Йәмғиәт
30 Август 2021, 12:15

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Указы менән Андрей Агапов республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе тәғәйенләндеТорлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе тәғәйенләнде
Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Указы менән Андрей Агапов республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.

Белешмә:

Андрей Агапов 1974 йылдың 11 авгусында Пенза өлкәһенең Лесное ауылында тыуған. Ырымбур дәүләт аграр, Башҡорт дәүләт аграр университеттарын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт юлын 1998 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында башлай. Унда хоҡуҡ кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусы, доцент, мөдире, Көрсөккә ҡаршы идара итеү үҙәге белгестәрен әҙерләү үҙәге етәксеһе булып эшләй.

2003-2004 йылдарҙа – Рәсәй Торлаҡ мөнәсәбәттәре министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса Төбәк-ара территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары.

2005 йылда – Күсемһеҙ милек объекттары кадастры федераль агентлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының территориаль бүлеге начальнигы.

2005–2009 йылдарҙа – Күсемһеҙ милек объекттары кадастры федераль агентлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.

2009–2011 йылдарҙа – Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.

2011 йылда – Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының бүлек начальнигы.

2011–2013 йылдарҙа – Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.

2013–2021 йылдарҙа – Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан Республикаһындағы территориаль идаралығы етәксеһе.

2021 йылда – Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас