

Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнала Өфөлә барған “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионатына йомғаҡ яһауҙан башланы.
– WorldSkills чемпионатының төп һөҙөмтәһе – беҙҙең республика һәм беҙҙең команда еңергә өйрәнде! – тине ул. – Ниһайәт, беҙ еңә, беренсе, икенсе урындарҙы яулай башланыҡ. Беҙҙең республикала ҡасандыр юғалған еңеүсе идеологияһы йәнә барлыҡҡа килә башланы. Ошо иң мөһиме. Еңеүҙәр еңел генә бирелмәй. Быға өйрәнергә һәм артабан алға хәрәкәт итергә кәрәк. Һәр еңеү республика үҫешенә этәргес бирә.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан командаһы финал йомғаҡтары буйынса 53 миҙал яуланы: алты алтын, 12 көмөш һәм 17 бронза, шулай уҡ “Профессионализм өсөн” тигән егерме медальон алды.
Чемпионат үтте лә эш бөттө тигән һүҙ түгел. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, әле планда – ярыштарҙы үткәреү өсөн һатып алынған ҡорамалдар иҫәбенә 100 оҫтахананы заманса станок һәм техника менән йыһазландырыу. Ғөмүмән, Башҡортостанда был хәрәкәт артабан да үҫешәсәк, уҡыусыларҙы һөнәри яҡтан әҙерләү эше әүҙемләшәсәк.
Алдараҡ, был бәйгелә республиканан ҡатнашыусылар менән осрашҡан саҡта, төбәк етәксеһе еңеүселәргә – 100 мең, призерҙарға 50 мең һум аҡса түләнәсәк, тигәйне. 50 мең һумды еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусылар ҙа аласаҡ. Әле Радий Фәрит улы был түләүҙәрҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа һәм ошо аҙнала уҡ бирергә ҡушты.
– Мин премия биреү тураһындағы документҡа бөгөн ҡул ҡуясаҡмын. Был аҙнала уҡ аҡсаларын алһындар. Ошо арала мин улар менән осрашасаҡмын. Шулай уҡ Өфөлә был чемпионатты ойоштороусылар рәхмәт хаттары алһын, – тине Радий Хәбиров.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан милли чемпионатта дөйөм иҫәп буйынса икенсе урынды алды. Абсолют еңеүсе тип Мәскәү командаһы танылды.
Сараның йомғаҡтары тураһында ентекле итеп беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
Радий Хәбиров 2021 йылдың тәүге ете айы йомғаҡтары буйынса республиканың социаль-иҡтисади үҫеше күрһәткестәре менән таныштырҙы.
Шулай, ағымдағы йылдың ғинуар-июль айҙарында сәнәғәт етештереүе индексы 103,5 процент тәшкил иткән, ә ошо ваҡыт эсендә берәмләп һатыу әйләнеше 11,3 процентҡа артҡан.
Торлаҡ индереү күрһәткесе ете ай эсендә былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 21,2 процентҡа артҡан. Төҙөлөш күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урынды биләй.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, төбәктә ошо ете айҙа уртаса эш хаҡы тәүге тапҡыр 40 мең һумдан ашҡан һәм 40236,1 һум тәшкил иткән.
– Беҙҙең иҡтисад тергеҙелә, халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге лә үҫә. Тик беҙгә әле ынтылаһы үрҙәр күп, – тине Радий Хәбиров. – Эш хаҡы динамикаһын иҫәпкә алып, беҙ инвесторҙар менән эште әүҙемләштерәбеҙ. Улар үҙ проекттары параметрҙарына лайыҡлы хеҙмәт хаҡы кимәлен дә һалырға тейеш.
Мәғәнәһеҙлеккә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш!
Уҙған ялдарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Өфө ҡалаһының парктарында булып, уларҙың торошон баһалағайны. Кәңәшмәлә иһә был турала үҙ фекерен белдерҙе. Ул ҡайһы бер парктарҙан ҡәнәғәт ҡалмаған.
