Йәмғиәт
27 Август 2021, 06:29

Яңы асыштар мәле

Йәмле йәй көндәре аҙағына яҡынлашты. Тиҙҙән уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың яңы уҡыу йылы башлана. Күңелле үткән ялдар алдағы эшкә көс һәм дәрт бирҙе. Бер нисә студент менән йәйҙең иң сағыу мәлдәре тураһында һөйләшеп, уларҙың хәтирәләрен яҙып алдыҡ.

 

Гүзәл ЯППАРОВА:

– Уҡыу ваҡытында тыуған ерҙән алыҫта йәшәргә тура килә, шуға күрә сессияны тапшырып бөткәс тә, туғандарым янына ҡайттым. Әсәйем һәм ағайым Мәләүез ҡа­ла­һында йәшәй. Пандемия булыу сәбәпле, йышыраҡ осрашып булманы, туған­да­рымды һағынып, иң тәүҙә улар менән күрешергә ашыҡтым.

Ваҡытты бергә үткәрергә тырыштыҡ: ял урындарында һәм саф һауала төрлө уйындар ойошторҙоҡ, Мәләүез йылғаһында һыу индек. Минең электән үк йөҙөргә өйрәнергә теләгем бар ине, ағайым миңә хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙамлашты.

Июль айында олатайым менән өләсәйем йәшәгән Ейәнсура районына ҡайттыҡ. Барлыҡ туғандар бергә йыйылған мәлдең рәхәтлеген һүҙҙәр менән аңлатып булмайҙыр. Мин олатай-өләсәйемә баҡса эштәрендә һәм бесән йыйыуҙа ярҙам­лаштым. Бесән ваҡытында  туғандар менән бергә булғас, эштең ауырлығы ла һиҙелмәне. Еләк бешкән мәлдә тау битләүенә йыйырға сыҡтыҡ, ә өйгә ҡайтҡас, өләсәйем уларҙан тәмле бәлештәр бешереп, беҙҙе сәй менән һыйланы.

 

Ирина МЕЛЬНИКОВА:

– Йәйге йәмле көн­дәрҙә, әлбиттә, ял итеп ҡалғы килә. Минең уйла­уымса, йәшәгән ерең­дең тәбиғәтендә ял итеү һаулыҡ өсөн шифалы. Быйыл ғаи­лә­беҙ менән алыҫ юлға сыҡмайынса, тыуған яҡтың матурлығына һоҡланып ҡайттыҡ. Ни өсөн тигәндә, тәбиғәттә ваҡыт уҙға­рыу физик һәм психик яҡтан кешенең һаулығын нығыта.

Ял урыны итеп беҙ Өфө янында урынлашҡан Илмырҙа күлен һайланыҡ. Минең иң яратҡан шөғөлөм – балыҡ ҡармаҡлау, шуға күрә атайым кистән үк ҡармаҡтарҙы әҙерләп ҡуйҙы. Күл буйында балыҡ тотоп, һыу инеп, рәхәтләнеп ял иттек. Кискеһен усаҡ янында атайымдың гитарала уйнағанын тыңлап, әсәй менән бергәләшеп йырлап алдыҡ. Үҙебеҙ ҡаптырған балыҡтан тәмле аш әҙерләнек. Үткән йәйге ялдың күңелле бер көнө хәтеремдә оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым.

Аделина ХӘЙРУЛЛИНА:

– Йәйге ялды мин күбеһенсә баҡсала эшләп үткәрәм. Эҫе көндәрҙә дуҫтарым менән эргәләге йыл­ғаға барып һыу инә­беҙ. Ләкин быйылғы ялда ғаиләм менән Төркиәгә Сиде ҡала­һына сәйәхәткә ба­рырға булдыҡ. Донъяла таралған коронавирус арҡаһында ПЦР-тест бирергә тура килде. Вирус асыҡланмағас, ҡурҡмайынса юлға сыҡтыҡ.

Беҙҙең турист маршруты XV-XVI быуаттарҙа төҙөлгән Грин Лейк ҡалаһынан башланды. Боронғонан ҡалған был урын матурлығы менән һәр кешене һоҡландыра. Мине бигерәк тә өйҙәрҙең бейеклеге хайран ҡалдырҙы. Шулай уҡ Йәшел йылға буйлап катерҙа йөҙөп, ҡаланың үҙенсәлекле тәбиғәтен күҙәттек.

Сәйәхәттең икенсе яртыһында Истан­булдағы мәсеттең күсермәһе булып торған иман йортона керҙек. Артабан сиратта беҙҙе Манавгат шарлауығы көтөп тора ине. Уның бейеклеге 15 метрҙан артмаһа ла, киңлеге 40 метрға һуҙылған. Ял көндәре ошондай сәйәхәттәрҙә үтте, төндәрен иһә диңгеҙҙә рәхәтләнеп һыу индек.

Шулай уҡ ҡунаҡханала беҙҙе яҡты йөҙлө кешеләр ҡаршыланы. Улар кистәрен төрлө уйындар ойоштороп, ҡунаҡтарҙың күңелдәрен күтәрҙе. Мин дә уйында ҡатнашып, беренсе урынды алыуыма бик шатландым.

Быйылғы йәй күңелемдә яҡшы хәтирәләр ҡалдырҙы, шуға буласаҡ ялда йәнә Төркиәгә барырмын, тип уйлайым. Хәҙер төрөк телен өйрәнә башланым.

 

Алина ӘБДҮШЕВА:

– Миндә электән үк Ҡазан ҡалаһын барып күреү теләге бар ине һәм, ниһайәт, шундай мөмкинлек тыуҙы. Уҡыу бөткәс тә, ниәтемде тор­мошҡа ашырҙым. Бында килгән һәр сәйәхәтсе ҡаланың иҫтәлекле урындарын барып күрергә тырыша. Мин иң тәүҙә кәсә формаһында төҙөл­гән ҙур никах теркәү йортон ҡарап сыҡтым. Был бина эргәһендә генә Ҡабан күле урынлашҡан. Унда кешеләр рәхәтләнеп һыу инә, кәмәләрҙә йөҙөп, тәбиғәттең матурлығына һоҡлана.

Шулай уҡ мине Ҡол Шәриф мәсете хайран ҡалдырҙы. Был мәсет – Ҡазан ҡалаһында иң билдәле урындарҙың береһе. Йәштәр “Ҡырлай” паркында күңел аса: бында күп төрлө аттракциондар һәм тәғәмханалар эшләй, көн буйы матур көйҙәр яңғырай.

Ҡазанға килгәнсе, бындай бөхтә һәм таҙа ҡалаларҙы күргәнем булманы. Уның матурлығын һүҙҙәр менән еткереп булмай, бында үткәргән йәйге ял – минең өсөн әлегә иң күңелле саҡтарҙың береһе.

 

- Гөлназ ҮТӘГӘНОВА яҙып алды.

Читайте нас