

Уҙған ялдарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Өфө ҡалаһы парктарында булды һәм уларҙың торошон баһаланы. Бөгөн иһә Хөкүмәттәге кәңәшмәлә был турала үҙ фекерен белдерҙе. Ул ҡайһы бер парктарҙан ҡәнәғәт ҡалмаған.
“Парктар бөтөнләй тиерлек ҡаралмаған хәлдә. Үҙем барып күрҙем быны. Нефтехимиктар паркын ҡараным, алдараҡ Димдә лә булғайным, Урмансылар паркын да күрҙем. Беҙгә әле шөғөлләнәһе нәмә күп. Был йәһәттән эштәр дауам итәсәк. Хөкүмәттә уларҙы тикшерербеҙ, шулай уҡ сират мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, был йәмәғәт киңлектәрен Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына тиклем, 2024 йылға төҙөкләндереп бөтөргә кәрәк.
Радий Фәрит улы Сипайлово биҫтәһендәге “Ҡоштар” паркына айырым туҡталды. Бында башҡарылған эштәр ҡәнәғәтләнерлек түгел, һәм тиҙ арала бар етешһеҙлектәрҙе лә бөтөрөргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.