“Парктар бөтөнләй тиерлек ҡаралмаған хәлдә. Үҙем барып күрҙем быны. Нефтехимиктар паркын ҡараным, алдараҡ Димдә лә булғайным, Урмансылар паркын да күрҙем. Беҙгә әле шөғөлләнәһе нәмә күп. Был йәһәттән эштәр дауам итәсәк. Хөкүмәттә уларҙы тикшерербеҙ, шулай уҡ сират мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, был йәмәғәт киңлектәрен Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына тиклем, йәғни 2024 йылғаса төҙөкләндереп бөтөргә кәрәк.
Радий Фәрит улы Сипайлово биҫтәһендәге “Ҡоштар” паркына айырым туҡталды. Бында башҡарылған эштәр ҡәнәғәтләнерлек түгел, тине ул һәм тиҙ арала бар етешһеҙлектәрҙе лә бөтөрөргә ҡушты.
Төбәк етәксеһе Өфөлә подъездар ремонты өсөн яуаплы кешеләрҙе лә шелтәләне.
– Был көндәрҙә мин Өфө буйлап йөрөнөм һәм подъездарҙы инеп ҡараным. Быны нисек атарға? Мәғәнәһеҙлек, башҡаса атау мөмкин түгел. Подъезд әле тапшырылғанмы, юҡмы – белмәйем. Тик кешеләр әллә ҡасандан ошо хәлдә йәшәй һәм зарлана, был – ғәҙел ялыуҙар, – тине Радий Фәрит улы һәм Черниковкала ремонтланған подъездың фотоһын күрһәтте.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының төп бурысы – контроль функцияһы. Шуға күрә улар барыһын да белергә тейеш.
“Бөгөн үк тикшерегеҙ һәм миңә әйтегеҙ: аҡса түләнгәнме, юҡмы? Әгәр түләнһә, ҡарар ҡабул иткән кешеләрҙе эштән ҡыуыуҙы талап итәм. Әллә ҡасандан әйтеп киләм: сифатлы эштәрҙе генә ҡабул итергә кәрәк. Миңә Калинин районында һәйбәт тип күрһәткән подъездары – мәғәнәһеҙлек! Стеналар ҡурҡыныс төҫкә буялған, ҡаптар ябылмаған, беренсе ҡатта плитә түшәлмәгән. Мәғлүмәт стенды ла ҡот осҡос, мин килдем дә йолҡоп алдым. Ошо ремонт тип аталамы?” – тине ул.
Төбәк етәксеһе республиканың Капиталь ремонт фонды генераль директоры Павел Сафоновты саҡырып, унан аңлатма талап итте. Шулай уҡ Контроль идаралығы менән Иҫәп палатаһына белгестәрен подъездар буйлап ебәрергә ҡушты. Радий Фәрит улы белдереүенсә, унда 300 мең һумлыҡ ремонт күренмәй. Ике аҙнанан был турала ҙур доклад әҙер булырға тейеш.
“Барығыҙ, барыһын да тикшерегеҙ. Миңә тәрән итеп хәлде анализлау, тәҡдимдәр, кадрҙар, эштән ебәреүҙәр кәрәк. Кем сифатлы эшләй белмәй – китһен!” – тине ул.
Коронавирус йоғонтоһо дауам итә
Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар ниндәй? Был турала кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
Әлегә хәлдәр яҡшырҙы тип әйтеп булмай. Республикала коронавирус диагнозы ҡуйылған кешеләр һаны әллә ҡасан уҡ 56 меңдән ашты һәм 56748 тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә йәнә 304 кешелә инфекция булыуы асыҡланған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирустан үлгән кешеләр һаны ла арта – һуңғы тәүлектә 14 кеше вирус ҡорбаны булған. Барлығы 1101 кешене был инфекция арабыҙҙан алып киткән.
