Йәмғиәт
28 Август 2021, 16:00

Парктар заманса төҫ аласаҡ

Өфө ҡалаһы буйлап эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өфөләр менән ҡала парктарының үҫеше һәм уларҙы төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Парктар заманса төҫ аласаҡПарктар заманса төҫ аласаҡ
Парктар заманса төҫ аласаҡ

Бөгөн Өфө ҡалаһы буйлап эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өфөләр менән ҡала парктарының үҫеше һәм уларҙы төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Баш ҡаланың Орджоникидзе районында төбәк етәксеһе Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркының торошон баһаланы. Республика етәксеһе менән әңгәмәлә урындағы халыҡ парктың элекке данын иҫкә төшөрҙө. Улар әйтеүенсә, әле Черниковка өсөн үҙәк булған Беренсе Май урамында ял итеү өсөн төҙөкләндерелгән урындар юҡ.

“Орджоникидзе районы халҡы өсөн беҙ былтыр Машина эшләүселәр мәҙәниәт һарайы артындағы “Беренсе Май” паркына реконструкция яһаныҡ, йәмәғәт майҙаны ҡала халҡы өсөн ылыҡтырғыс урынға әйләнһен өсөн кәмендә ике йыл кәрәк. Тәүҙә беҙ кешеләрҙең теләктәрен йыябыҙ. Яҡшы парк тиҙ эшләнмәй. Сипайлово һәм Дим парктарында ла эшләйбеҙ, Нефтехимиктар паркы  буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәрәсәкбеҙ, 2020 йылда бында төҙөүселәр эш башлай аласаҡ”,– тине Радий Хәбиров.

Совет районында республика етәксеһе Башҡортостан урмансылары исемендәге паркында булды. Был ял итеү урыны 1966 йылда булдырылған. Урман паркын Өфө урман техник техникумы эҙләнеү һәм белем биреү эше өсөн файҙалана.

“Бында беҙ мотлаҡ төҙөкләндереү эштәре үткәрәсәкбеҙ, 2021-2022 йылдарҙа йәмәғәт тыңлауҙары уҙасаҡ, ә төҙөүселәр 2023 йылда киләсәк”, – тине республика етәксеһе.

Фото: glavarb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас