Йәмғиәт
27 Август 2021, 08:10

Күбәләктәр

w-dog.ruw-dog.ru
Фото:w-dog.ru

Хәҙер заман икенсе. Нимә ҡыланһаң да, ярай. Бөтәһе лә башҡаларҙан сағыуыраҡ төҫлө, һығылмалыраҡ һынлы, сәйерерәк холоҡло булып күренергә тырыша. Эйе, эйе! Булырға түгел, фәҡәт булып күренергә, сөнки тормошта яһалмалыҡҡа иғтибар күп, өҫтөнлөк тә мул бирелә. Яһалмалыҡ дәрәжәлә, шуға ла тормош рәүешен, йәшәү сифатын, кеше холҡон баһалауҙа ул көслө дәлилгә әйләнде.

Кешеләрҙең яһалмалыҡтан ләззәт табыуына көнләшкән күбәләктәр ҙә берҙән-бер көн үҙҙәрен үҙгәртергә булып киткән. Ә ниңә шулайтмаҫҡа? Ялҡытты был борон-борондан тәбиғәттән бирелгән, уларҙың тоҡомдарына ғына хас бер үк төҫтәр, бер үк кәүҙә, килбәт, буй-һындар. Анау тиклем аҡыллы тип иҫәпләнгән кешеләргә яраған беҙгә ярамаймы? Заманаһы шулай – бер кемдән рөхсәт һорап, оялып тораһы юҡ.

Уйлағандар. Эшләгәндәр. Үҙгәрергә теләп, яңы төҫтәргә буяна, яңы ҡиәфәттәргә инә башлаған, ти, былар. Аҡ төҫтәрен – ҡараға, ҡараларын ҡыҙыл, йәшел, күк, көрән һ.б. һоро-һарығусҡыл төҫтәргә әйләндереп буяна торғас, тәбиғи ҡанат, кәүҙә төҫтәрен онотоп, төрҙәренең биттәрен юғалтып бөткәндәр. Икенсе, өсөнсө быуындарында, өлкәндәрҙән күреп, яңы ғына ҡорттан күбәләккә әүерелә башлаған балалары ла хәтәр зәһәр төҫтәргә инергә күнегеп киткән. Шулай итеп, тыуыр-тыумаҫтан буяна башлаған балалары тоҡом төҫтәрен бөтөнләй белмәй үҫкән, ти.

Күпмелер ваҡыт үтеүгә, бөтәһе лә бер төрлө ала-сыбар төҫтәге күбәләктәр күпләп ҡырыла башлаған. Буялған ҡанаттары ҡороған, һығылған кәүҙәләре ҡорошҡан. Һалған йомортҡаларынан күбәләккә әүерелә торған ҡорттар урынына, албаҫты кеүек, сатай-ботай сәнскеле мөгөҙлө ямаҡай ҡарышлауыҡтар яралып сыҡҡан. Улар күбәләктәрҙе тотоп ашай башлаған. Үҙҙәрен элегерәк уларға бөтөнләй иғтибар итмәгән ҡош, ҡорт, бөжәк аулап, сүпләгән…

Афәттәренең сәбәбен һиҙгән ҡайһы бер күбәләктәр, тоҡом төрҙәрен һаҡлар өсөн, буяныуҙы тыйырға теләгән. Үҙҙәре, яман холоҡтарынан тыйылып, башҡаларҙы буяныуҙан биҙҙереп, яңы тыуғандарын үҙ төҫтәрен һаҡларға өйрәтергә тырышҡан, ти. Ләкин  тыумыштан шул өлкәндәрҙән буянып-һыланырға өйрәнеп үҫкән йәш быуын уларҙың өгөтөн тыңлау түгел, ҡолаҡ та һалмаған...

Һәр йән төрө өсөн йәшәү дәүерендә үлемесле афәттән ҡотолоу сараһы бар. Уның өсөн бер быуындың үҙе йәшәгән дәүерҙә алама холоҡтарынан тыйылып, киләһе быуынын насар ғәҙәттәрҙән аралауы мотлаҡ шарт. Төп талап – яҙыҡ ғәҙәттәрҙә, насар ҡылыҡтарҙа яңы быуынға үрнәк күрһәтмәү! Шул талап мотлаҡ үтәлгән хәлдә генә төр үҙен һаҡлай ала, сөнки бер төрлө өгөтләп, икенсе төрлө өлгө күрһәтеп йәшәгәндәрҙең алмаш быуыны, уға тиклемге йәшәү тәжрибәһе булмағанлыҡтан, әлеге йәшәү рәүешен, холоҡ, ҡылыҡ, ғәҙәттәрен шулай булырға тейеш тип уйлай һәм ҡабул итә.

Кешеләр араһында бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләүҙе күҙ буяу тип атауҙары электән билдәле, сөнки кешеләр был яҙыҡ ғәҙәтте күптән үҙләштергән. Аҡылы камил, холҡо боҙолмаған алмаш быуын тәрбиәләйем тигән йәмғиәт, үҙе аламалыҡ ҡылыуҙан тыйылып, насар ғәҙәттәренән арынып, боҙоҡлоҡ­тарынан ваз кисергә бурыслы. Шул осраҡта ғына киләһе быуынының холоҡ-ҡылыҡтарында ыңғай үҙгәрештәргә өмөтләнә ала. Әгәр ҙә өлкән быуындың өгөт-нәсихәттәре ышандырғыһыҙ, “фәрештәләре” яһалма булһа, балаларының да ғәҙәт-ҡылыҡтарында яһалмалыҡ өҫтөнлөк ала.

Шулай уҡ, йәнде тәбиғи асылында һаҡлауға өндәгән, яҡшы ғәҙәт, холоҡтарға күндереүселәр араһында ысын өгөт-нәсихәт урынына, һөйләгәндәренә үҙҙәре лә ышанмаған ҡылйыуғыс, ләстит һатыусылар күп булһа, дәүерҙә йәшәгәндәрҙең йоғонтоһонда тәрбиә­ләнгән быуынды яҡшы яҡҡа бөтөнләй үҙгәртеп булмайҙыр. Уларҙың күҙ буяу өсөн эшләнгән эшмәкәрлегендә файҙанан зыян күберәктер ҙә әле…

Ҡайhы берәү йылғырлыҡта аҡыл hата,

Ташбаш кеүек тәңкәләрен ялтырата.

Ҡайhы берәү, суртан кеүек, ҡумырыҡта

Аҡыллының аңшайғанын аңдып ята.

***

Сөскөрҙө лә төкөрҙө, ти, бер ташбаҡа

Көн дә уны ярға эткән бер ташбашҡа.

Берәү ярҙам итәм тиһә, берәү көйә:

Һәр бер йәндең үҙ кәсебе, ашы башҡа!

 

- Урал МОСТАФИН.

Читайте нас