Пандемия башланғаны бирле 51733 кеше сирҙе еңгән, 54-е һуңғы тәүлектә шәбәйгән.
Максим Забелин белдереүенсә, әлеге ваҡытта 3245 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 669 пациент стационарҙа ята. Бындай сирлеләр өсөн республика дауаханаларында 4545 урын тәғәйенләнгән булһа, шуның 88 проценты тулған.
Вакцинацияға килгәндә, прививканың беренсе компонентын 1150148 кеше һалдырған, икенсеһен – 984694 кеше. Радий Хәбиров райондарға вакцина йәһәтенән эште ҡыҙыулатырға ҡушты.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин яңы уҡыу йылына әҙерлек һәм Белем көнөнөң нисек үтере тураһында һөйләне.
Уҡыу йылын хәүефһеҙ башларға кәрәк, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, сөнки хәҙер балалар ҙа коронавирус менән ауыр сирләй. Шуға күрә, элек уҡытыусыларҙы яҡлау төп талап булһа, хәҙер балаларҙы ла ныҡлап инфекция йоғоуҙан һаҡларға кәрәк.
Тантаналы линейкалар айырым кластар һәм параллелдәр өсөн асыҡ һауала бөтә мәктәптәрҙә лә үтәсәк. Битлек режимын үтәү шарты менән уларға ата-әсәләр ҙә индереләсәк.
Уҡыусылар ағымын айырыу өсөн инеү урындары төрлө төҫтәр менән билдәләнәсәк. Балалар кабинет системаһы буйынса уҡыуын дауам итәсәк. Мотлаҡ рәүештә һауа рециркуляторҙары эшләйәсәк, уҡыу кабинеттары тәнәфес ваҡытында елләтелеп торасаҡ.
Уҡытыусыларҙа битлек режимы һаҡланасаҡ, әммә дәрес ваҡытында уларға ауыҙын ҡапламаҫҡа рөхсәт ителә. Вакцинацияға килгәндә, министр белдереүенсә, бөгөнгә ҡарата уҡытыусыларҙың 70 проценты коронавирусҡа ҡаршы прививка һалдырған.
Шулай уҡ мәктәптәрҙә 500-ҙән ашыу медицина инспекторы эшләйәсәк.
Радий Хәбиров, муниципалитеттар башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, мәктәп директорҙары менән кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Улар пандемия осоронда мәктәптә уҡытыуҙы хәүефһеҙ ойоштороу тураһында ныҡлап һөйләшергә тейеш.
Һаулығында тайпылыштар булған балалар тәүге аҙналарҙа дистанция тәртибендә уҡып торасаҡ. Бындай сирҙәр исемлеге билдәләнгән. Барыһы ла теләк буйынса башҡарыла. Ата-әсәләр үҙҙәренең мәктәбенә ғариза яҙа, бала барлыҡ кәрәкле девайс менән тәьмин ителә һәм башҡаларҙыҡы кеүек тәртиптә уҡыясаҡ. Уға уҡыу әсбаптары һәм дәфтәрҙәре лә биреләсәк.
Уҡыу йылы башына бәйле ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ – Башҡортостанда мәктәптә туҡланыу өсөн хаҡ артыуы. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе.
– Республика мәктәптәре уҡыу йылы башланыуға һәм уҡыусылар өсөн ҡайнар аш ойоштороуға әҙер. Иртәгә туҡланыу өсөн хаҡтар артыуын раҫлаған документтарҙы тәҡдим итәсәкбеҙ. Беҙ оҙаҡ ваҡыт хаҡтарҙы сикләп килдек, күрше төбәктәр быны эшләне инде, беҙгә лә уларға тиңләшергә кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр белдереүенсә, иҫәпләүҙәр республиканың Финанс министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән берлектә башҡарылған. 1 сентябрҙән яңы хаҡтар буласаҡ.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, республика мәктәптәре туҡланыуҙы ойоштороуға әҙер. Быйыл 280 аҙыҡ-түлек блогы, мәктәп ашханалары ремонтланған.
