Йәмғиәт
31 Август 2021, 04:53

Ҡаһарманлыҡ, намыҫ, антҡа тоғролоҡ

Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 122 йыл тулыуға арналған тантаналы митинг уҙғарылды.

 Сара Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Йыйылған халыҡ алдында район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сығыш яһап, Геройҙың батырлыҡ һәм ныҡлыҡ өлгөһө булып ҡалыуын билдәләне. “Ул һәр ваҡыт көслө ихтыярлы, ҡорос холоҡло кеше, булдыҡлы хәрби командир, ғорурланырлыҡ шәхес булып ҡала. Бөйөк Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән, илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройы биргән легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның ҡаһарман командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың яҙмышы беҙҙе бер ҡасан да битараф ҡалдырмаясаҡ. Батыр яҡташыбыҙҙы онотмаясаҡбыҙ, уның хаҡында иҫтәлек­те йәш быуынға тапшырыуҙы үҙ бурысыбыҙ итеп ҡуйғанбыҙ. Барығыҙҙы ла бөгөнгө сара уңайынан ҡотлайым, тыныс күк йөҙө, сәләмәтлек, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем”, – тине ул.

“Беҙ, музейҙа эшләүселәр, көн һайын 112-се кавалерия дивизия­һының, уның командирҙарының ҡаһарманлығы хаҡында телгә алабыҙ, килгәндәргә улар хаҡында һөйләйбеҙ. Шулай уҡ халҡыбыҙ милли батыры­быҙ Салауат Юлаевты онотмай, 1812 йылғы Ватан һуғышында дан алған ҡаһармандарыбыҙҙы иҫкә ала, улар менән ғорурлана, шулай уҡ 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, генерал Шайморатов һәм кавалеристарыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлек тә мәңге һаҡланыр, тип ышанам. Беҙҙең бурысыбыҙ – ошо иҫтәлекте быуындан быуынға тапшырыу”, – тине үҙ сығышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы мөдире Фәриҙә Йосопова.

“Беҙҙең республикала Шайморатов генералды белмәгән кеше юҡтыр. Ил кимәлендә лә билдәле шәхес ул. Башҡортостанда Геройҙың исеме урамдарға бирелгән, һәйкәлдәр бар. Уға арнап йырҙар йырлана, шиғырҙар яҙыла. Баш ҡаланың Дим биҫтәһендә тулыһынса легендар дивизияға һәм генерал Шайморатовҡа арналған музей эшләй. Хәрби дан музейында уның айырым мөйөшө булдырылған. Һеҙҙең барығыҙҙы ла музейҙарыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ”, – тине республика Хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәев.

Артабан һүҙ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Артур Хафизовҡа бирелде. Ул, йәш полиция хеҙмәткәр­ҙәренә мөрәжәғәт итеп: “Һеҙ халыҡтың законлы мәнфәғәттәре һағында үҙ көсөгөҙҙө йәлләмәйенсә хеҙмәт итергә, енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә намыҫлы булырға, антҡа тоғро ҡалырға тейешһегеҙ. Беҙҙең хеҙмәт өлкәһендә күп нәмә үҙгәрһә лә, бурыстар шул уҡ ҡала. Атай-олатайҙарыбыҙға, Рәсәй Геройҙарына, шәхсән Миңлеғәле Шайморатовҡа тиңләшергә тейешбеҙ”, – тине.

Йәш полиция хеҙмәткәрҙәре – полицияның өлкән сержанты У. Амонов, эске хеҙмәттең кесе сержанты А. Иҫән­ғолов, полицияның кесе сержанты И. Мәхмүтов, полицияның кесе сержанты А. Хажиәхмәтов – тантаналы шарттарҙа граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иркен яҡларға, ҡыйыу, намыҫлы, уяу булырға, енәйәтселек менән көрәштә үҙ көстәрен йәлләмәҫкә һүҙ бирҙе.

Артабан сара урындағы күп функциялы ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы мөдире Фәриҙә Йосопова ҡунаҡтарға легендар башҡорт атлыларына арналған күргәҙмә тәҡдим итеп, уларҙың һуғыш юлына сәйәхәт ҡылдырҙы, генерал Шайморатов һәм яуҙаштары тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе.

 

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас