Йәмғиәт
30 Август 2021, 14:00

"Һәйбәт тип күрһәткән подъездары – мәғәнәһеҙлек!"

- Был йәһәттән ҡарар ҡабул иткән кешеләрҙе эштән ҡыуыуҙы талап итәм, - тине Радий Хәбиров.

"Һәйбәт тип күрһәткән подъездары – мәғәнәһеҙлек!""Һәйбәт тип күрһәткән подъездары – мәғәнәһеҙлек!"
"Һәйбәт тип күрһәткән подъездары – мәғәнәһеҙлек!"

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Өфөлә подъездар ремонты өсөн яуаплы кешеләрҙе шелтәләне.

– Ошо көндәрҙә баш ҡала буйлап йөрөгәндә подъездарҙы ла инеп ҡараным. Быны нисек атарға? Мәғәнәһеҙлек, башҡаса атыу мөмкин түгел. Подъезд әле тапшырылғанмы, юҡмы - белмәйем. Тик кешеләр әллә ҡасандан ошо хәлдә йәшәй һәм дәғүә белдерә, был - ғәҙел ялыуҙар”, – тине Радий Фәрит улы һәм Черниковкала ремонтланған подъездың фотоһын күрһәтте.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының төп бурысы – контроль функцияһы. Улар барыһын да белергә тейеш.

“Бөгөн үк тикшерегеҙ һәм миңә әйтегеҙ: аҡса түләнгәнме, юҡмы? Әгәр түләнһә, ҡарар ҡабул иткән кешеләрҙе эштән ҡыуыуҙы талап итәм. Әллә ҡасандан әйтеп киләм, тик сифатлы эштәрҙе генә ҡабул итергә кәрәк. Миңә Калинин районында һәйбәт тип күрһәткән подъездары – мәғәнәһеҙлек! Стеналар ҡурҡыныс төҫкә буялған, беренсе ҡатта плитә түшәлмәгән. Мәғлүмәт стенды ла ҡот осҡос - килдем дә йолҡоп алдым. Ошо ремонт тип аталамы?” – тине ул.

Төбәк етәксеһе республиканың Капиталь ремонт фонды генераль директоры Павел Сафоновты саҡырып, унан аңлатма алыуҙы талап итте. Шулай уҡ Контроль идаралығы менән Иҫәп палатаһы белгестәрен подъездар буйлап ебәрергә ҡушты. Радий Фәрит улы белдереүенсә, унда 300 мең һумлыҡ ремонт күренмәй. Ике аҙнанан был турала ҙур доклад әҙер булырға тейеш.

“Барығыҙ, барыһын да тикшерегеҙ. Миңә хәлде ныҡлы анализлау, тәҡдимдәр, кадрҙар, эштән ебәреүҙәр кәрәк. Кем сифатлы эшләй белмәй – китһен!” – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас