

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Баймаҡ ҡалаһында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте. Сара барышында Өфө табиптары район халҡын ҡабул итте, уларға медицина ярҙамы күрһәтте. Араларында билдәле күҙ табибы, исеме бөтөн донъяға танылған профессор Эрнст Мулдашев та бар ине.
Хәбәр итеүҙәренсә, табип Ярат ауылында йәшәгән пациентына барып хәлен белә. Былтыр унда фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Форсаттан файҙаланып, ошо ауылда йәшәгән Сафия Мырҙаҡаева күҙенә операция эшләүҙә ярҙам итеүҙәрен һорай. Радий Хәбиров Эрнст Мулдашев менән бәйләнешкә сыға, һөҙөмтәлә инәйгә дауаханаға саҡырыу килә. Был хаҡта урындағы әүҙем йәмәғәтсе Дилара Юнысбаева "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә белдерә: "Беҙҙең ауылға донъяла билдәле күҙ табибы Эрнст Мулдашев үҙ пациенты Сафия апай Мырҙаҡаеваның хәлен белергә килде. Матур итеп ҡаршы алдыҡ. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев оҙатып йөрөнө. Табип саф башҡортса аралаша, йыр-моң ярата. Бик оҡшаны".
Эрнст Мулдашев баймаҡтар тураһында бик һәйбәт фекерҙә. "Республикала Баймаҡ районы иң яҡшыһы", - тигән ул.
"Мин һеҙгә тәүге тапҡыр килмәйем. Төрлө ваҡытта был төбәктә "таш кеше"ләрҙе эҙләп, экспедицияларҙа булдым, бөгөн иһә пациентым менән осраштым. Баймаҡта иҫ киткес эшһөйәр, ихлас халыҡ йәшәй. Ауылдар төҙөк, йорттар күркәм, кешеләре матур", - тигән билдәле күҙ табибы.
Фото: Дилара Юнысбаева.