

Мәғлүмәтте асыу тураһындағы ҡанунды боҙған өсөн идара итеүсе компаниянан 250 мең һум штраф түләтеүҙәре мөмкин.
Йортто ремонтлағанда идара итеүсе компаниянан сифатлы, тиҙ һәм асыҡ эште нисек талап итергә? “Вся Уфа” телеканалының “Һинең Өфөң” тапшырыуында күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәре менән идара итеүсе компаниялар араһындағы һөйләшеүҙә ошо тема тикшерелде.
Өфөнөң Жуков урамындағы 8-се йорт советы рәйесе Валентина Соломатина, тотонолған сығымдар буйынса отчеттар һорап, һәр саҡ идарасы компаниялар менән бәхәсләшергә тура килеүенә зарланды. Етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев аңлатыуынса, идарасы компанияларҙы контролдә тотоу өсөн хәҙер ҡануниәттә барыһы ла бар. Торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы, идарасы компаниялар үҙенең эшмәкәрлеге тураһындағы мәғүмәтте асыҡ рәүештә баҫып сығарырға бурыслы. Уның стандарты Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған. Был ҡануни талапты үтәмәгән өсөн идарасы компанияларға бер йортҡа ҡарата 250 мең һум штраф һалыуҙары ихтимал.
“Өфөсити” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәтенең техник директоры Валерий Воронин әйтеүенсә, 2008 йылға тиклем идарасы компанияларға административ ресурс менән тәьҫир итергә мөмкин ине, сөнки улар ҡала идараһы структураһында иҫәпләнде, хәҙер улай эшләү мөмкин түгел, сөнки идарасы компаниялар хосуси предприятиелар булып тора. Шуға күрә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәре был компанияларҙы контролдә тоторға тейеш.
Фото: “Вся Уфа” телеканалы сайтынан.