

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу аҙағына яҡынлаша: 25 авгусҡа ҡарата граждандарҙың 602,8 мең шәхси хужалығы яҙып алынған. Был дөйөм һандың 89,2 процентын тәшкил итә, шулай уҡ баҡсасылыҡ ширҡәттәре – 1634 (81 процент). Ауыл хужалығы ойошмалары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла ситтә ҡалмаған.
Сарала 1415 иҫәп алыусы мөһим эш атҡарыуға өлөш индерә. Улар граждандарҙың шәхси хужалығы тураһында мәғлүмәт йыя һәм коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәйестәренән белешмә ала. Барлыҡ иҫәп алыусылар, планшеттағы махсус программанан файҙаланыуҙан тыш, иҫәп алыу барышында асыҡланған мәғлүмәттәрҙең сер итеп һаҡланырға тейешлеге тураһында талаптар, һорау алыу тәртибе, этикаһы менән танышҡан.
Иҫәп алыусы һәм инструктор эшенең ауыр булыуына ҡарамаҫтан, йәлеп ителгән персоналдың күптәре бындай сараларҙа инде бер нисә тапҡыр ҡатнаша. Улар иҫәбенә Күгәрсен районынан З.Р. Әбдрәшитованы индерергә мөмкин. Ул 1989 йылдан иҫәп алыу буйынса архив материалдары йыя, бик күп иҫәп алыу сараларында ҡатнашҡан һәм әлегеһенән дә ситтә ҡалмаған.
"1989 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында беренсе тапҡыр иҫәп алыусы булып ҡатнаштым, һуңынан 2002 һәм 2010 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу, 2006 һәм 2010 йылдарҙағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу сараларынан да ситтә ҡалманым. Шуны билдәләр инем, һәр сара бер-береһенән һорауҙар күләме, ваҡыт арауығы, техника саралар менән айырыла", – тип фекер уртаҡлашты тәжрибәле инструктор.
Бәләкәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре быйыл IV кварталда билдәле буласаҡ, ә һуңғыһы – 2022 йылдың аҙағында.
Фото һәм сәғлүмәт сығанағы – Башҡортостанстат.