

“Стәрлебаш шишмәләре” гәзите беҙгә үҙҙәренең районындағы көнүҙәк мәсьәлә тураһында хәбәр итте. Ул юлдарға бәйле.
11 июлдә Стәрлебаш районында фажиғәле осраҡ теркәлгән – юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән кеше һәләк булған. Был Күндерәк – Хәлекәй юлының дүртенсе километрында була. Тап ошо урында боролош бар. “Рено Логан” автомобилендә ир юлдан ситкә оса һәм ауа. Йәрәхәттәре ауыр булғанлыҡтан, ул “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе үк вафат була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдың ошо участкаһында бындай үлемесле авариялар булып тора. Ҡабыҡҡыуыштан Күндерәккә барған водителдәрҙе күңелһеҙ сюрприз көтә – боролош булған урында юл япмаһы асфальттан ҡырсынташҡа үҙгәрә. Был көтөлмәгән күренеш ашығыс рәүештә тиҙлекте кәметеүҙе талап итә, һәм бында бик йылдам эш итергә кәрәк. Көндөҙ ҙә ҡапыл ғына нимә эшләргә кәрәклеген аңлауы ауыр, ә ҡараңғы төшкәс, әйтеп тораһы ла түгел.
Әммә бөтә водителдәргә лә тәжрибә һәм йөрөтөү оҫталығы етмәй, күрәләтә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар ҙа юҡ түгел. Улар тиҙлекте арттыра, юл билдәләренә иғтибар итмәй, һөҙөмтәлә – бәхетһеҙ осраҡтар. Ә ҡырсынташлы боролош бындай осраҡта хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Был участкала асфальт булһа, авариялар ҙа улай йыш булмаҫ ине, бәлки...
Күндерәк – Хәлекәй муниципаль-ара юлы “Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығы” балансында. Район хакимиәте күп тапҡыр учреждениеның иғтибарын ошо хәүефле дүрт километрлыҡ юл арауығына йүнәлтте. Һөҙөмтәлә 2019 йылда, районға ул саҡтағы транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов килгәндән һуң, был урынға кәрәкле юл билдәләре ҡуйылды. Әммә ваҡыт үтеү менән уларҙың көткән һөҙөмтәгә килтермәүе дәлилләнде. Юл участкаһы әле лә авария йәһәтенән хәүефле булып ҡала.
Стәрлебаш районы хакимиәте, сираттағы тапҡыр Юл хужалығы идаралығына мөрәжәғәт итеп, унда асфальт түшәү өсөн аҡса бүлеүҙе һораны. Район хакимиәте, әлбиттә, был проблеманы ситтән күҙәтеп ултырмай һәм уны хәл итеү юлдарын эҙләй. Тик хәүефһеҙлек бынан ғына тормай бит. Рулдә ултырғандарға ла ипле, иғтибарлы булырға кәрәк. Әгәр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәһә, иң яҡшы асфальт юл да фажиғәнән һаҡлай алмаясаҡ.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА әҙерләне.