Радий Хәбиров быйыл туҡланыуҙы сифатлыраҡ ойошторорға ҡушты. Уның Контроль идаралығы ошо аҙнанан уҡ мәктәптәрҙә тикшереү башлаясаҡ.
Ҙур ағастар ултыртыу яҡшыраҡ
Сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” акцияһының көҙгө этаптары үтәсәк. Был турала докладтар менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һәм урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов сығыш яһаны.
Быйыл 155 мең ағас һәм 1610 мең ҡыуаҡ ултыртырға йыйыналар. Был – үткән йыл кимәле.
Рәсәйҙә бындай акциялар 11 сентябрҙә башлана. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы республикала быйыл булған ҡоролоҡ сәбәпле акция сроктарын һуңыраҡ ваҡытҡа – 25 сентябрҙән 5 октябргә тиклем – күсерергә тәҡдим итә. Ә 11 сентябрҙә беҙҙә таҙалыҡ өмәләре үтәсәк.
Радий Хәбиров министрлыҡҡа Нефтекама ҡалаһы тәжрибәһен өйрәнергә тәҡдим итте. “Улар тематик аллеялар булдырыу юлы менән китте. Махсус рәүештә муйыл, йүкә, балан һәм башҡа ағастарҙан аллея ултырталар. Ағастар һатып алына – төрлө урындар өсөн 500 төп түгел, ә 30-ҙы һәм бер урынға. Һәм ҡала халҡы был эште күрә. Тематик аллея эшләнһен, уны даими тәрбиәләү ойошторолһон, төрлө саралар үткәрелһен. Ә әлеге кеүек йүгереп килеп ултыртыу ҙа онотоу булмаһын”, – тине төбәк етәксеһе һәм аҙна аҙағына тиклем ниндәй ҡалала ниндәй аллея ултыртыласағы тураһында мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты.
Радий Фәрит улы ҙур ағастар ултыртыу яҡлы. “Ҙурҙарын һатып алығыҙ, ваҡ-төйәк кәрәкмәй. Был мәғәнәһеҙ шөғөл, сөнки ҡалаларҙа экология йүнле түгел, ҡышын ҡар күп яуа һәм уларҙы һындыра”, – тигән фекерҙә ул.
Алан Марзаев белдереүенсә, әлеге ваҡытта муниципалитеттар түбәндәге пландары менән уртаҡлашҡан: Нефтекама 50 ағастан торған “Каштан аллеяһы” ултыртасаҡ; Октябрьскийҙа 1300 үҫенте, шуның 180-е ҙур ағас буласаҡ; Стәрлетамаҡтың “Сода” паркында 50 күк шыршы һәм 20 декоратив алмағас, 190 пирамидаға оҡшаш тирәк, 69 балан һәм 43 шыршы ултыртасаҡтар. Уларҙың бөтәһе лә – 2,5 метрҙан бейегерәк ҙур ағастар.
Дүртөйлөлә 25 ҙур йүкә һәм 100 үҫенте, Дәүләкәндә 20 йүкә, 50 балан һәм 50 шыршы, ихаталарҙа – 30 балан, Учалыла 30 ҙур ҡарағай, 30 балан, Благовещенда урамдарҙа 300 ағас, ихаталарҙа 100 ағас һәм Афғанстан яугирҙәре өсөн 25 шыршынан торған аллея, Туймазыла 120 ҙур йүкә, балан, шыршы һәм ҡарағай, Күмертауҙа 90 ҡайын һәм 70 балан, Бөрөлә 30 шыршы, Мәләүездә 200 шыршы, йүкә, балан ултыртыласаҡ. Өфөлә иһә 2,5 мең төп ағас һәм 250 ҡыуаҡлыҡ ултыртыласаҡ, быға тиклем үҫеп китмәгәндәре алмаштырыласаҡ.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.