпидемиологик талаптар ҙа үтәлә. Һәр залда, һәр павильонда дезинфекторҙар ҡуйылған йәки эленгән. Бөтә урында ла битлек режимы үтәлә. Һәр ҡатнашыусы, һәр ҡунаҡ шәхси һаҡланыу сараларын күрә. Һыналған клининг компаниялары көн һайын ярыш барған биләмәне санитар эшкәртә. Бөтә урында ла температура контроле ҡаралған, бейдждар 72 сәғәт алдан эшләнгән ПЦР тесы буйынса ғына бирелә. Әйтәйек, берәүҙең тесының срогы сыҡҡан осраҡта, республика­быҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министр­лығы һәр урында экспресс-тест үткәреү ойоштора. Ошо көндәрҙә кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән һаҡланыу һәм хә­үеф­һеҙлек саралары (медицина хеҙ­мәткәрҙәре үҙ урынында, янғынға ҡаршы хеҙмәттәр бурысына яуаплы ҡарай, йәмәғәт тәртибе контролдә то­тола, кинологтар эшләй) ойошторолған.

Сарала ҡатнашыусылар Өфө ҡалаһының ҡунаҡханаларына урын­лаштырылған, кешеләрҙе 200-ҙән ашыу заманса автобус йөрөтә. Был ярыштарҙа илебеҙҙең 40-ҡа яҡын төбәгенән 1100-ҙән ашыу ирекмән эшләй.

Бәйгенең 105 компетенция буйынса үтеүе тураһында әйткәйнек инде. Уларҙың иң ҙур өлөшө, 93-ө, “Йәш һөнәрмәндәр” паркында уҙа. Бын­да 87 мең квадрат метр май­ҙанда ярыштар урыны ойошто­ролған. БСК технопаркы һәм Пи­лот­һыҙ осоу аппараттары павильо­ны эшләй. Саралар “Мега” һәм “Декатлон” сауҙа үҙәктәре алдын­дағы иркен майҙансыҡта ла уҙа.

Социаль селтәрҙәрҙә милли беренселек финалы тураһында алдан да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙ фекерҙәрен яҙҙы, шулай уҡ яҡташтарыбыҙ менән осра­шыуҙар ойошторҙо.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш һөнәрмәндәр финалы ҡатнашыусылары менән осраш­ҡанда киләсәктә егет һәм ҡыҙҙарҙың сағыу һәм яуаплы көндәре булыуына баҫым яһаны.

– Студент йылдарында, белем эстәүҙән тыш, беҙ әүҙем итеп аҡса ла эшләй торғайныҡ, улай ғына түгел, спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таптыҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Һеҙ үҙегеҙҙең ҡулдарығыҙ менән ниҙер эшләй ала белеүегеҙгә һәм хәҙерге көндә иң кәрәкле һаналған эшсе һөнәрен һайлауығыҙға ғорурланырға тейеш­һегеҙ. Үҙегеҙгә ышанығыҙ, бүтән төбәктәрҙәге тиҫтерҙәрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ. Уңыш һәр саҡ көслөләр яғында.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров милли беренселек финалына әҙерлекте тикшергәндә былай тине:

– Ышанам, Башҡортостан WorldSkills милли чемпионатын үткәреп, ныҡ ғорурланасаҡ. Һәм уның һөҙөм­тәһе булып, сифатлы майҙансыҡ­тарҙы ойоштороуҙан тыш, ярышта ҡатнашыусыларҙың компетенциялары ла ҡаласаҡ. Сара кимәле Ҡазанда уҙған донъя беренселегенә ҡарағанда ла юғарыраҡ. Быны Әбйәлил районына эш сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин да һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Конкурсанттарҙың иң оҫталары киләһе йылда Шанхай ҡалаһында ойоштороласаҡ халыҡ-ара чемпионатта илебеҙҙең данын яҡлаясаҡ. Баш­ҡортостандан ҡат­на­шыусы­ларҙың да Рәсәйҙең йыйылма командаһына инеүенә иҫәп тотабыҙ. Беҙҙә көслө команда тупланған, илебеҙ төбәктәре менән сағыш­тырғанда иң күләмле лә.

“Иркен майҙандағы ҡора­мал­дарҙы кире алып китерҙәрме?” Әлбиттә, юҡ, барыһы ла Өфөлә тороп ҡала. Милли чемпионаттан һуң биш мең тирәһе станок белем усаҡтарының оҫтаханаларына тапшырыласаҡ.

Милли беренселек финалының баш ҡалабыҙҙа ойошторолоуы төрлө заводтарға йәш кадрҙарҙы эшкә йәлеп итеү һәм төрлө өлкәлә уларҙың компетенцияһын күтәреү йәһәтенән отошло. Улай ғына түгел, был сараның йоғонтоһо Башҡорт­остан иҡтисадын үҫтереүгә  көслө буласаҡ. Йәш кадрҙар мәсьәләһе тәңгәлендә ыңғай күренеште киләһе йылдарҙа тоясағыбыҙға ышандыра белгестәр. Эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡ­һыныу артасаҡ. Йәшерен-батырын түгел, күптәр ата-әсәһенең йәки өлкәндәрҙең өгөтөнә бирелеп, юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Аҙаҡ инде дипломы буйынса эшләмәй. Ә эшсе һөнәрҙәренең абруйы артҡанда ошо юлды һайлағандар тормошта бәхетле лә буласаҡ.

Иртәгә иһә “Йәш һөнәрмәндәр” паркында ярыштарҙың һуңғы көнө. Милли беренселектең финалы 29 августа “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа ябыла. Унда иң-иңдәр асыҡланасаҡ һәм бүләкләнәсәк.

 

- Илдар АҠЪЮЛОВ.

 

Өфө ҡалаһы.Рәсәй Президенты Владимир ПУТИН:

“Ҡәҙерле дуҫтар! Барығыҙҙы ла Өфөлә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктә­рендәге урта һәм юғары белем биреү учреждениеларынан йыйылған студенттарҙы берләштергән IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkillsRussia) 2021 милли чемпионаты финалында сәләмләйем. Дистанцияла ярыш­тарға Азия-Тымыҡ океан төбәге һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән башҡа конкурсанттар һәм эксперттар ҙа йәлеп ителәсәк. Ҡатнашыу­сыларҙың ошондай абруйлы составы һәм ҙур ғына компетенциялар һаны донъяла эшсе белгеслектәрҙең абруйы артыуы, WorldSkills халыҡ-ара хәрәкәтенең нығыныуы һәм уның ҡиммәттәре популярлашыуы тураһында һөйләй.

Көсөргәнешле көрәштә эш башлаған белгестәр үҙ оҫталығын һәм һәләттәрен, үҙенсәлекле ижади мөмкинлектәрен тулы кимәлдә күрһәтә алыр тип ышанам. Ҡатмарлы һөнәри бурыстарҙы сифатлы һәм тиҙ арала хәл итә алыуҙарын раҫларҙар. Һәм, әлбиттә, бындай форумдар үҙ-үҙеңде үҫтереү, тупланған тәжрибә менән уртаҡлашыу, дуҫтарса аралашыу өсөн яҡшы мөмкинлек бирә.

Айырым рәхмәт һүҙҙәре – уҡытыусыларығыҙға, тренерҙарығыҙға – улар һеҙгә уңышҡа өлгәшергә, үҙ эшегеҙҙә иң яҡшыһы булырға ярҙам итә.

Билдәләгән пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыуы­ғыҙҙы теләйем!”

Читайте нас