

Үткән йәкшәмбелә Дүртөйлөлә Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙайлы ғүмер йылына арналған саралар үтте. Ҡаланың дүрт майҙанында халыҡ күңел асты, прививка яһатты, йәрминкәлә булды, концерт ҡараны.
Күсмә поликлиникала Балалар үҙәк район дауаханаһы менән Республика клиник дауаханаһы табиптары халыҡты ҡабул итте. Бында коронавирус инфекцияһынан прививка яһатыу мөмкинлеге булдырылды. Юридик ярҙам күрһәтеү ҙә ойошторолдо. Райондың үҙешмәкәр түңәрәктәрендә ҡатнашыусылар оҫталыҡтарын күрһәтте, үҫмерҙәр интерактив программала ҡатнашты. Стадион мини-футбол буйынса чемпионатты күҙәтергә килгән спорт һөйөүселәр менән тулды, ә скейт-парктағы асыҡ ишектәр көнөнә ата-әсәләр балалары менән түңәрәктәргә, секцияларға яҙылыу өсөн килде.
Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған ауыл хужалығы йәрминкәһендә эшҡыуарҙар, фермерҙар, баҡсасылар халыҡҡа үҙ продукцияларын тәҡдим итте.
"Беҙ ошондай бер йәрминкәне лә ҡалдырмайбыҙ, сөнки унда үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы тауарҙарҙы арзан хаҡҡа һатып алып була. Бөгөн балалар өсөн Һөт кухняһы ла тәмле, файҙалы аҙыҡтарын тәҡдим итте", – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Гүзәл Миңлевәлиева.
"Беҙ күрше ауылдан бал алырға тип килдек, бик ҡәнәғәтбеҙ: йәрминкә яҡшы ойошторолған", – тине Зоя Исаева.
Сараға танылған йырсы Радик Юлъяҡшиндың һәм башҡорт эстрадаһындағы башҡа йондоҙҙарҙың килеүе лә ҡыуаныслы булды. Саф һауала үткәрелгән байрам онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.