

Бөгөн Өфө ҡалаһы буйынса эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән күп фатирлы йорттар биләмәләрен ҡараны.
Баш ҡаланың Калинин районында Радий Хәбиров Орджоникидзе урамындағы эш менән танышты. Быйыл унда 12-се, 14-се, 16-сы, 18-се, 18/1-се, 20/1-се йорттар ихаталарын төҙөкләндереү эше башланған. Проекттың хаҡы 27,7 миллион һум тәшкил итә.
Урындағы халыҡ Башҡортостан Башлығы менән аралашҡанда төҙөүселәрҙе һәйбәт эшләгәндәре өсөн маҡтаны. Радий Хәбиров 14-се йорттағы подъезды ҡараны һәм, коммуникация кабелдәре ябылмау сәбәпле, төҙөлөш сифатына иҫкәрмә яһаны.
“Ни өсөн тап ошо эште башҡарып етмәүҙәрен асыҡларға кәрәк, комплекслы ремонттан һуң подъездарҙы ҡабул иткәндә стандарттарҙы ҡатыраҡ итәйек”,– тине ул.
Фото: glavarb.ru.