Йәмғиәт
28 Август 2021, 17:30

Нефтекамала ихаталар матурая

Бөгөн Нефтекамала Радий Хәбиров  “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән йорт яны биләмәләренең сифаты менән танышты. 

Нефтекамала ихаталар матураяНефтекамала ихаталар матурая
Нефтекамала ихаталар матурая

Бөгөн Нефтекамала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән йорт яны биләмәләренең сифаты менән танышты. Быйыл программа Төҙөүселәр урамындағы ете йортто, шулай уҡ Дзержинский урамы йорттарында башҡарылған.

Барлығы был биләмәләрҙә 30 мең квадрат метр төҙөкләндерелгән. Уны “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы һәм велосипед юлы һалыу эше менән синхронлаштырғандар.

“Нефтекама күҙ алдында үҙгәрә. Ике-өс йыл элек булғаны менән сағыштырғанда, бында ҙур үҙгәрештәр күрәм. Парктар, ихаталар төҙөкләндерелгән. Ҡала халҡы матурлыҡты тиҙ баһаланы. Шулай ҙа башҡараһы эш тә байтаҡ”, – тине Радий Хәбиров.

  Фото: glavarb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас